+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Июнь , 21:34

Йондоҙнамә (14 – 20 июнь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Мәл күптән борсоп торған мәсьәләләргә тотоноу өсөн уңайлы. Артыҡ көсәнмәһәгеҙ ҙә була. Шаршамбыла ғына ниндәйҙер ҡыйынлыҡ килеп сығыр, уны хәл итеү өсөн урау юлдар эҙләрһегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)

Аҙна бик үҙгәреүсән көтөлә. Уйламаған ваҡиғалар ҙа булыр, моғайын. Яҡын киләсәккә төҙөгән маҡсатығыҙҙы ҡайһы саҡ үҙгәртергә лә мәжбүр булырһығыҙ. Кесе йомала килем йәки бүләк көтөгөҙ.


Балыҡ (20.02 – 20.03)

Тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр төҫ­мөрләнә башлар. Уларҙы асығыраҡ күреү өсөн ныҡлап эшләйһе бар әле. Был арала күптән күрмәгән танышығыҙ менән осра­шырһығыҙ, бәлки. Ниндәйҙер дөйөм эш тура­һында ла һөйләшә алырһығыҙ, моғайын.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Бәғзеләргә арыу ғына аҡса килер. Уларҙы әлегә тотонмаҫҡа кәңәш ителә. Алда һеҙҙе ҙур ғына сығымдар көтә. Эш урынында аралашыуҙар файҙалы булырға оҡшай. Теләһә кем менән дә уртаҡ тел табырһығыҙ.


Буға (21.04 – 21.05)

Аҙна һәйбәт үтергә оҡшай. Тап был арала абруйлы кеше менән һөйләшерһегеҙ. Артабан үҙегеҙҙе күпкә ышаныслыраҡ тойор­һоғоҙ. Йомала килеп сыҡҡан мәшәҡәттәр ҙә кәйефегеҙҙе боҙа алмаҫ.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Йондоҙҙар бар эштә лә булышлыҡ итер. Өйрәнгән эш һәм көн тәртибен боҙмаһағыҙ, күҙгә күренеп алға китерһегеҙ. Ниндәйҙер буталсыҡ мәсьәләләргә бер аҙ асыҡлыҡ индерерһегеҙ. Кесе йомала өмөтлө һөйләшеү көтөлә.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Көндәр бер аҙ мәшәҡәтлерәк килер. Тәү ҡарамаҡҡа хәл итә алмаҫлыҡ тойолған ҡыйынлыҡтар ҙа осрар. Уларҙың килеүен һеҙ алдан уҡ белә инегеҙ һымаҡ. Кесе йомала яҡындарығыҙ менән дәғүәләр ҙә булыуы мөмкин.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Был арала эшегеҙ күбәйеп китер. Йыш ҡына ялҡытҡан, күңелегеҙгә ятмаған эштәр менән дә булышырһығыҙ. Хәл юҡ, түҙергә мәжбүр булырһығыҙ. Тиҙҙән ыңғай ваҡиғалар килер, көтөргә оҙаҡ ҡалманы инде.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ҡәҙимге аҙна. Бөтәһе лә һәйбәт барған кеүек. Шулай ҙа ялҡаулыҡҡа бирелмәгеҙ, юғиһә аҙаҡ бөгөнгө эштәрегеҙгә яңынан әйләнеп ҡайтырһығыҙ. Уҡып йөрөгәндәргә ҡайһы саҡ ауырыраҡ булыр. Иғтибарлылыҡ та етмәй шикелле.


Үлсәү (24.09 – 23.10)

Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Ши­шәмбелә кәрәкле кеше менән яҡшыраҡ танышырға форсат тейер. Шаршамбыла ыңғай хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Шәхси тормошоғоҙҙа ла яҡшы үҙгәрештәр булыр. Барыһы ла үҙегеҙҙән тора.


Саян (24.10 – 22.11)

Көндәрҙең бигүк еңел килмәүе лә бар. Шулай ҙа юлығыҙҙа хәл итә алмаҫлыҡ ҡар­шылыҡтар осрамаҫ. Ҡайһы саҡ ныҡыш­малылыҡ күрһәтергә йыбанмағыҙ. Шаршамбыла бер аҙ түҙемлерәк булырға кәңәш ителә.


Уҡсы (23.11 – 21.12)

Һәйбәт кенә барған эште ашығыуығыҙ арҡаһында боҙоуығыҙ ихтимал. Һөҙөм­тәлә икеләтә көс түгерһегеҙ. Был арала фекерҙәштәрегеҙ күбәйеп китер. Элекке дошмандарығыҙҙың бәғзеләре һеҙгә ыңғай ҡарай башлар.