Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
7 Июль 2021, 12:16

"Йондоҙло табын" - Азамат ҒАФАРОВ

Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Азамат ҒАФАРОВ “Йәшлек” уҡыусыларына аш-һыу сер­ҙәрен сисә.

 Ҡарабойҙай бәлеше

Ярты стакан йылымыс һөткә яртышар ҡалаҡ шәкәр менән сүпрә һәм ярты стакан он ҡушып бутарға ла, бер сәғәт йылы урында ултыртып торорға. Тағы ла ярты стакан һөткә самалап тоҙ, 5 ҡалаҡ үҫемлек майы, күпергәнсе туҡылған 2 йомортҡа, 1 ҡалаҡ шәкәр һалып бутарға. Сүпрәле ҡатнашмаға ярты кило он ҡушып, ҡамыр баҫырға. Уны сәғәт ярым тирәһе йылы урында ҡабартырға. 2-шәр кишер менән һуғанды таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға ла, 2 ҡалаҡ үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. 1 стакан ҡарабойҙай ярмаһын бешерергә. 200 г ҡаты сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә. Аҙаҡ был ризыҡтарҙың барыһын бергә бутарға. 500 г бешкән тауыҡ итен турап, айырым һауытҡа һалырға. Ҡабарған ҡамырҙы тигеҙ булмаған ике өлөшкә бүлеп, йәйергә. Ҙурырағын майланған табаға урынлаштырырға ла, өҫтөнә тәүҙә ҡарабойҙай ҡатнашмаһын, аҙаҡ тауыҡ итен тигеҙләп һалырға. Икенсе йәймә менән бәлеш өҫтөн ҡаплап, тирә-яғын бөрөп сығырға. 180 градус эҫелектәге мейестә 80 минут бешә. Әгәр көйә башлаһа, өҫтөн фольга менән ҡапларға була.

Балыҡ кәтлите

900 г аҡ балыҡ итен 10 минут тоҙло һыуҙа бешереп алғас, тишекле сүместә һарҡытырға. 4 картуфты әрсеп, бешерергә (балыҡ һурпаһында бешерһәң, тағы ла яҡшыраҡ), 200 г консерваланған аҡ фасолдең һыуын һарҡытып, картуфҡа ҡушырға ла, иҙмә яһарға. Уға ваҡлап туралған балыҡты ҡушып бутарға. Был массанан уртаса ҙурлыҡтағы кәтлиттәр эшләп, онда әүәләргә. Үҫемлек майында ике яҡлап 3-әр минут ҡурырға ла, табаға теҙеп һалырға. 200 г ҡаймаҡҡа самалап тоҙ, борос, 1 ҡалаҡ соя соусы һалып бутарға ла, кәтлит өҫтөнә ҡойорға. Өҫтөн ҡаплап, эҫе мейестә 5 минут бешерергә.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне. 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: