4 йомортҡа, 2 балғалаҡ һәм 1 стакан шәкәр, 5 ҡалаҡ бал кәрәк. Башта дүрт йомортҡаны туҡый-туҡый тигеҙ шыйыҡсаға әйләндерергә. Уға 2 балғалаҡ шәкәр өҫтәп, тағы ла бер аҙ туҡырға. Өҫтөнә самалап он һибә-һибә, уртаса ҡатылыҡта ҡамыр баҫырға. Уны кескәй өлөштәргә бүлеп, йоҡа ғына йәймәләр йәйергә һәм 5 см оҙонлоғондағы туҡмас ҡырҡырға. Сөм табала, көнбағыш майында йөҙҙөртөп кенә бешереп алырға. Һарғылт төҫкә ингәс тә табанан алып, ҡағыҙ (май һеңдереү өсөн) түшәлгән һауытҡа һалып, сәк-сәкте киптерергә.
5 ҡалаҡ балды утта йылытҡас, 1 стакан шәкәр ҡушып, сироп әҙерләргә. Ул эҫе саҡта сәк-сәк өҫтөнә ҡойоп бутарға ла, тәрилкәгә өйөм итеп һалып, һыуытырға.
Ә шөтөр бешереү өсөн йәйелгән ҡамырҙы ромб формаһында ҡырҡып, көнбағыш майында бешерергә кәрәк. Табынға шәкәр онтағы һибеп бирәләр.
500 грам бешкән тана йәки һарыҡ итен (майһыҙ һәм шекәрәһеҙ булһын), 3 итләс помидорҙы, 2 ҡыярҙы һәм 1 татлы боросто – туҡмаслап, 1 баш һуғанды ярымтүңәрәкләп турарға. 3 бешкән йомортҡаны 8-әр өлөшкә бүлеп, ваҡлап туралған йәшел тәмләткестәр (кинза, укроп, петрушка) өҫтәргә. Махсус соус менән бутарға ла 30 минут һыуытҡыста тоторға.
Соус әҙерләү өсөн 2 ҡалаҡ үҫемлек майына 5 балғалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, самалап тоҙ, ҡара борос һалып бутарға. Иң аҙаҡтан иҙелгән 3 бүлкәт һарымһаҡ ҡушырға.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.