Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Июнь 2021, 13:45

Атайлыҡ бурысы

Әхирәтем Айгөл янына ашығып килһәм дә, юлым уңманы. Ишек төбөндә торған ҡораллы һаҡсы: “Ашығыс суд ултырышы бара. Әлегә уның эш кабинеты барыбер бикле, һеҙгә урамда көтөргә тура килә”, – тип, тышҡы ишектән ары үткәрмәне. Ғәйеп үҙемдә – ярты сәғәт элек үк килеп етергә тейеш инем. Имеш, берәү килешле күлдәк таба алмай! Үҙемә булған асыуҙы һаҡсы иргә төшөрмәксе булдым:

– Оҙаҡ көтөргәме инде хәҙер?!
– Әйтә алмайым... Ғәҙәттә, ундай ултырыштар кәм тигәндә ике сәғәткә һуҙыла.
Суд бинаһының бейек тупһаһынан төштөм дә, нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалдым. Өйгә кире ҡайтыуҙан фәтүә юҡ, тығында ваҡытымды ғына юғалтасаҡмын. Эргәләге кафеға ла инге килмәй: иртәнге ашты һуң ашаным, ә төшкөнө Айгөл менән бергә ашарға ниәтләнем. Яҡын-тирәләге сауҙа йорттарына ла барыуҙан файҙа юҡ – хаҡтар минең кеҫә өсөн түгел. Сумкамда электрон китап ятҡаны иҫкә төшкәс, ҡаршылағы баҡсала бер аҙ саф һауа һулап алырға булдым. Ҡала үҙәге булыуға ҡарамаҫтан, ул баҡса аулаҡ ерҙә урынлашҡан. Тыныс, кеше лә аҙ күренә...
– Һылыу, һеҙҙең һыу юҡмы? Дарыу эсергә ине... – Ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй, уҡыуға бирелеп ултыра инем, эргәмдә хәлһеҙ генә тауыш ишетеп, башымды ҡалҡыттым. Янымда ыҫпай кейенгән, өҫтө-башы ҡараулы оло ғына ағай тора ине. Ҡалтыранған ҡулдары менән таяғын да матурлап тота алмай, күптән түгел илаған, буғай – күҙҙәре ҡыҙарған.
– Һеҙгә ҡыйынмы әллә? Бәлки, “Тиҙ ярҙам” саҡыр­тырғалыр? – сумкамдан шешәләге һыуҙы сығарғансы уға ҡарап-ҡарап алдым.
– Юҡ, борсолмағыҙ. Хәҙер дарыуымды эсһәм, еңеләйергә тейеш. Үҙем һыуымды машинала ҡалдыр­ғанмын. Хәтереңде эт ашағыр, тип олатайым үҙен әрләгәндә элек көлә торғайным. Үҙемә лә шул көн етте, күрәһең... – ағай эскәмйәгә ултырҙы ла, ҡалтыранған ҡулдары менән кеҫәһенән 3 – 4 төрлө дарыу ҡаптары сығарып, эсергә әҙерләнә башланы. Тик уларҙан төймәләрҙе ысҡындыра алмағанын күреп, ярҙамға ашыҡтым.
– Эйе, ҡайһы саҡта онотолоп китәбеҙ шул. Беҙҙең, йәш быуындың, бөтөнләй хәтере юҡ хәҙер, – уны хәбәр менән бер аҙ әүрәтергә булдым. – Иртән нимә ашағанды ла иҫләп булмай ҡай саҡта.
– Ҡатыным булмаһа, күптән үлгән булыр инем. Алдан хәстәрләп, һәр костюм кеҫәһенә, машина бардачогына, сәй эскән өҫтәлгә ошо дарыуҙарҙы һалып ҡуя, һыу ҙа тултыра. Шулар көсө менән генә йәшәйем инде...
– Улай тимәгеҙ, кемгә күпме ғүмер бирелгән – шуны үтәбеҙ инде...
– Э-э-эй, ул ғүмерҙе матур итеп йәшәһәң икән ул!.. Айырыуса ҡартлыҡ көнөндә.
– Бына бит, хәстәрләп торған ҡатынығыҙ бар. Тимәк, тормошоғоҙҙоң бер йәме бар.
– Ул яҡтан бәхетлемен, һылыу. Ике тапҡыр өйләндем, икеһе лә бынамын тигән ҡатын булды. Тик бына балалар ғына көйҙөрә. Бөгөнгө көндә шулар хәсрәте менән янам, тыныс ҡартлыҡ күрә алмайым. Әле бына кесе улыма ҡарата хөкөм сығарҙылар... – Ағай һығылып илап ебәрҙе. Хәҙер инде уны нисек йыуатырға белмәй ысынтылап аптырауға ҡалдым. Ниңә һөйләшә башланым икән, тип үкенә биреп тә ҡуйҙым. – Ете йыл бирҙеләр...
– Өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ, ағай. Апелляцияға биреп ҡарағыҙ. Бирешергә ашыҡмағыҙ...
– Үҙенең ғәйебе. Хөкөм ғәҙел бирелде. Тик миңә был хәҡиҡәттән бер ҙә еңел түгел шул. Ауылдаштар алдында оят. Выждан ғазабы ла бар. Тәүге ҡатынымдың рухы алдында намыҫым таҙа түгел. Ике улымдың тормошо селпәрәмә килеүендә үҙемдең дә ғәйебем ҙур. Айҙар буйы шуны уйлап, тамам ауырыуға һабыштым...
– Һәр кем үҙ ҡылығына үҙе яуап бирә. Енәйәт эшлә, тип әйтмәгәнһегеҙҙер, моғайын...
– Әйтмәнем. Шул уҡ ваҡытта яманды яҡшынан айырырлыҡ итеп тәрбиә лә бирмәнем шул. Ҡәйүм була минең исемем. Ҡәйүм Сибәғәт улы. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләнем. Ҡатыным менән педагогия училищеһында уҡығанда таныштыҡ та, диплом алғас, ғаилә ҡороп, минең тыуған ауылыма ҡайтып төпләндек. Баш-аяғым менән эшкә сумдым: туғыҙ йыллыҡ мәктәпте үҙем юллап йөрөп, урта мәктәпкә әйләндерҙек. Ситтән тороп юғары белем алдым, аҙаҡ директор итеп ҡуйҙылар. Мәскәүгә хәтле барып еттем, шулай ҙа ике ҡатлы яңы мәктәп һалдырттыҡ. Ҙур спорт залы, бөтә уңайлылығы, компьютер класы булған республикалағы тәүге мәктәп ине ул. Китте беҙҙең дан! – тыңлаусы барҙа хәсрәтен бушатмаҡ булып, яңы танышым миңә тормошон бәйән итте. Ә миңә тыңлауҙан башҡа сара юҡ ине. – Республика, район кимә­лен­дәге саралар беҙҙә үтә, мине төрлө байрам­ға, кәңәшмәгә саҡыралар. 2000 йылда дәрәжәле исем бирҙеләр, тағы ла биш йылдан президент күкрәгемә орден таҡты. Тик эшемде мин дан, дәрәжә өсөн түгел, ә яратып башҡарҙым. Ауылымды күтәрергә тип тырыштым. Район хакимиәтенә лә, Өфөгә лә етәксе вазифаһына эшкә саҡырҙылар. Ризалашманым, үҙ мәктәбемдә ҡалдым. Ҙур мәктәптең мәшәҡәттәре лә күп бит, көнө-төнө тигәндәй шуларҙы атҡарам. Етмәһә, төрлө сараны ойоштороу ҙа еңелдән түгел. Уның араһында – дәрестәр, уҡыусылар. Ауылда абруйым ҙур, уҡыусылар бигерәк тә ихтирам итә... Ине, тип әйтһәм дә булыр. Хәҙер ауылдаштар, элекке коллегалар, уҡыусылар күҙенә күренеүе лә оят! Тик мәктәп, тип йөрөп ғаиләмде бөтөнләй күҙ уңынан ысҡындырғанмын. Дөрөҫөрәге, ғаилә, йорт мәшәҡәттәре баштан уҡ ҡатыным Әмиләнең иңенә ятты. Ул башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә урынлашҡайны, бер-бер артлы өс улыбыҙ, бер ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Декрет ялынан һуң уны мәктәп китапханасыһы итеп кенә ҡалдырҙым. Сөнки уның ярты көн генә эшләүе ғаилә өсөн уңай ине. Ҡатыным бер ваҡытта ла зарланманы, минең йөҙөмдө йыртманы. Мин дә аҙып-туҙып, ситтәр менән ғишыҡ уйнап йөрөмәнем, аҡсаның тиненә тиклем ғаиләгә алып ҡайттым, йортта уңайлылыҡтар булдырырға тырыштым, ауыр эштәрҙе үҙем башҡара алмаһам, кеше ялланым. Шуның менән минең ир һәм атай вазифаһы тамам ине, шикелле. Тик кесе улыбыҙ Ғәзим үҫә килә Әмилә мине шелтәләй башланы:
– Ҡәйүм, малайҙарға атай тәрбиәһе кәрәк. Ир балаларҙы бисә һүҙе менән генә тотоп булмай. Бер аҙ өйгә лә иғтибар бүл әле...
– Нимә, эш боҙоп йөрөйҙәрме әллә? Тыңлашмайҙармы?
– Эш боҙғас, һуң була. Рәзилә өсөн борсолмайым, барлыҡ эс серҙәрен, хәлдәрен миңә һөйләй. Ә малайҙар икенсе төрлө.
– Күберәк эш ҡуш. Трай тибеп йөрөргә ваҡыттары ҡалмаҫ.
– Әйҙә, һин уларға ваҡытыңды бүл. Үҙ балаларың бит. Уларға ҡарағанда уҡыусылар менән йышыраҡ аралашаһың шикелле.
– Эшем шундай булғас, ни хәл итмәк кәрәк?
– Башҡалар ҙа эшләй, әммә үҙ балаларын кәм итмәйҙәр.
– Һеҙ кәм йәшәйһегеҙме?! Башҡаларҙан эш хаҡым ике тапҡырға артыҡ! Мохтажлыҡ күрәһегеҙме? Кәм-хур булып йәшәйһе­геҙме?
– Аҡсаламы ни эш? Балалар атайлы килеш атайһыҙ үҫә...
Бындай һөйләшеүҙәр йышайҙы, аҙағы күбеһенсә әрләшеү менән тамамлана ине. Ә малайҙар ысынлап та минән алыҫлашты. Аралашыу, шуны эшләнеңме, дәресеңде әҙерләнеңме, нимә кәрәк, тигән һорауҙарҙан үтмәне. Ғәзим иһә тәртипһеҙ булып үҫте. Уҡытыусылар артыҡ зарланманы, хәҙер уйлайым да, минең абруйыма тап төшөргөләре килмәгәндер, тием. Шулай ҙа күп ҡылығына үҙем дә күҙ йомдом. Әрме хеҙмәтенә китер алдынан тәүге ЧП булды. Ауыл хужалығы техникумына танышлыҡ менән уҡырға индергәйнем (сөнки үҙе ниндәйҙер һөнәр алырға теләк бел­дермәне), ялға ҡайтҡанында дуҫтары менән ауыл магазинына төшөп, араҡы, һыра, кассалағы аҡсаны урлағандар. Милиция эҙенә төшкәс, иң тәүҙә миңә килделәр. Оло башымды эйеп, эш ҡуҙғалтмауҙарын һораным. Зыянды үҙ кеҫәмдән түләнем дә, аҡыл ултырмаҫмы, тип малайҙы әрмегә оҙаттым.
Оло балаларҙан хәсрәт күрмәнек. Юғары белем алдылар, ғаилә ҡорҙолар. Ҡыҙ менән уртансы малай Өфөлә төпләнде, олоһо Юлай ауылға ҡайтып, мәҙәниәт йортонда эшләй башланы. Ғәзим әрменән ҡайтҡас, тәүҙә район үҙәгендә, аҙаҡ Өфөлә эшләп ҡараны. Тик тәртибе насар булғанғалыр, бер ерҙә лә тотҡарланманы. Көтмәгәндә ҡатыным вафат булды. Үт ҡыуығында таш булған икән. Йылдар буйы үҙен һиҙҙертмәгән ауырыу, тәүге өйәнәктән үк ҡатынымды бөгөп һалды. Операция ла уңышһыҙ булған. Тол ҡалғас, донъяның йәме китте. Хаҡлы ялда булһам да, эшләй инем әле. Һаулыҡ ҡаҡшағас, китергә тура килде. Юлай һаман өйләнмәй йөрөй ине, йортҡа хужабикә кәрәк, тип бер ҡыҙҙы димләп алып бирә һалдыҡ. Ҡатынымдың вафатынан һуң балаларҙы йыйып, үҙ ҡарарымды әйттем. Төп йортто Юлайға бүләк иттем, Ғәзимгә район үҙәгенән фатир алып бирҙем. Башҡаларына туйҙан һуң ныҡ ҡына ярҙам иткәйнек, шуға ике йыл рәттән мал-тыуар һуйып, һуғым бирергә, тип килештек. Ғәзимдең фатирын үҙемә яҙҙырырға кәрәк булған да бит, ваҡытында баш эшләйме инде!? Әмиләнең вафатына йыл ярым ваҡыт үткәс, элек бергә эшләгән Сәғиҙә исемле ҡатынға өйләндем. Беренсенән, эшһеҙ ҙә, ҡатынһыҙ ҙа бер үҙемә яманһыу. Икенсенән, яңы өйләнешкән йәш ғаиләгә ҡамасаулағым килмәне. Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, килен үҙ иңендә ике ир ятыуын яратманы шикелле. Сәғиҙәнең балалары ҡырҙа булғас, уға күсеп сыҡтым. Уҡытыусы булып эшләгәндә үк сабыр, аҡыллы ине. Олоғайғас, мөхәббәт хистәре булмайҙыр инде, шулай ҙа бер-беребеҙҙе ихтирам итәбеҙ.
Һәүетемсә генә өс йыл тирәһе йәшәп ҡалдыҡ. Бер заман Ғәзим ауырлы бер ҡыҙҙы эйәртеп ҡайтты. Буласаҡ киленегеҙ, тип таныштырҙы. Бик шатландыҡ, туй үткәреү, законлы никах тураһында һүҙ ҡуҙғалттыҡ.
– Артыҡ сығымдар нимәгә ул? Туйһыҙ ғына йәшәйбеҙ. Һеҙ лутсы фатир алырға ярҙам итегеҙ, – тине улым.
– Фатирың бар бит һуң...
– Беҙ Өфөгә күсергә булдыҡ. Әйткәндәй, мин ул фатирҙы һаттым. Ғәлиә лә йортон һатасаҡ. Тик баш ҡаланың торлаҡ хаҡтарын беләһегеҙ, ул ғына етмәйәсәк.
– Тәүге осорҙа ҡуртымға алып була. Эшкә урынлашһағыҙ, берәр йылдан ипотека алыр инегеҙ.
– Да-а-а, батя... Мине күрәләтә ҡоллоҡҡа этәрәһең инде. Ғүмер буйы һинең эш тип йәшәгәнең дә еткән! Мин кешесә йәшәгем килә. Әйткәндәй, оло улдың төп йортта ҡалыуын ҡасан күргәнегеҙ бар? Төпсөк малайға булырға тейеш ул! Һин дә бит ул нигеҙҙә кесе малай булараҡ яңы йорт күтәрттең. Тимәк, йорт миңә тейеш! Йә ярты миллион һум аҡса бир, йә ул йортто миңә бирәһең дә, уны һатам.
– Беренсенән, минең уның сама аҡсам юҡ. Икенсенән, йортто законлы рәүештә ағайыңа яҙҙырғанмын. Фатир аҡсаңды бир ҙә, һатып ал Юлайҙан.
– Банктан кредит алығыҙ. Түләмәһәгеҙ ҙә була – йортто законлы рәүештә улығыҙға биргән булһағыҙ, тимәк, һеҙҙең рәсми рәүештә банк тартып алырлыҡ мөлкәтегеҙ юҡ, – шул саҡ һөйләшеүҙән ситтә ултырған “яңы килен” тауыш бирҙе. – Закон буйынса пенсияғыҙҙың дүрттән бер өлөшө генә тотоп ҡалынасаҡ. Мин элек займ үҙәгендә эшләнем, әтнәкеләрен яҡшы беләм.
– Мин балаларыма быға тиклем ҡулдан килгәнсә ярҙам иттем, бынан һуң бурысҡа батырға йыйынмайым. Етмәгәнен үҙегеҙ бар итегеҙ. Ҡулдан килгән тиклем ипотека түләргә аҡса биреп торормон.
– Аңланым, батя. Тимәк, ярҙам иткең килмәй... Ярай, тик бел: был һуңғы һөйләшеү түгел. Йорт миңә тейеш, – тип Ғәзим ҡатыны менән сығып китте.
Район үҙәгенә ҡайтып киткәндәрҙер, тип уйлап тыныс ҡына йоҡларға яттым. Төн уртаһында телефон шылтыраны. Юлайҙың ҡатыны шылтырата ине. Ғәзим төндә иҫерек килеш килеп, аҡса таптыра башлаған, өйҙән ҡыуған. Уны тынысландырып, йоҡларға өндәгән ағаһына бысаҡ менән ташланған. Беҙ барғанда өй ҡанға тулғайны ине. Юлайҙы «Тиҙ ярҙам» машинаһы алып киткән. Ҡасҡан Ғәзимде лә ике көндән полиция хеҙмәткәрҙәре тотоп, ябып ҡуйҙы.
Бына, бөгөн уны ете йылға хөкөм иттеләр. Ә Юлайҙың һаман дауахананан башы сыҡмай. Ҡанын күп юғалтҡан, бер бөйөрөн дә алдырырға тура килде. Килен ауырлы. Шуға суд юлын үҙем тапайым. Ике улым да ғәзиз, ә бына тормош һайлау алдына ҡуйҙы. Береһен яҡларға, икенсеһен ғәйепләргә тейешмен. Әллә эш тип, ваҡытында уларға иғтибар бирмәгән өсөн Хоҙай шулай яҙалаймы икән, белмәйем...
Ҡәйүм ағайҙы нимә тип йыуатырға белмәй һүҙһеҙ ултырған арала ул тороп, баҡсанан сығыу яғына ыңғайланы:
– Рәхмәт, һылыу, ярҙамыңа, тыңлағаныңа. Хәсрәттәремде кемгә һөйләп күңел бушатыр инем тағы...
Әкрен генә атлап алыҫая барған яңы танышымды күҙ ҡарашым менән генә оҙатыуыма телефон тауыш бирҙе. Айгөл ине.
– Э-э-эй, һин ҡайҙа? Ин яныма, мин бушаным...
– Әйҙә үҙең баҡсаға сыҡ...
Күпме кешенең күҙ йәштәре түгелгән, ғазап һәм хәсрәт урыны булған суд бинаһына ингем килмәй ине инде...
Фото: Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.
Читайте нас: