+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Июль , 10:23

Йондоҙнамә (12 – 18 июль)

ЙОНДОҘҘАР БЕҘГӘ ЮЛ КҮРҺӘТӘ, ӘММӘ ЯҘМЫШЫҢ ҮҘ ҠУЛЫҢДА, ТИП КИҪӘТӘ... 12-18 июль арауығына йондоҙнамә менән танышығыҙ:

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Файҙалы һәм өмөтлө аҙна. Һәр саҡ әүҙем эш итерһегеҙ. Башҡаларға артыҡ ышанмайынса үҙ юлығыҙ менән барһағыҙ, һиҙелерлек уңыштарға тиҙ өлгәшерһегеҙ. Был арала булдырған танышлыҡтар мотлаҡ оҙайлы буласаҡ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Осор бигерәк тә һәйбәт булыр. Һәр эште лә күтәренке кәйеф менән башҡарырһығыҙ. Уңайлы мәлдәр ҙә сығыр. Күптән күрмәгән кеше менән дә осрашырға насип булыр. Шаршамбылағы ҡыйынлыҡтарҙы хәл итергә көсөгөҙ етергә тейеш.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Көтөлмәгән хәлдәр осрап торор. Ҡайһы бер эште йәки осрашыуҙы күсерергә лә тура килер. Был һеҙгә оҡшамаһа ла, түҙегеҙ. Кесе йомала яҡындарығыҙ менән дәғүәләр килеп сығыуы бар, был осраҡта ла сыҙамлылыҡ күрһәтегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Был арала йондоҙҙар һеҙгә һәр саҡ булышлыҡ итер. Уңайлы мәлде йоҡлап ҡалмағыҙ. Мөһим һәм ҡатмарлы эштәргә лә тотонорға мөмкин. Уларҙың йомғаҡтары мотлаҡ уңышлы булыр. Йомала өмөтлө һөйләшеү көтөгөҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Шәхси өлкәлә ҡайһы бер ҡатмарлы хәлдәргә тап булыуығыҙ бар. Яҡын­дары­ғыҙҙың ҡылыҡтары аптыратыр, бәлки. Түҙемлерәк булырға, был хәлдең сығанаҡ­тарын асыҡларға тырышығыҙ. Бәғзе мәсьәләләргә икенсерәк ҡарай башлауығыҙ ҙа ихтимал.Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)Был арала төп эшегеҙгә ҡағылған яңы уй-фекерҙәр тыуыр, шикелле. Шуларҙың ҡайһылары өмөтлө генә күренә һымаҡ. Уларҙы бойомға ашырыу үҙегеҙгә генә мөмкин булмаҫтыр. Ярҙам-терәк эҙләргә тура килер, моғайын.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна файҙалы үтергә оҡшай. Күптәр эштәрен бер аҙ тәртипкә килтерергә ваҡыт табыр. Һуңғы ваҡытта борсоп торған матди мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тырышығыҙ. Шаршамбынан һуң быны эшләүе күпкә ҡыйыныраҡ булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Башығыҙҙа уй-фекерҙәр йыш тыуып торор. Улар күпселек осраҡта башҡаларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр. Һуңғы ваҡытта янығыҙҙағылар һеҙгә ыңғайыраҡ ҡарай башлаған һымаҡ. Элек булған ҡаршылыҡтар онотолдо, буғай.Ҡыҙ (24.08 – 23.09)Был көндәр һеҙҙең өсөн мөһим. Башлаған эштәрегеҙ, һайлаған юлдарығыҙ, ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙ һәр саҡ дөрөҫ булыр. Йыйған тәжрибәгеҙ һәр саҡ хаталарҙан ҡурсалап торор. Аралашыуҙан да файҙа күрерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Йондоҙҙар үткән ваҡиғаларҙы барлап сы­ғырға кәңәш итә. Элек ебәргән хата­ларығыҙҙы, уларҙы төҙәтеү юлдарын асыҡ кү­рер­һегеҙ, моғайын. Ышаныслы кешеләр менән дә осра­шыуҙар файҙалы үтер, уларҙан өмөтлө кәңәштәр ҙә ишетеүегеҙ бик ихтимал.Саян (24.10 – 22.11) Аҙна араһында әллә ни ҙур булмаған матди юғалтыу кисерерһегеҙ. Көткән аҡсалар һаман да килмәй. Нисектер түҙергә тура килер, бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ. Һеҙҙе өмөт­ләндергән кеше һүҙендә тормаҫ, ахыры.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы бар. Был арала кеше һүҙенә үтә иғтибарлы булығыҙ, юғиһә бәғзеләр менән мөнәсәбәт­тәрҙең ҡаҡшап китеүе лә ихтимал. Кесе йома бик өмөтлө күренә. Ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне тулыһынса асырһығыҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров