Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
8 Июль 2021, 16:36

Еләкле йәйҙең ҡәҙерен беләйек!

Йәй бигерәк эҫе, тип тик ултырмай халыҡ: кемдер “йығылып ятып” еләк йыя, берәүҙәр үлән сәйе әҙерләй, бәғзеләр бесән эшләй. Ошо матур мәлдең, тәбиғәттең беҙгә биргән бүләктәренең файҙаһын күрәйек! Һеҙҙең өсөн генә бер нисә ябай рецепт.

Еләктән тәмлекәс

Ике йомортҡа ағыШәкәр – 70 гБаҡса еләге – 250 г

Йомортҡа ағын күпертеп туғырға ла әкренләп шәкәр ҡушырға. Кәстрүлдә һыу ҡайнатып алғас, уның эсенә йомортҡалы һауытты ултыртырға. Шул килеш туғыуҙы дауам итергә. Массаның нисек ҡуйырыуын күрерһегеҙ.Алдан бер аҙ туңдырылған еләкте блендерҙа иҙергә. Уны йомортҡа ағына ҡушырға һәм тағы миксерҙа иҙергә. Десертты йәтеш кенә һауыттарға бушатып, яҡындарығыҙҙы һыйларға.

Лимонад

Йәйҙең йомарт был мәлендә магазиндан лимонад һатып алып тормайһығыҙҙыр ул? Түбәндә – өйҙә еңел генә эсемлек эшләү ысулы.Еләк – 300 гЛимон – 1 данаБөтнөк – 50 гШәкәр – тәменсәҺыу – 1,2 лЭре баҡса еләге яҡшыраҡ була. Әйткәндәй, лимонды йә лайм, йә әфлисун киҫәктәренә алмаштыра алаһығыҙ. Өлкәндәр өсөн эшләһәгеҙ, стаканға боҙ кубиктары һалырға ла мөмкин.Еләктең бер аҙын (100 г) иҙмә хәленә еткәнсе блендерҙа болғарға. Массаны тәрән һауытҡа бушатырға. Ҡалған еләкте шул көйө һалырға. Лимондың яртыһын йоҡа ғына итеп турап ҡушырға. Артабан бөтнөктө бер бәйләм итеп һалырға. Шул массаға бер стакан ҡайнар һыу өҫтәргә лә ҡапҡас менән ябып, 40 – 60 минутҡа ултыртып торорға. Аҙаҡтан бөтнөктө алып, ҡалған лимондың һутын һығырға һәм шәкәр өҫтәргә.Шунан бер литр һалҡын һыу ҡойоп, массаны һөҙөргә. Эсемлекте ике-өс сәғәткә һалҡынға ҡуйһағыҙ, бына тигән лимонад әҙер була.

Еләкле бәлеш

Виктория еләге – 400 гЙомортҡа – ике данаАҡ май – 100 гШәкәр – 80 гОн – 80 гҠамыр ҡабартҡыс – бер балғалаҡТоҙ – тәменсә

Еләкте йыуып, киптереп, өс-дүрт өлөшкә бүлергә. Табаны (форманы) майлап, еләкте теҙергә, өҫтөнә ике-өс ҡалаҡ шәкәр һибергә.Йомортҡаларҙы туғып, тоҙ, май, шәкәр өҫтәп, миксерҙа болғарға. Онға ҡамыр ҡабартҡыс ҡушып, әҙ-әҙләп йомортҡалы массаға һалырға, һалған һайын ҡалаҡлап болғарға. Артабан ҡамырҙы еләк өҫтөнә ҡойорға һәм алдан эҫетелгән духовкаға ултыртырға. 180 градуста 25 – 30 минутта бешеп тә сыға.  

Ҡоймаҡ (оладьи)

Эре баҡса еләге – 150 гКефир – 220 гОн – 140 гЙомортҡа – бер данаКөнбағыш майы  – ике ҡалаҡ һәм табаны майлау өсөнШәкәр – өс ҡалаҡҠамыр ҡабартҡыс – бер балғалаҡСода – ярты балғалаҡТоҙ – тәменсә

Онға ҡамыр ҡабартҡыс, сода һалырға. Айырым һауытта кефир, шәкәр, тоҙҙо бергә болғарға. Уға көнбағыш майы, йомортҡа өҫтәп, ентекле бутарға.Кефирлы массаға ондо ҡушырға ла ҡамыр өлгөргәнсе болғарға. Уны 20 минут самаһы ултыртып торорға.Еләкте таҙартып, тураҡларға (ҡыр еләге булһа, икегә бүлергә).Табаны ҡыҙҙырып, майлап, берәр ҡалаҡлап ҡоймаҡ ҡамырын ҡойорға ла өҫтөнә еләк һала барырға. Талғын утта ике яҡлап бешерергә.

Үҙ һутындағы еләк

Еләк – 1 кгШәкәр – 250 г

Еләкте ҡайнатып һыуытылған һыу менән йыуып, дуршлагта һарҡытырға. Шунан эмаль һауытҡа ҡатлап теҙеп һалырға. Һәр ҡатына шәкәр һибергә онотмағыҙ. Уны төнгөлөккә һыуыҡ урынға ҡуйырға. Иртән һуты сыҡҡан еләкте һөҙөп алып, стериль банкаларға һалырға. Һутын 90 градуста йылытып, еләк өҫтөнә ҡойорға һәм ҡапҡастарын ябып, тағы стерилләргә.

Мультиваркала повидло

Еләк – 3 кгШәкәр – 1,5 кг

Еләкте “мульти” һауытҡа һалып, бер сәғәт быҡтырырға (“тушение” режимында). Һирәкләп болғап торорға кәрәк.Килеп сыҡҡан массаға шәкәр ҡушып, иҙмә яһарға ла тағы бер сәғәт-сәғәт ярым быҡтырырға.Ҡуйылығын үҙегеҙ теләгәнсә яһағыҙ. Тейешле ваҡыт үткәс, стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын ябырға. Әлбиттә, повидлоны шунда уҡ тәмләп тә ҡарай алаһығыҙ. Бәлки, ҡышҡылыҡҡа ҡалмаҫ та әле. 

Мармелад

Еләк – 250 гШәкәр ҡомо (пудра) –  250 гЖелатин – 1, 5 ҡалаҡҺыу – 100 г

Желатинды һыуҙа 40 минут самаһы ебетергә. Еләкте блендерҙа иҙергә. Уға шәкәр пудраһы ҡушып, тағы болғарға. Желатинды ҡайнау хәленә еткерергә, әммә ҡайнатмаҫҡа! Аҙаҡ уны еләк иҙмәһенә ҡушып, яҡшылап болғарға ла махсус пленка йәйелгән формаларға (үҙегеҙ теләгән ҙурлыҡта һайларға мөмкин) ҡойорға һәм ҡатһын өсөн  һыуытҡысҡа ултыртырға. Һуңынан мармеладтарҙы шәкәрләп тә, башҡа төрлөсә биҙәп тә өҫтәлгә бирергә була. 

Тәмле булһын!Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: