Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Июнь 2021, 10:00

60 йәшлек Илдар Ғәбитовтың 14 йәшлек дуҫы бар

йәки “Йәшлек”тең даими авторы, публицист, башватҡыстар төҙөү оҫтаһы, иҡтисад фәндәре кандидаты, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, күп балалы атай Илдар Ғәбитовтың бер көнөнә байҡау

Беҙҙең гәзит уҡыусыларын уның менән таныштырып тороуҙың кәрәге юҡтыр. Бына нисәмә йыл баҫмабыҙҙы йөк­мәткеле мәҡәләләре менән байыта, башватҡыстары менән дуҫтарыбыҙҙың башын ҡатыра. Матбуғат йортонда йыш була ул. “Йәшлек”тән башҡа гәзит-журналда ла уның исем-аты даими күренә. Радио менән телевидениела сығыш яһауын да һанаһаҡ, ҡәләмдәшебеҙҙең ни тиклем әүҙем тормош менән йәшәүен төҫмөрләргә була. “Шым әйткән нәмә яҡшы ишетелә” тигән яратҡан цита­таһынса, артыҡ ҡысҡырмай ҙа, әммә әйтһә, берәгәйле әйтә, гел үҙенең тос фекере бар, гел кеше араһында.

Илдар Ғәбитов әйтеүенсә, уға тәүлектең 24 сәғәте тап-таман ғына: әҙ ҙә, артыҡ та түгел. Был “йүгерек заман”да ваҡыт менән нисек гармонияла йәшәргә мөмкин? Уның менән шуны асыҡларға теләнек.


Иртә

Көнөгөҙ нисек башлана? Күп кешегә шундай һорау бирәләр. Кемдер – “һандуғас”. Ҡайһы берәүҙәр, айырыуса ижади кешеләр, Илһам ҡоштары иңдәренә төндә ҡунғанлыҡтан, ҡояш­ты һис ҡаршылағандары юҡ. “Мин иртә торам, күп эшемде төшкә тиклем бөтөрәм”, – ти Илдар Миҙхәт улы.

Эшмәкәрлегенең күп яҡлы булға­нын белгәнгә, һүҙҙе уның уҡытыу­сылы­ғынан башлайым. Күптәребеҙ аңла­уынса, тап уҡытыусылар – ып-ысын “һандуғас”тар ул.

Илдар ағай Башҡорт дәүләт универ­ситетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтында студенттарҙы иҡ­тисад фәненән уҡыта. Йәштәрҙең белем алырға ынтылышы ниндәй кимәлдә икән? Студенттарының янынан сығыуға иҡтисадсыға шул һорауҙы бирҙек.

– Бөгөнгө студенттарға баһа бирергә хоҡуғым барҙыр, сөнки 1983 йылдан алып вуз системаһында эшләп киләм. Дәүләт алып барған сәйәсәт арҡаһында юғары белем һәр кем өсөн мотлаҡ нәмәгә әйләнде. Бөтә кешенең дә юғары белемле булыуы мөмкин дә түгел. Әгәр һәр кем вузда уҡый ала икән, йә юғары уҡыу йортоноң, уҡытыуҙың кимәле (“өслө” билдәһенә өлгәшкәндәр өсөн) түбән төшөргә тейеш, йә вузда уҡый алмаған балалар криминаль юлға баҫырға тейеш. Дәүләт беренсе юлды һайланы. Шунлыҡ­тан хәҙерге студенттар араһында уҡырға теләгән, булдыра алған кеше күп түгел. Бында байтағы башлыса ваҡыт үткәреү өсөн генә йөрөй. Уларҙың алған дипломы бер ни тормай. Уҡытыусы өсөн дә эштең ҡыҙығы бөтөп барғандай. Тиҙерәк пенсияға китеү тураһында уйланыла...


Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында...

Институтта Илдар Ғәбитовтың дәрестәре күп түгел. Тимәк, мәҡәләләр яҙырға ла, сканворд-кроссворд төҙөргә лә ваҡыты етерлек. Беҙ, журналистар, мәҡәләне башлыса редакцияла яҙабыҙ. Ә журналист булып эшләмәгән, шулай ҙа әүҙем публицист булған кешегә мәҡәлә яҙыу өсөн уңайлы урын һәм шарттар кәрәкме, тигән һорауымды бирмәй булдыра алманы. Сөнки былтыр пандемия арҡаһында журналистар өйҙә эшләне. Унда, үҙ өйө, үҙ мөйөшө булһа ла, һәр кемдең айырым кабинеты, интернет мөмкинлектәре, ҡыҫ­ҡаһы, уңайлы мөхите юҡ ине.

– Мәҡәлә яҙырҙан алда оҙаҡ ҡына материал йыям, башымда эшкәртәм, уйлайым, ноутбугымдағы айырым папкаға теркәп барам. Ә әҙер фекерҙе ҡайҙа ултырып яҙһаң да барыбер. Өйҙә кемдер булһа ла, булмаһа ла, шул мәҡәлә мөхитенә инеп китәм һәм тиҙ арала яҙып та ҡуям. Әлбиттә, матбуғатҡа тамам­ланмаған эшемде алып барып тапшырмайым, автор, бигерәк тә публицист булараҡ, мин нимә яҙғаныма яуаплы.

Дондағы Ростов ҡалаһының университетында уҡығанда уҡ беҙҙең өсөн үрнәк булған Карл Маркс, Владимир Лениндың, фәнни эштәрҙән тыш, күпләп публицистика менән шөғөлләнгәнен күреп, был турала ла уйлана торғайным. СССР-ҙа үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, ваҡытлы матбуғат баҫмаларында сыға башлаған публицистиканың йәмғиәт өсөн уйнаған ролен күреп, миңә лә ошондай мәҡәләләр яҙырға кәрәктер, тигән фекергә килдем. Сөнки үҙем һымаҡтар араһындағы зыялы­ларҙың, ҡалын-ҡалын китаптар сығарыу­ҙарына ҡарамаҫтан, был ижад менән шөғөлләнмәгәне аптыратты. Вузда алған белем кимәле, тормош тәжрибәһе баш­ҡортса публицистика менән булы­шырға мөмкинлек бирәлер. Тимерғәле Кил­мөхәмәтов, Зөһрә Ҡотлогилдина әйтмеш­ләй, мин бында – замана мәғри­фәтсеһе. Иҡтисад өлкәһендәге белемемде халыҡҡа аңлатып биреүҙе үҙемдең бурысым итеп һанайым.

Мәҡәләләрҙең темаһына килгәндә, халыҡты ҡыҙыҡһындырған көнүҙәк проблемалар үҙенән-үҙе килеп сыға. Вуз уҡытыусыһы булараҡ, үҙем шөғөлләнгән фәнни темалар ҙа ныҡ ярҙам итә. Публицистика, журналистиканың үҙенсәлекле төрө булараҡ, ниндәйҙер әҙерлек талап итә.

Тема табыуҙа тағы ла бер сер бар. Мин аҙнаһына бер-ике тапҡыр мотлаҡ рәүештә Артур Дәүләтбәков эргәһенә килеп, сәй эсергә яратам. Шунда уның менән төрлө проблема тураһында һөйләшкәндә, Артур Хәсән улы редакция өсөн ҡыҙыҡ булған теге йәки был теманы һиҙҙермәй генә “заказ” итеп бирә. Ғөмүмән, тема эҙләү проблема түгел. Иң мөһиме – алған теманы яҡшы һәм тәрән, халыҡҡа барып етерлек итеп асыу. Ғөмүмән, кеше менән аралашҡанда һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған проблемаларын миңә белдерергә тырыша.


Иртә, төш, кис

Аңланыҡ инде – Илдар ағайыбыҙ башватҡыстар төҙөүгә лә, мәҡәлә яҙғандағы кеүек, ентекле әҙерләнә. Ғәҙәттә, кеше сканворд, кроссворд сисергә ял мәлендә ултыра. Төҙөүсегә ул ауыр эшме әллә башына ялмы?

– Был һорауҙы йыш бирәләр. Уны төҙөй белгәс, был шөғөл минең өсөн тик ял формаһы ғына. Башҡа эштәр менән булышып ялҡһам, кроссворд сисеп йәки төҙөп ял итеп алам. Шул уҡ ваҡытта минең баш һәр ваҡыт улар өсөн яңы һүҙҙәр, уларға ҡыҙыҡ аңлатмалар эҙләп табыу менән мәшғүл. Социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы фотолар күреп ҡалһам да, әһә, быларҙы башватҡыс төҙөгәндә лә ҡулланырға була, тип билдәләп ҡуям. Һүҙлектәрҙән Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмовтыҡын йыш ҡулланам. Бик уңайлы.

Атай-әсәй тәрбиәһе арҡаһында мин ваҡытымды бушҡа үткәрергә яратмайым. Шунлыҡтан уҡытыу, кроссвордтар төҙөү, мәҡәләләр яҙыу, ауылға ял һайын ҡайтып, физик эш менән булыу – бик уңайлы ул. Буш ваҡытым ҡалмай тиһәң дә, хата булмаҫ.


Хыялланған бер ваҡытта...

– Башҡортостанда минең башват­ҡыстарымды сисеүсе интеллектуалдар күбәйҙе. Үҙҙәре лә бик яҡшы итеп төҙөй ала. Һәм төҙөйҙәр, урындағы матбуғатта баҫылалар ҙа. Бик күптәре менән дуҫлаштыҡ, аралашабыҙ. Бәйләнеште тағы ла нығытыу, тығыҙыраҡ аралашыу маҡсатында йә берәй клуб, йә һабантуй формаһында осрашыуҙар ойошторорға иҫәп бар. Оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҙә башҡорт телен байытыуға, таратыуға булышлыҡ итер, башватҡыстар оҫта­ларын тағы ла күбәйтер ине.


Бер аҙ...

Бөгөнгө заман кешеһенең күп ваҡыты (эш буйынса ла) интернетта, социаль селтәрҙәрҙә, телевизор алдында үтә...

– Юҡ, артыҡ мауыҡмайым. Эйе, интернет кәрәк. Мәҡәләләр яҙғанда, сығанаҡ­тарҙы теүәлләр өсөн төрлө сайтҡа инәм. Социаль селтәрҙәргә килгәндә, бер мәл “Бәйләнештә” селтәрендә мәҡәләләремде ҡуйҙым. Тик унда фекер алышыуҙар сәләмәт түгел. Йыш ҡына талаш сыға, тәкәбберҙәр күп. Шуға хәҙер әүҙемлегем юғыраҡ. Телевизорҙан күберәк яңылыҡ­тарҙы, ижтимағи-сәйәси тапшырыу­ҙарҙы, Соловьевтың программаһын ҡарайым. Мәҡәләләр яҙғанда файҙаһы тейә.


Һәр ваҡыт

Илдар Ғәбитовтың күп балалы атай икәнен әйткәйнек. Ғаиләһе тураһында (ғөмүмән, үҙе үҫкән ғаилә тураһында ла) ул ихласлап, яратып, ғорурланып һөйләй.

– Хәләл ефетем Дилара Самат ҡыҙы сығышы буйынса Нуриман районынан. Бына 25 йыл инде бергә йәшәп, бер бөтөнгә әйләндек. Ул бөгөн Рәми Ғарипов исемен йөрөткән данлыҡлы 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында эшләй. Өс балабыҙ – Тимур, Таңсулпан һәм Бәхтийәр – беҙҙе ҡыуандырып үҫте. Тимур улыбыҙ хәҙер магистратурала уҡый, өйләнде. Таңсулпан мәктәпте алтын миҙалға бөтөп, быйыл бакалавриатты тамамлай. Бәхтийәр паспорт алып йөрөй.

Үҙебеҙ атай-әсәй тәрбиәһендә, бөтә нәмәгә шөкөр итеп, “кешенең бер рәхмәте мең бәләнән ҡотҡарыр” тип йәшәгәс, балаларыбыҙ ҙа тәртипле булып үҫте.


“Бер мәлдә, улым тигән дуҫ менән...”

– Бәхтийәрҙең теле асылғас, ул миңә нишләптер “дуҫ” тип өндәште. Олоғайғас, дуҫтар кәмей бара, әйҙә, кинйә малайым миңә дуҫ булып торһон әле, тип, быға ҡар­шы булманым. Кешене аптыратып, беҙ әле һаман да дуҫ булып йөрөйбөҙ. Ваҡыты ет­кәс, “атай” тип әйтә башлар, тип өмөтлә­нәм. Ауылда яңғыҙ йәшәгән әсәйем дә: “Ярай әле Бәхтийәрҙе табырға башығыҙ еткән, үҙегеҙгә бер йыуаныс”, – тип ҡы­уандыра. Бәхтийәр – ысын дуҫ, уның менән һөйләшкән һүҙҙәр ысын мәғәнә­һендә миңә йәш булып ҡалырға, ә уға аҡыллы, тәрән фекер йөрөтөрлөк тыныс, олпат шәхес булып үҫергә булышлыҡ итә шикелле. Һуң өйләнгәс, балаларыма атай ҙа, “олатай” ҙа булырға тура килде инде.


Бер ҡасан да...

Илдар Миҙхәт улы – ауыл балаһы. Ул ғына ла түгел, ә эш менән үҫкән, хеҙ­мәт­тең ҡиммәтен аңлаған быуын вәкиле. Ваҡыттың ҡәҙерен белгән, уны бушҡа үткәреүҙең насар икәненә ышанған һәм үҙен гел ниндәйҙер эш менән булырға көйләгән шәхестәрҙән.

– Эшһеҙ йөрөһәм, үҙемде ғәйепле кеүек тоям. Атайым, әсәйем иҫкә төшә. Уларҙың эшһеҙ мәлен күргәнем булманы. Бер ҡасан да ял иткәнем юҡ. Бөтә шөғөлөм – эш тә, ял да ул миңә. Нимәлер эшләйем икән, ул миңә ялдың бер төрө. Физик эште яратам. Нуриманда йорт төҙөйбөҙ. Ул да миңә – ял. Нимәнелер яҡшы итеп тамамлаһам, ҡәнәғәтлек алам һәм ял да итәм. Алдан план төҙөһәң, ул эштең йә шөғөлдөң бер ауырлығы ла тойолмай.


24 сәғәт

Илдар Миҙхәт улына был ваҡыт етә. Дөрөҫ йәшәй белгәнгәлер, ти үҙе. Афарин! Тимәк, ул һәр ваҡыт башҡорт матбуғаты өсөн, һеҙҙең өсөн, ҡәҙерле уҡыусы­ларыбыҙ, ваҡыт табасаҡ.


Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.


Читайте нас: