Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
26 Июнь 2021, 07:51

Фиҙакәрлек хаҡы

Өфө ҡалаһының матур бер мәҙәниәт һарайында шағирә Ләйлә Аҡшишмәнең ижад кисәһе бара. Шығырым тулы зал уны алҡышлай, күҙ яуын алыр аҫыл сәскәләргә күмә. Композиторҙар шиғырҙарына байтаҡ йыр ҙа ижад иткән икән, күренекле артистар уларҙы башҡара. Дәрәжәле ир-егеттәр шағи­рәнең ҡулын үбә.

– Һеҙ йондоҙло ижадығыҙ менән милләтебеҙ ғорурлығына әүерелдегеҙ. Һеҙҙең поэзия ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә!
Ошондайыраҡ юғары һүҙҙәр аша һәр сығыш яһаусы уға үҙенең һоҡланыуын белдерә.
Университет талибәләре Зиләрә менән Гөллирәнең дә һоҡланыуының сиге юҡ:
– Ләйлә апай ниндәй сибәр! Кейгән кейеме үҙенә ҡайһылай ҙа килешә! Уның ижады ҡайһылай ҙа юғары баһалана! – тине улар таң ҡалып, бөгөн­гө сәхнәнең йондоҙона әүерелгән ижадсынан күҙҙәрен айырып ала алмайынса.
– Тауышының аһәңлелеге! Күңеле ту­лы хис, моң, наҙҙыр инде уның! Яҙмышы уны гел иркәләтеп кенә йәшәтәлер!
– Ҡыҙый, әйҙә, яҙған шиғыр­ҙарыбыҙҙы Ләйлә апайға күрһәтеп ҡарайыҡ!
– Әлләсе, – тине нескә күңелле Зиләрә тартыныбыраҡ. – Ваҡыты булырмы икән?
Шулай ҙа ҡыҙҙар кисәнән һуң шағирәне күреп, һөйләшеп ҡарарға булды. Тик уларға иғтибар бүлергә ваҡыт табырмы?
Их, әгәр улар ҙа ошо Ләйлә Аҡшишмә апалары кеүек шағирә була алһалар!? Бәхеттәренең тәхете шул булыр ине! Донъяла ошонан да юғары хыялдың булыуы мөмкинме ни? Кешеләргә кәрәк булыу, дан-шөһрәт, халыҡ һөйөүен тойоу – шунан да юғары тағы нимә бар?
Әлегә ҡыҙҙар университетта уҡый, ундағы әҙәби түңәрәккә йөрөй, башлап ҡына яҙыша. Яңы һут йыйып, бөрөгә тулышырға әҙерләнгән талсыбыҡтай ғына саҡтары. Шуға уларҙы был залда хатта белеүсе лә юҡ.
Һәр яҡшы нәмә лә, насар нәмә лә бер килеп тамамлана тигәндәй, был һоҡ­ланғыс кисәнең дә аҙағы етте. Шағирә рәхмәт әйтеп залға башын эйҙе лә, минең өсөн ҡәләм хаҡы бына ошо инде, – һеҙҙең таныуығыҙ, тигәндәй йом­ғаҡлап ҡуйҙы:
– Минең ижадым – ул фиҙакәрлек, халҡыма хеҙмәт итеү, – тине. – Эшем хаҡ – йөҙөм аҡ. Ижадымды баһа­ла­ғанығыҙ, бында килгәнегеҙ өсөн рәхмәт!
Шағирәне күреп ҡалырға ашыҡҡан ҡыҙҙар башҡаларҙан алда тамашасы залынан сығып йүгерҙе. Бына фойела ҡулына сәскәләр тотҡан шағирә күренде. Эргәһендәге дуҫ-иштәре ме­нән һөйләшә-көлөшә килә, йөҙөнән бәхет сайпыла. Ҡыҙҙар, оялһа ла, мөмкинселектән файҙаланып ҡалырға булды, ҡаршыһына барып:
– Апай, беҙ ҙә шиғыр яҙып ҡара­ғайныҡ, һеҙгә күрһәтергә иткәйнек, мөмкинме? – тинеләр.
– Әлбиттә, әлбиттә, – алсаҡ тауыш бында күп һөйләшеп тороп булмаҫын аңғартып ашығыс бышылданы. – Бына визиткам. Ял көнө өйгә килегеҙ, иркенләп һөйләшеп ултырырбыҙ.
– Ярар, ярар! – визитка тотҡан ҡыҙҙар атҡа менгәндәй шатланды. – Рәхмәт, рәхмәт!
Юл буйы Гөллирә менән Зиләрәнең телендә Ләйлә Аҡшишмә булды. Ша­ғирә апайҙары донъяға шатлыҡ, бәхет сығанағы булыр өсөн тыуғандай тойолдо ҡәләм тибрәтеүсе йәш ижадсыларға.
– Псевдонимы ниндәй бит әле! Аҡшишмә! – Зиләрә был аһәңле һүҙҙе күңеленә һеңдерергә иткәндәй, бер нисә рәт ҡабатланы.
– Үҙе ҡайһылай ҙа ябай, эйе бит!? – тип хайран ҡалды Гөллирә үҙ сиратында, – хатта беҙҙе тәү күргәндән өйөнә саҡырҙы.
Тик ҡыҙҙарҙың икеһе лә бер нәмәне аңлап етмәне: ниңә шағирә үҙенең ижадын фиҙакәрлек тип атаны? Фарсы теленән ингән «фиҙакәр»лек тигән ятыраҡ һүҙҙең мәғәнәһе әллә уларға аңлашылып етмәйме? Үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү, тиеберәк аңлай ине уны тали­бәләр. Ижадта ниндәй ҡорбан булһын ти? Йөрәк хискә мөлдөрәмә саҡта тыумаймы икән ни шиғыр?
Шағирә менән тиҙерәк яҡынданыраҡ танышырға ашыҡҡан ҡыҙҙар Ләйлә Аҡшишмәгә барыуҙы һуҙмаҫҡа булды. Шәмбе көн, моғайын, өйөндә булыр әле, тип кеҫә телефонына шылтырат­ҡайнылар, нәҡ өҫтөнә баҫтылар: шағирә йәш дуҫтарын ихлас саҡырҙы. Зиләрә менән Гөллирә ижад дәфтәрҙәрен сумкаһына һалып алып, дөйөм ятаҡтан осорҙай булып ҡанатланып сығып китте.
– Анауындай күренекле шағирә булғас байҙыр инде ул,– тип һөйләште ҡыҙҙар сәскә һайлағанда. Бынау ҡарҙай ап-аҡ ҡына арзан хризантемаларҙы мөрхәтһенмәҫме икән? Улар иң һуңғы аҡсаларын ҡушып, бүләккә балҡып торған роза гөлөн алды.
Шағирә Өфө ҡалаһының урта тошондараҡ йәшәй икән. Ҡыҙҙар был тирәне насар белгәнлектән, юлда осраған бер ҡатындан өй номерын һорашты. Анау яҡтараҡ, тип бейек йорттар теҙелеп киткән юҫыҡҡа табан күрһәтте теге кеше. Ҡыҙҙар күп уйлап тормай, шундағы иң бейек, иң күркәм йортҡа ҡарай атланы. Шағирә булғас, ул ошонда йәшәргә тейеш, тип уйланы талибәләр һәм бер подъезлы матур өйҙөң номерын-фәлән ҡарап тормаҫтан, тупһаһына табан атланы. Улар ауыр тимер ишекте көскә асып эскә үтте. Шунда уҡ юлдарын швейцар бүлде.
– Ҡайҙа бараһығыҙ?
– Беҙгә шағирә Ләйлә Аҡшишмә кәрәк!
– Ниндәй шағирә? – Швейцар күҙҙәрен ҙур асып аптыраны, әйтерһең, унан бында айыу йә бүре йәшәйме, тип һоранылар. Шунан төҫөнә мыҫҡыллы йылмайыу сығарҙы ла теш араһынан сыртылдатып төкөргәндәй итеп:
– Был өйҙә шағирәләр, яҙыусылар түгел, ә байҙар йәшәй! – тине. – Журналистар, газетчиктар ҙа юҡ! Һыпыртығыҙ тиҙерәк!
Оло ғына йәштәге ир ҡыҙҙарға тартыныуһыҙ, ҡаты екереп, ҡулындағы резина дубинкаға ымлап ҡуйҙы. Әммә шағирәне күрергә йән атҡан ҡыҙҙарҙы улай тиҙ өркөтөрлөк түгел ине. Гөллирә сумкаһынан шағирә биргән визитканы алып швейцарға һондо.
– Бына, ышанмаһағыҙ ҡарағыҙ!
– Әйттем бит! – һаҡсы ирҙең йөҙөнә үҙ-үҙе менән ҡәнәғәт йылмайыу сыҡты. Тағы ла мыҫҡыллыраҡ тауыш менән: – Һеҙҙең шағирәгеҙ, моғайын, ана, анауындағы дөйөм ятаҡта тора. Улар өсөн махсус йорт ана шул. Аҡшишмә тинегеҙме әле? Барығыҙ, шағирәгеҙҙе шунан эҙләгеҙ!
Һөмһөҙ әҙәм баҙап ҡалған ҡыҙҙарҙы этә-төртә ишек төбөнә тиклем килтерҙе лә, тышҡа уҡ сығарып:
– Ана тора дөйөм ятаҡ. Шунда йәшәй улар, – тип ҡабатланы һәм һоро төҫкә буялған шөҡәтһеҙ генә өйгә ҡулы менән төртөп күрһәтте. Шунан эре ҡыланып, әйтерһең, үҙе дәрәжәле ҙур урын биләгән кеше: “Йөрөй шунда өйөрлө әтрәгәләм!” – тип һөйләнә-һөйләнә тышҡы ишекте шарт ябып, бикләп тә ҡуйҙы.
Ҡуҡыр әҙәм күрһәткән өйгә табан бара башлағас, ҡыҙҙарҙың кәйефе бермә-бер боҙолдо. Бысраҡ, ҡыйлы күтәрмәнән үтеп, эскә ингәс, был хис тағы нығыраҡ көсәйҙе. Улар ары барырға теләмәгәндәй туҡтап ҡалды. Юҡ, булмаҫ, Ләйлә апай бында йәшәмәҫ. Уны яңыраҡ үткән кисәлә йондоҙға тиңләнеләр, ижадын күккә күтәреп маҡтанылар. Теге швейцар беҙҙе барыбер яңылыш сығарып ебәрҙе, тип уйланы ҡыҙҙар. Хатта был йәмһеҙ урында сәскә тотоп йөрөүҙе килештермәй, Зиләрә ҡулындағы роза гөлөн баштүбән әйләндереп, аҫҡа ҡаратып тотто.
– Бер килгәс, визиткала күрһәтелгән бүлмәне эҙләп ҡарайыҡ әле, – тине Гөллирә. Күңелдәре Ләйлә Аҡшишмәнең бында йәшәүенә ышанмаһа ла, улар бер бүлмәнең ишеген шаҡып ҡарарға булды. Көттөрмәй ишек асылды, ни күҙҙәре менән күрһендәр, алдарында ябай ғына күлдәк кейгән шағирә баҫып тора ине. Ирекһеҙҙән икеһе бер юлы:
– Һеҙ бында йәшәйһегеҙме ни?– тине. – Ә беҙ һеҙҙе анау яңы төҙөлгән матур йорттан эҙләп йөрөйбөҙ, һеҙҙе шунда йәшәргә тейештер, тип уйлағайныҡ,– тине лә ҡыҙҙар аптырап, көлөшөп ҡуйҙы.
Ләйлә Аҡшишмә, әйтерһең, ҡунаҡ­тарының һүҙен ишетмәне, яуап биреп торманы, уларҙы әйҙүкләп эскә үтергә саҡырҙы:
– Ҡыҙҙар, үтегеҙ, үҙ өйөгөҙҙәге кеүек булығыҙ! – тип алсаҡ өндәште хужабикә. Бүлмәнең ныҡ тынсыулығын күреп, ҡыҙҙар тағы аптыраны: бәләкәй генә бүлмәнең эсе тулы кеше булып сыҡты. Яңы килеүсе талибә ҡунаҡтарға хатта терәлер урын да юҡ ине.
– Ғәфү итегеҙ, ҡыҙҙар, – тине шағирә, уларҙың уйын һиҙгәндәй. – Өй тар булһа ла, күңел иркен. Күңел етһә, аш етә, тиҙәрме әле? Әйҙә, бында аш-һыу бүлмәһенә булһа ла үтәйек. Ултырығыҙ. Хужабикә ҡыҙҙарға иҫке генә ике бүкән шылдырҙы.
– Туғыҙынсыла уҡыған улым, ауырыу әсәйем менән торабыҙ. Ауылдан апайымдың ҡыҙҙары килгән. Анау һары сәслеһе – улымдың дуҫы, беҙгә килергә ярата, өйҙәре тар, тип тә тормай, көн дә ошонда, – тип башта Ләйлә үҙ хәлен һөйләп алды. Бында күргәндәренән албырғап, хатта алып килгән бүләкте бирергә онотоп тороуҙары иҫенә төштө Гөллирәнең, әхирәтенең ҡолағына бышылданы:
– Сәскә, сәскә... онотма!
Шунан ғына Зиләрә, ниңәлер, ғәфү үтенгәндәй, ҡулындағы розаларҙы ша­ғирәгә һондо. Өсөһөнә лә бындай тар, тынсыу бүлмәлә аҫыл сәскә урынһыҙ кеүек тойолдо. Былай ҙа ярлы, ҡойто өй эсе тағы ла меҫкен, тағы ла фәҡирерәк күренде. Бүләкте ҡабул итеп алған ша­ғирә лә уны ҡайһы ергә ҡуйырға белмәй булышты, тегендә-бында ҡаранды, урын тапманы. Кухня өҫтәленә ҡуйыр ине, бөтә урынды алып компьютер, принтер ултыра. Тәҙрә төбө, өҫтәл артындағы ултырғыс журнал, гәзит, яҙылған ҡағыҙҙар менән шығырым тулы. Хужабикә бүләк сәскәләрҙе газ плитәһе эргәһендәге тар ғына бер мөйөшкә илтеп ҡуйҙы.
(Дауамы бар).
– Һеҙҙе мәшәҡәтләнек, ваҡытығыҙ ҙа юҡ шикелле,– тине Зиләрә.– Әллә осрашыуҙы икенсе юлға ҡалдырып торайыҡмы?
– Юҡ, юҡ! Ултырығыҙ әле, һеҙ бит беҙгә алмашҡа үҫеп килеүсе йәштәр, һөйләшәйек, шиғырҙарығыҙҙы уҡып ҡарайыҡ. – Шулай тип әйтеп бөтөүе булды теге яҡтан улының тауышы ишетелде:
– Әсәй, әсәй, кил тиҙерәк! Ана, һине телевизорҙан күрһәтәләр!
Ысынлап та, эфирҙа Ләйлә Аҡшишмә тураһында телетапшырыу бара икән. Бына шағирә үҙенең «Халҡыма» тигән шиғырын уҡый башланы.
Халҡым булһа, мин дә булырмын,
Халҡым торһа, мин дә торормон.
Халҡым тип күккә ашырмын,
Халҡым тип гүргә төшөрмөн,
Яҙын сәскә булып атырмын,
Ҡышын аҡ ҡар булып ятырмын,
Ҡояш нуры булып ҡалҡырмын!
Был күңелгә үтеп инер юлдар шунда уҡ ҡыҙҙарҙың күңеленә уйылып ҡалды, хатта махсус ятлау ҙа кәрәкмәне.
«Ошондай шарттарҙа йәшәп тә, ҡайһындай шиғыр яҙа алған! Ә мин шулай эшләй алыр инемме?» – тип уйланы Гөллирә. –Ата- әсәйемдәр, ана, ауылда мал аҫрап, ҡош- ҡорт көтөп тә бына тигән йәшәп ята. Яландай өй, бөтә шарттар булдырылған матур донъя, мул ризыҡ.Ҡоро маҡталыуҙан ни файҙа? Шағирә тигән оло исем күтәреп, ултырып яҙышыр өсөн айырым бүлмәң, хатта өҫтәлең дә булмаһынсы әле?
Зиләрә шағирәгә үҙенсә һоҡланды.
Тәү ҡарашҡа нәфис кенә, иркә, наҙлыҡай һымаҡ күренһә лә ниндәй көслө рухлы икән дәһә был апай, тип уйланы.
Телетапшырыуҙы ҡарап та бөтә алманылар, ишек шаҡынылар. Өҫтөнә ҡиммәтле тун, башына затлы бүрек кейгән үҙ дәрәжәһен белеүе йөҙөнә сыҡҡан урта йәштәрҙәге бер сибәр ханым килеп инде. Бик эшлекле ҡиәфәттә, ҡатын- ҡыҙға хас булғанса хәл- әхүәл белешеп тә ваҡыт әрәм итеп тормайынса, туп- тура йомошон әйтте:
– Госдумаға депутатлыҡҡа үҙемдең кандидатурамды ҡуям. Һеҙҙе доверенное лицо итеп алмаҡсымын. Ризаһығыҙмы?
– Әллә, халыҡ һайлаһа ни, мин ни риза,– тине шағирә.
– Ана шул халыҡты тыңлата, минең яғыма бора алырҙай ҡатын- ҡыҙ кәрәк миңә.
– Әлләсе,– шағирә уңайһыҙланды.– Мин ни үҙ хаҡымды хаҡлай алмағанды, һеҙҙе нисек яҡлармын?
– Уныһы бүстәк. Иң главныйы - кәрәк саҡта плакат булырлыҡ шиғри һүҙеңде әйт! Бер куплет шиғырың менән минең яҙмышымды хәл итә алыуың ихтимал.
Ләйлә Аҡшишмә һаман уйланды, ниңәлер, ризалыҡ белдерергә ашыҡманы. Элегерәк тә берәү бик ялынғас ярҙам иткәйне. Депутатлыҡҡа үтеп киткәйне, халҡы барлығы, уның мәнфәғәтен яҡларға кәрәклеге иҫенә лә инеп сыҡманы: бары үҙенең байып ҡалыуын уйланы. Ә Ләйләнең ҡасандыр үҙенә ярҙам итеүен бөтөнләй онотто. Шағирәнең өндәшмәй тороуынан депутатлыҡҡа кандидатураһын ҡуйырға әҙерләнгән ханым үҙенсә фекер йөрөттө: «Шағирә баһаһын арттырырға самалай,» – тип уйланы.
– За ценой не постоим, – тине ҡатын руссалап.– Депутат була ҡалһам, һиңә квартира вәғәҙә итәм. Ул минең өсөн раз плюнуть буласаҡ, – тип эре сирттерҙе ниндәй хаҡ түләп булһа ла юғары власҡа ынтылыусы, өй эсе тулы кеше булыуға ла, телевизорҙа барған тапшырыуға ла иғтибар итеп тормай, күҙенә аҡ- ҡара күренмәй сапҡан эт кеүек, һаман үҙенекен тылҡыны:
– Эйе, эйе квартира вәғәҙә итәм!
Бер аҙҙан Ләйләнең ипле генә итеп әйткән яуабы ишетелде:
– Ҡуйығыҙ, мәшәҡәтләнмәгеҙ. Был эш минең ҡулдан килмәҫ. Зинһар, ғәфү итегеҙ, икенсе ҡулай кеше табығыҙ.
Әммә үҙ һүҙен һүҙ итергә өйрәнгән сибәр ханым бирешергә теләмәне:
– Ярҙамсы булырға кеше тапмағанлыҡтан килмәнем мин бында, вот! Һеҙҙең ижад үтемле, тип ишеткәйнем, уйла, фатирлы булғың килһә, әйтерһең, әле ваҡыт бар.
Буласаҡ кандидат төптә ултырған кешеләргә күҙ һалып та тормай, тынсыу һауаға сирҡанып танауын йыйырҙы ла, ишек төбөнән сығып китте.
– Һайлау етә башлаһа ҡаҡшата торғандар, – тине әлеге күренеш өсөн йәш ҡәләмдәштәренән уңайһыҙланған хужабикә.
– Ҡана, шиғырҙарығыҙҙы уҡып алайыҡ әле, – тип ҡыҙҙарҙың дәфтәрҙәрен алып эргәһенә генә һалғайны, телефон шылтыраны.
– Алло,алло, был филармония борсой. Сценарий әҙерме? Беҙгә бик кәрәк!
– Эйе, әҙер. Төнө буйы ултырып булһа ла яҙып бөттөм. Килеп алығыҙ.
– Хәҙер кеше ебәрермен, – тине бойороҡ бирергә өйрәнгән тауыш. Телефон трубкаһын һалып, инде ҡыҙҙар эргәһенә ултырайым тигәйне, йәнә телефонға саҡырыу яңғыраны.
– Миңә шиғыр кәрәк! Йыр яҙам,– тине композитор.
Аптыраған шағирә ҡыҙҙарға ҡарап: «Әйҙә, башта сәй эсеп алайыҡ әле, – тине. – Дәфтәрҙәрегеҙҙе ҡалдырып тороғоҙ, аҙаҡ аулаҡта ҡарап сығырмын.»
Өҫтәл артына инде ултырғайнылар ғына ишек асылды ла өҫтө- башы керләнгән, бите- күҙе шешенгән урта йәштәрҙәге бер әҙәм килеп инде:
– Һылыу, үлтермә, бер яртылыҡ аҡса бир, баш ярылып килә,– тине хужабикәгә ялбарып ҡарап.
– Асыҡтым, икмәк бир, тиһәң ҡолаҡҡа яғыр.
Ләйлә шулай тиһә лә, асарбаҡты буш сығарманы. Кеше яҡшы тормоштан теләнселәмәйҙер, тип уйлай ул. Әле лә бер булка икмәк, ун һум аҡса биреп оҙатты һаҡал- мыйыҡ баҫҡан ыздарауай ирҙе.
Сәй артында Гөллирә килгәндән бирле үҙен борсоған, уйлап- уйлап та осона сыға алмаған һорауҙы бирҙе.
– Ләйлә апай, һеҙ шул тиклем талантлы, кешеләргә кәрәкһегеҙ, ижадығыҙҙы юғары баһалайҙар, ә тормош шарттарығыҙ насар, ниңә улай? Был бит ғәҙел түгел!
– Күптәрҙең хатта ошондай фатиры ла юҡ әле, һылыу. Минең әлхәм, ҡайтып инер үҙ мөйөшөм бар, – тине шағирә. Фатиры тарлыҡҡа ла, етешһеҙ тормошона ла, ваҡыт етмәүгә лә, эше күплеккә лә зарланманы, киреһенсә, Зиләрәне һоҡландырып, юғары пафослы һүҙҙәр менән артабан аңлатты:
– Ижадсы үҙен беренсе планға ҡуйырға тейеш түгел. Ул – халҡына рухи аҙыҡ биреүсе. Үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, байлыҡ артынан ҡыуа башлаһа, нисек халҡын артынан әйҙәр?!
– Ә ниңә хөкүмәт ҡайғыртмай һеҙҙе? Шағирҙар, яҙыусылар беҙҙә әллә ни күп түгел дәһә? – тине Гөллирә шағирәнең ошондай шартта йәшәүен барыбер башына һыйҙыра алмайынса. – Ана, минең инәйем баҙарҙа ваҡ- төйәк кенә һатып тора, дүрт бүлмәле фатир һатып алды.
Был тура һорауға шағирә ҡапыл ни тип яуап бирергә лә белмәй баҙап торҙо. Шунан Гөллирәгә йылмайып ҡараны ла уйынлы- ысынлы итеп:
– Һылыу, һинән шағирә сығырмы икән? – тине. – Матди яҡты ныҡ ҡайғыртаһың.- Шунан етди итеп өҫтәне, – Шағирҙәр рухи тормош менән йәшәй. Улар донъя ваҡлыҡтарынан өҫтөн. Шағирҙар – фиҙакәр булырға тейеш!
Киләсәктә иркен, мул тормошта йәшәргә хыялланған ҡыҙыҡайға, ысынлап та, бындай фиҙакәрлек кәрәкмәй ине. Ул артабан бәхәсләшергә уңайһыҙланды, мәгәр үҙ фекерендә ҡалды: тимәк, шиғыр яҙып ҡына тамаҡ туйҙырып булмай!
Зиләрә өндәшмәне, әммә ул да үҙенсә уйланды, әммә уны уйы әхирәтенекенән бер аҙ айырылды. Ниңә беҙҙә рухи байлыҡ баһаланмай икән,тип уйланы ул. Ысынлап та, ниңә шағирәләр, ижад кешеләре анауындай матур өйҙәрҙә йәшәй алмай? Ниңә шағирҙарҙы үҙҙәренә кәрәк саҡта флаг урынына алып йөрөтәләр ҙә кәрәге бөткәс, демонстрациянан һуң ырғытҡан транспарат һымаҡ, бер ситкә быраҡтыралар? Әҙме- күпме уйланған, яҙышып ҡараған ҡыҙыҡай тағы ошоларҙы уйланы: «Бер шиғыр яҙғансы, күпме ғазап сигәһең, уйланаһың? Бер яҙғаныңды оҡшатмай, һыҙып ташлап киренән яҙаһың.Ҡайта- ҡайта уйланаһың. Ә шиғырың кешеләр күңеленә хуш килһә, үҙеңә ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай хис итәһең. Ләйлә апай һымаҡ башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй ҙә кеүек. Бер китаплыҡ шиғыр яҙыр өсөн күпме йоҡоһоҙ төн, йөрәк хисе кәрәк?»
Был осрашыуҙан ике ҡыҙҙың башында ике төрлө уй төйнәлде. Зиләрә: «Их, Ләйлә апай кеүек ысын шағирә булырға етерме минең фиҙакәрлегем, рухи көсөм, – тип уйланы. – Уның кеүек үҙемде-үҙем аямай ижад итә алырмынмы? Кешеләрҙе матди байлыҡҡа ҡарап баһалаған саҡта хәйерсе хәлендә йәшәү, халҡым тип үҙеңде ошондай тормошҡа дусар итеү еңел аҡыллылыҡ булып күренмәҫме?» Төрлөһөн уйланы ҡыҙыҡай. Ана бит, бая анау швейцарҙың швейцары,үҙен-үҙе әллә кемгә ҡуйып, ижад кешеләрен мыҫҡыл итә: бында шағирҙар түгел, ә байҙар йәшәй, тигән була. Ошондай йәмғиәттә бөтә ғүмеремде тик ижадҡа ғына арнап йәшәргә көсөм етәрме?– тип һораны ул үҙенән ҡат-ҡат, әйтерһең, нәҡ ошо минутта уның шағирә булыу- булмауы хәл ителде. Бер аҙҙан: «Шулай ҙа тырышып ҡарайым әле!» – тип ҡуйҙы.
Ә Гөллирә иһә бынан ары түбән шиғыр яҙып маташмаҫҡа булды. Шағирә булам тип йән ҡыйғансы, фәҡирлектә интеккәнсе, рәхәтләнеп теләгәнсә йәшәрмен, тигән фекергә килде. Ана, күрше ауылдан бер бай фермерҙың улы артынан йөрөй, шуға тормошҡа сығыр ҙа бер нужа күрмәй, байлыҡта, муллыҡта маҙрап йәшәр.
Шулай ҙа шағирә менән осрашыу Зиләрә менән Гөллирә күңелендә онотолмаҫ яҡты эҙ ҡалдырҙы. Бар бит әле донъяла изге күңелле кешеләр,тигән уйҙан икеһенә лә донъя яҡтырып киткәндәй тойолдо. Изгелек алыҫтағы ҡояш нуры кеүек шул, күңелдәргә бик яй барып етә,ә шулай ҙа ҡасан да бер килеп етә бит ул.
Читайте нас: