+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
6 Июнь , 21:19

Йондоҙнамә (7 – 13 июнь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Йондоҙҙар был арала ашыҡмаҫҡа ҡуша. Уйламайынса етди ҡарарҙар ҡабул итеү зыян килтерер. Аҡса менән бәйле ҡағыҙҙарҙы имза ҡуйыр алдынан ентекле тикшерергә тырышығыҙ. Шаршамбыла өмөтлө һөйләшеү булыуы ихтимал.


һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна һәйбәт булырға оҡшай. Элек башлан­ған эштәрегеҙҙе тыныс ҡына тамамлау өсөн форсат сығыр. Шишәмбелә ниндәйҙер тәҡдим ишетерһегеҙ. Унан баш тартмағыҙ. Йомала яһаған аҙымығыҙ тиҙ емеш бирер.


Балыҡ (20.02 – 20.03)

Ғөмүмән, барыһын да дөрөҫ эшләйһегеҙ. Тормошҡа етди ҡарай башлауығыҙ ҙа мотлаҡ уңыштарға килтерер. Яҡындарығыҙ менән мөһим һөйләшеү булыуы бар, элекке хәлдәрҙе иҫкә төшөрмәүегеҙ хәйерле. Кеҫә яғығыҙ бик ҡәнәғәтләндерерлек.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Эске тауышығыҙҙы һәр саҡ ишетергә тырышығыҙ. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Ошо көндәрҙә ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ һымаҡ. Ул аҡсалата булмаҫ та кеүек. Теләгегеҙ булһа, был хәлде еңел төҙәтә алырһығыҙ, буғай.


Буға (21.04 – 21.05)

Шишәмбеләге ваҡиғалар дөйөм хәлегеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртер. Асылған мөмкинлек­тәрегеҙҙе файҙаланып ҡалыуығыҙ мөһим. Йо­малағы һөйләшеү араларҙы тағы ла нығытыр. Был арала элекке бурысығыҙҙы ҡайтарырҙар.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Ҡатмарлы саҡта ярҙамға өмөт итә алаһығыҙ. Һәр хәлдә һеҙҙе аңлаған кешеләр табыласаҡ. Шаршамбыла элекке хатағыҙҙы төҙәтеү өсөн мөмкинлек булыр. Был турала бер кем дә белмәне кеүек. Бәғзеләр яҡын кешеһенән ыңғай яңылыҡ ишетер, бәлки.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һеҙҙе ҡәҙимге аҙна көтә. Шулай ҙа иғтибарлыраҡ булырға тырышығыҙ. Кеше­ләргә артыҡ ышанып бармағыҙ. Кемдер юрамал башығыҙҙы бутарға маташыр. Шаршамбыла ҙур булмаған дәғүәләр килеп сығыр.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Иң мөһим мәсьәләләрҙе үҙегеҙ хәл итһәгеҙ, дөрөҫ булыр. Кеше кәңәштәренең файҙаһы теймәҫ. Был арала бик етди эш менән булышырһығыҙ. Түҙемлек күрһәтһәгеҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ. Ғөмүмән, йыш ҡына баш күтәрмәй эшләрһегеҙ.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Элекке ваҡиғаларҙы оноторға тырышығыҙ. Йондоҙҙар күберәк киләсәккә ҡарарға кәңәш итә. Аҙнаның икенсе яртыһында өмөтлө осрашыуҙар булыуы ихтимал. Алдығыҙҙа яңы мәсьәләләр ҡалҡыр. Хәйер, улар һеҙҙе бер ҙә ҡурҡытмай кеүек.


Үлсәү (24.09 – 23.10)

Дүшәмбелә бик тиҙ генә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Күтәренке кәйефегеҙ оҙаҡ һаҡланыр һәм бар эшегеҙгә лә булышлыҡ итер. Кесе йомала хата аҙым яһауығыҙ ҙа бар. Ваҡытлыса артҡа сигенеүегеҙ хәлегеҙгә һиҙелерлек зыян килтермәҫ.


Саян (24.10 – 22.11)

Бик яуаплы аҙна. Тап был арала ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр башланыр. Ҡыйынлыҡтарҙы еңеү өсөн бөтөн мөмкинлегегеҙ бар. Тейешле ваҡытта элек һеҙҙән ярҙам алған кешеләр ярҙамлашыр. Шаршамбыла ҡайһы бер нәмәне аңларһығыҙ.


Уҡсы (23.11 – 21.12)

Шишәмбелә иғтибарлыраҡ булығыҙ. Башҡаларҙың уңыштарын һәм хаталарын күрергә тырышығыҙ – бының һуңынан һеҙгә кәрәге тейер. Был арала бәғзеләр ышаныслы фекерҙәштәр ҙә таба алыр, бәлки.