Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Июнь 2021, 06:34

Алтын ҡуллы оҫталарға ярҙамға

Башҡорттар элек-электән ҡул эштәренә оҫта булған – балаҫ һуғыу, бәйләү, кейеҙҙән, кизе-мамыҡтан кейем тегеү, таш һәм ағастан көнкүрештә кәрәк булған әйберҙәр яһау, йорт­то биҙәү. Үкенескә күрә, ваҡыт уҙыу менән кәрәкле һәм матур әйберҙәрҙе үҙ ҡулыбыҙ менән булдырыу һәләтен юғалтып барабыҙ. Кәрәкле әйберҙе магазиндан ғына һатып алырға өйрәнгәнбеҙ, үҙаллы ниҙер эшләүҙе кәрәк тип тапмайбыҙ. Шуға күрә ҡул хеҙмәте хәҙерге заманда һирәк күренешкә әйләнде һәм юғары баһалана.

Уҙған йылдың декабрендә БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты “БР бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһының күсмә күргәҙмә-йәрминкәләр ойоштороу буйынса “АРТ- резиденция” проектын хупланы. Бөгөн халыҡ кәсептәре традициялары яңырыу осоро кисерә. Халыҡ оҫталары, электән килгән формаларҙы, милли орнамент, традицион алымдарҙы ҡулланып, заманса көнкүреш зауығына тура килгән сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙыра.
“АРТ-резиденция” тип аталған проект тап башҡорттарҙың традицион шөғөлдәрен һаҡлап алып ҡалыу һәм ярҙам итеү өсөн уйлап табылды ла инде. Унда халыҡ кәсептәрен тергеҙгән оҫталар – эшҡыуарҙар саҡырыла, уларға оҫталыҡ дәрестәрен уҙғарыу, үҙҙәренең ҡул эштәрен һатыу өсөн бушлай урын бирелә.
“АРТ-резиденция” күргәҙмәһе күсмә сараға әйләнде: ул Каруанһарайҙа, “Баш­ҡортостан” лайф­стайл, “Мега” сауҙа үҙәктәрендә ойошторола. Республика буйлап һабантуйҙарға, төрлө ҡала байрамына ла “барҙы”, Өфөнөң иң яҡшы сауҙа нөктәләре ҡул эштәре оҫталарын һәм халыҡ кәсепселәрен ҡабул итте. Проектта ҡат­нашыусылар ағас, ебәк, таш, туҡыма, мамыҡ һәм кейеҙҙән ҡабатланмаҫ эштәрен алып килде.
“Башҡа бер ерҙә лә һатып алып булмаясаҡ” принцибы изделиеның сифат һәм ассортимент баһаһын арттырып ебәрә. “АРТ-резиденция” күргәҙмә-йәрмин­кәһендә тик эксклюзив әйберҙәрҙе генә осратырға мөмкин, бының кеүекте башҡа бер ҡайҙа ла табып булмаясаҡ.
Күргәҙмә-йәрминкәлә ҡыйбат булмаған хаҡҡа сифатлы биҙәүестәр, таштан һәм ағастан файҙалы һәм декоратив әйберҙәр, мамыҡтан һәм кейеҙҙән йылы, ҡупшы кейем, нәзәкәтле ҡурсаҡтар, һауыт- һаба һатып алырға мөмкин. Һәм был әйбер быуындар тәжрибәһенә таянған, шул уҡ ваҡытта бар күңелен һалып, үҙенең үҙенсәлекле өлгөһөн тыуҙырған оҫтаның ҡабатланмаҫ сәнғәт әҫәре буласаҡ.
Бындай күргәҙмә-йәрминкә Каруанһарайҙа һәм баш ҡаланың төрлө сауҙа нөктәһендә даими эшләй. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы уникаль бүләк менән ҡыуандырырға теләһәгеҙ, “АРТ-резиденция” һеҙҙе көтә!
Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында оҫта ҡулдар етерлек, кәсепселәр иғтибарына: “АРТ-резиденция” күсмә күргәҙмәһендә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн 8 917 74 51 783 телефонына шылтыратып, заявка ҡалдырырға кәрәк.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.
Читайте нас: