+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Июль , 15:21

Йондоҙнамә (5-11 июль)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)Был арала, үкенескә күрә, әллә ни ырата алмаҫһығыҙ, буғай. Маҡсатығыҙ ҙа, тырыш­лығығыҙ ҙа бар, тик ҡаршылыҡтар ҙа күбәйеп китер. Шаршамбынан һуң бәғзеләргә бөтөнләй уйламаған эш менән шөғөлләнергә тура килер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Аҙна уңышлы ғына башланыр. Күпселек эшегеҙ күҙаллағандан яҡшыраҡ барыр. Һис тә уйламаған кешеләрҙән ярҙам алырһығыҙ. Шулай ҙа уларға тулыһынса ышанырға иртәрәктер әле, тағы ла һынап ҡарағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Һуңғы ваҡытта кеше һүҙҙәренә артыҡ ышанаһығыҙ кеүек. Быны белеп, кемдер башығыҙҙы бутарға маташыр, бәлки. Ғөмүмән, был арала ишеткән хәбәрҙәргә ышанмауығыҙ хәйерле. Кесе йома бер аҙ күңелегеҙҙе күтәрер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Әллә ни ҙур уңыштарға өлгәшә алмаҫһығыҙ. Шулай ҙа һәүетемсә барған эштәрегеҙ ҡәнәғәтлек килтерер, моғайын. Һуңғы ваҡытта түккән көсөгөҙ һис тә әрәм булманы. Ыңғай һөҙөмтәләрҙе бик тиҙҙән асыҡ күрерһегеҙ, шикелле.

Буға (21.04 – 21.05)

Уңышлы аҙна. Элек тотонорға баҙнат итмәгән эштәрҙе лә урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ. Был шәхси өлкәгә лә ҡағылыр. Бәғзеләр был арала етди ҡарарға ла килер. Ғөмүмән, бараһы юлығыҙға асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был көндәрҙә аралашыуҙа мотлаҡ уңыр­һығыҙ. Элек һеҙгә шик менән ҡарағандарҙы ла үҙ яғығыҙға бора алырһығыҙ. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр. Йомала күптән борсоп торған мәсьәләне хәл итерһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Кәйефегеҙҙе боҙорға теләүселәр күбәйер. Ундай кешеләрҙән ары тороуығыҙ хәйерле, эргәгеҙҙә һеҙҙе яҡын күргәндәр ҙә бар бит әле. Шаршамбыға ҡорған уй-маҡсаттарығыҙ боҙолор, моғайын. Дәғүәләрһеҙ ҙә булмаҫ кеүек.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна ҡыйыныраҡ килер. Бигерәк тә шишәмбе-шаршамбы мәшәҡәтле көтөлә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, артыҡ көсәнмәгеҙ. Был арала яҡындарығыҙ менән ҡаршылыҡтар килеп сығыуы ла ихтимал. Йондоҙҙар үҙ һүҙле булмаҫҡа, башҡалар менән ризалашырға ҡуша.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә ҡарамаҫтан, көндәр һәйбәт үтер. Алдан уйлағандан күберәк эшләрһегеҙ. Шишәмбелә өмөтлө осрашыу көтөгөҙ. Тәрбиәле кешенән бик кәрәкле кәңәш алырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Дүшәмбелә үк яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Улар һеҙҙең яҡын кешеләрегеҙгә ҡағылыр, моғайын. Ғаиләгеҙҙә күптән көткән үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар. Ҡайһы бер элекке ҡаршылыҡтар бөтөнләй онотолор. Йомала уйламаған кеше йылы һүҙ әйтер.

Саян (24.10 – 22.11)

Аҙна төрлө ығы-зығы менән башланыр. Юҡҡа борсолмаҫҡа, яҡындарығыҙ менән дәғүәләшмәҫкә тырышығыҙ. Һәр хәлдә тыныслыҡ һаҡлағыҙ. Шаршамбынан һуң ниндәйҙер яңы мөмкинлектәр асылыр. Донъяғыҙ яҡтырғандай күренер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Әүҙем булығыҙ, ҡайһы бер мәсьәләне хәл итеү өсөн форсат табылыр. Шәхси өлкәлә лә ыңғай ваҡиғалар көтөлә. Шаршамбы бигерәк тә уңышлы үтер. Элек бик ҡатмарлы күренгән эште уңышлы тамамларһығыҙ.