+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
20 Июнь , 20:31

Йондоҙнамә (21 – 27 июнь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)Һуңғы ваҡытта күңелегеҙҙе борсоп тор­ған мәсьәләләр күбәйеп китте, буғай. Ғөмүмән, был аҙна һеҙҙең өсөн бик мөһим. Шаршамбылағы ваҡиғаларҙы дөрөҫ баһа­лай алһағыҙ, артабан күпкә еңелерәк булыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Мәл хәлдәрҙе барлап сығыу һәм йомғаҡ яһау өсөн уңайлы. Тормошоғоҙға ниндәй үҙгәрештәр индереү кәрәклеген асыҡларһығыҙ. Шишәмбеләге ваҡиғалар өмөтлө фекерҙәр тыуҙырыр.


Балыҡ (20.02 – 20.03)

Аҙна башындараҡ үҙегеҙ өсөн бик кәрәкле яңылыҡ ишетерһегеҙ һымаҡ. Был арала ең һыҙғанып эшләргә лә, бер аҙ күңел асырға ла мөмкинлектәр булыр. Аралашыуҙа ла мотлаҡ уңырһығыҙ. Бәғзеләр ниндәйҙер күмәк эштә ҡатнашыу тураһында һөйләшеү алып барыр.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Көндәр өмөтлө булырға оҡшай. Шаршамбы ғына төрлө сәбәп арҡаһында файҙаһыҙ үтер. Күп ваҡытығыҙҙы буш һөйләшеүҙәргә әрәм итерһегеҙ тура. Эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыусыллар ҙа табылыр, моғайын.


Буға (21.04 – 21.05)

Һеҙҙе уңышлы осор көтә. Ваҡ-төйәк ҡыйынлыҡтар осрар, әлбиттә, ләкин улар­ҙы еңел хәл итә алырһығыҙ. Хатта ҡайһы бер эшегеҙҙе ваҡытынан алда башҡарып ҡуйырһығыҙ. Кемдер маҡтау һүҙҙәрен дә ишетер, бәлки.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Был арала таныш, бер аҙ ялҡыта баш­лаған эштәр менән булышырһығыҙ. Шулай ҙа уларҙы, һәр саҡтағыса, тейе­шенсә башҡарырһығыҙ. Кесе йомала бик өмөтлө тәҡдим ишетеүегеҙ бар.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Башҡалар һеҙҙең турала ниндәйҙер хәбәр тарата һымаҡ тойолор. Бәғзеләр үҙҙәрен нисектер сәйер тота башланы кеүек. Нигеҙҙә, был һеҙҙең уйҙырмалар ғына, күберәк эш менән булығыҙ.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Аҙна араһында етди ҡыйынлыҡтар көтөлмәй. Шулай ҙа шишәмбе-шаршамбыла ҡайһы бер ҡыйынлыҡ булыуы мөмкин. Башҡаларҙың эштәренә ҡыҫылырға яратҡан бәндәләрҙән ары тороуығыҙ хәйерле. Алыҫтан ыңғай хәбәр алырһығыҙ.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Был арала бик етеҙ эш итерһегеҙ, хатта башҡаларҙы ла уҙырһығыҙ. Айырым уңыштарға өлгәшерһегеҙ, башҡалар яғынан көнләшеү ҙә булыр кеүек. Йомала юҡтан ғына етди дәғүәләр килеп сығыуы бар.


Үлсәү (24.09 – 23.10)

Милек, аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә үтә иғтибарлы булығыҙ. Бәләкәй генә хаталарҙың да ҙур юғалтыуға килтереүе ихтимал. Ғөмүмән, аҙна өмөтлө күренә. Кем менәндер арағыҙҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртерһегеҙ, буғай.


Саян (24.10 – 22.11)

Аҙна һәйбәт кенә башланып китер. Ләкин юҡ-бар менән эш итеү, ваҡыт етмәүе һәр саҡ бәкәлегеҙгә һуғып торор. Ҡайһы саҡ тыныс ҡалыу еңел бирелһә лә, осраған хәлдәр эсегеҙҙе бошорор. Шаршамбыла ярҙамға ла мохтаж булырһығыҙ, моғайын.


Уҡсы (23.11 – 21.12)

Һуңғы ваҡытта үҙ көсөгөҙгә булған ышанысты бер аҙ юғалта ла баш­лағайнығыҙ һымаҡ. Был арала үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ. Ярҙам итергә теләүселәр ҙә бар, ләкин уларға тулыһынса ышанмағыҙ.