+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
27 Июнь , 20:08

Йондоҙнамә (28 июнь – 4 июль)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Аҡса менән бәйле эштәрҙә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Йыш ҡына был мәсьәләгә еңелерәк ҡарауығыҙ үҙегеҙгә лә күптән билдәле. Шулай ҙа аҙна уңышлы үтер. Ҡайһы бер кешеләр менән арағыҙҙы нығыта алырһығыҙ, буғай.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Көндәр бер аҙ мәшәҡәтле килер. Ҡайсаҡ ашығыс эш итергә лә тура килер. Уйламайыңҡырап хата ебәреүегеҙ ҙә ихтимал. Шишәмбелә көтөлмәгән ваҡиғалар булыуы бар. Артыҡ борсолмағыҙ, барыһы ла һәйбәт бөтөр.


Балыҡ (20.02 – 20.03)

Уңышлы аҙна. Хатта элек булдыра алмағанды ла уңышлы башҡарырһығыҙ. Һеҙҙең тирәлә уралып йөрөүселәр ҙә күбәйер, моғайын. Кесе йомала бер ҡасан да күрмәгән хәлде күрерһегеҙ, бәлки. Аҡсағыҙ мотлаҡ күбәйер.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Йондоҙҙар был арала күңелгә ятҡан эштәр менән генә шөғөлләнергә кәңәш итә. Ғәмәлдә күптәр өсөн был мөмкин булмаҫ. Шишәмбелә бер аҙ көтөлмәгән ваҡиғалар булыр, алдан ҡорған маҡсаттарығыҙҙы боҙорға ла тура килер, бәлки.


Буға (21.04 – 21.05)

Аралашыуҙа, эшлекле һөйләшеүҙәрҙә мотлаҡ уңырһығыҙ. Кешеләр менән уртаҡ тел табыу, дөйөм маҡсат ҡуя белеү һеҙҙең өсөн ауыр булмаҫ. Был арала ниндәйҙер ҙур эште тамамларһығыҙ.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Шишәмбелә уйламаған хәбәр ишетер­һегеҙ. Яҡын араға ҡорған пландарығыҙҙы үҙгәртергә лә тура килер, ләкин был яҡшыға ғына булыр. Кесе йома бер аҙ ҡатмарлы килер. Һәр осраҡта тәжрибәгеҙ дөрөҫ юлды табырға ярҙам итер.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аҙна ҡыйыныраҡ башланыр. Төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт йыш ҡамасаулар. Йондоҙ­ҙар күпте һөйләмәҫкә, кешеләрҙе артыҡ өмөтләндермәҫкә ҡуша. Шаршам­былағы ваҡиғалар бөтөнләй көтөлмәгәнсә булыр, күп йүгерерһегеҙ.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Һеҙҙең тирәләге хәлдәр барышын алдан күҙаллауы еңел түгел. Улар икеле һәм аңлайышһыҙ буласаҡ. Шулай ҙа был арала әллә ни зыян күрмәҫһегеҙ һымаҡ. Иң мөһиме – түҙемлерәк булырға тырышығыҙ.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ғөмүмән, көндәр тыныс ҡына килергә оҡшаған. Барыһы ла үҙ яйы менән барған кеүек. Шулай ҙа ниндәйҙер мәсьәлә күңелегеҙгә тынғы бирмәй, шикелле. Әлегә уны хәл итергә ваҡытығыҙ ҙа, мөмкинлектәрегеҙ ҙә етмәҫ.


Үлсәү (24.09 – 23.10)

Осор һәйбәт башланыр. Тик шишәмбелә һис тә уйламаған ашығыс эш килеп сығыр. Уның менән булышып, башҡаһына ваҡыт еткерә алмаҫһығыҙ. Бәғзеләр алыҫ сәфәр сығырға әҙерләнер.


Саян (24.10 – 22.11)

Шишәмбе юғалтыуҙар менән янаясаҡ. Ул аҡсалата булыр. Кесе йомала бик һирәк осрай торған мәл кисерерһегеҙ, буғай. Бөтөн эшегеҙ майланған һымаҡ алға китер, көнләшеүселәр ҙә булыр хатта.


Уҡсы (23.11 – 21.12)

Көндәр тигеҙ үтер. Уйламаған ваҡиғалар булмаҫ. Шулай ҙа ниндәйҙер милек менән бәйле мәсьәлә килеп сығыуы бар. Уны хәл итеүе бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ, ваҡытығыҙҙы ғына алыр.