Гәүһәр* апай менән осрашҡас та уның мөләйем йөҙөнә, һағыш һәм хәсрәт тулы күҙҙәренә иғтибар иттем. Һөйләшеп киткәс тә, ят кеше булыуыма ҡарамаҫтан, һүҙҙе эс серҙәренә борҙо. "Эргәмә яҡыныраҡ ултыр, күптән шулай берәйһенә һөйләрмен тигәйнем. Бына һин – яҙышҡан кеше тап булдың, тыңла әле", – тип, ултырғысын миңә этеңкерәп, өҫтәл янына ымланы. Сәй табыны артында ул күңелен бушатырға теләне булһа кәрәк.
Ҡатын-ҡыҙҙың үҙәгенә үткән, булған көсөн һурып алған ирҙәр эскелеге уның ғаиләһен дә ситләп үтмәгән. Бергә йәшәүҙәренә 34 йыл ваҡыт үткән, әммә өй хужаһының «йәшел йылан» шауҡымынан арынырға теләге лә юҡ. Киреһенсә, уның ауына көндән-көн нығыраҡ бәйләнгән ҡәбәхәт (хәҙер ҡатыны уны тик ошо исем менән генә йөрөтә) әҙәмсә йәшәү рәүешен һанға һуҡмай. «Улым да ошо юлдан китте. Өйләнде, әммә айырылыштылар. Ейәнемде күпселек үҙем ҡарайым. Ҡыҙымдың да ире эсергә әүәҫ булғас, улар ҙа айырылышты, уртаҡ ҡыҙҙары бар. Ҡәбәхәткә балалар һәр саҡ ҡамасау булды. Уларға ҡысҡырһынмы, беҙгә эҫе һыу һибергә ынтылһынмы йәки йыуынты биҙрәһен ауҙарһынмы… Һәр ваҡыт тиерлек балаларына: «Һеҙ миңә әсәйегеҙ менән йоҡларға (түшәктә яратышыуҙы ысын исеме менән атап) ҡамасаулайһығыҙ», – тиеп кәмһетеүҙәре бигерәк үҙәгемә үтте. Бына биш йыл инде уны ошо этлектәре өсөн ғәфү итә алмайым. Үҙенә лә әллә нисә тапҡыр ошо хаҡта ҡабатлайым. Сөнки ул кешелек сифаттарын юғалтҡан. Улай ғына ла түгел, шайтандарҙың атаһы кеүек тойола. Беҙҙе һәр ваҡыт өйҙән ҡыуа торғас, аптырап, ҡайһы ваҡыт өй йәки фатирға түләп йәшәүгә инә торғайныҡ. Бер ҡышҡы 40 градуслыҡ һыуыҡта эске күлдәксән генә тышта ла торорға тура килде. Ахырҙа, ҡыҙымдың түҙемлеге етмәне һәм беҙ үҙебеҙгә фатир алырға ҡарар иттек. Бергәләшеп йәй башында уҡ ҡарап ҡуйҙыҡ. Хаҡтар ҡиммәт, көҙгө осорҙа бер аҙ арзанайыр, тип ирем әлегә алмай торорға ҡушты. Әммә беҙ уны тыңламаныҡ һәм ике бүлмәле шәп фатир һатып алдыҡ. Иремә был хаҡта бер ауыҙ һүҙ өндәшмәнек (уның белмәүе беҙҙең өсөн ҡулай ине). Эскән саҡтарында ыжғыр буранға, ҡойма ямғырға ҡарамай, ейәндәрем менән өйҙән ҡыуылыуҙарҙың йышайыуы ла мәжбүр иткәйне мине был аҙымға. Бер аҙ тыныслыҡта йәшәү теләге лә көслө булды. Сөнки физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ныҡ арығайным шул. Әйтеүе генә анһат, төнгө сәғәт өс-дүрткә ҡәҙәр ҡаңғырып-боларып йөрөй, беребеҙҙе лә йоҡлатмай, тиккә сәбәп табып һөйләнә, һүгенә… Ошоларҙың барыһына ла йылдар дауамында сыҙап ҡара! Хәҙер шуға нервыларым ҡаҡшаған, шул арҡылы хәлем дә юҡ, ауырыуҙар ҙа күбәйҙе.
Ярай, фатирлы булдыҡ. Документтарын да тейешле рәүештә минең исемгә яҙҙырҙыҡ. Кредиттарҙы ҡаплау өсөн ҡыҙым үҙенең төп эшен ташлап, бөтөнләй икенсе ергә – алыҫҡа эшкә сығып китте. Ул: «Әсәй, фатирға күсен. Атай бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк. Хатта мине лә ҡурҡыта алғас (уның эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре булыуы ла атаһын оялырға, аҡылға ултырырға мәжбүр итмәгән), һинең менән берәй нәмә ҡылып ҡуйыр. Өйҙә уның менән яңғыҙ ҡалма!» – тип китте. Бер үҙем тороп ҡалдым. Ҡыҙым ҡырға эшкә киткәс, кейәүебеҙ ҡыҙҙарын үҙе тәрбиәләргә теләк белдергәйне, оҙаҡламай уныһы ла ейәнсәремде кире алып килеп ташланы. Уны мәктәпкә, музыка түңәрәгенә йөрөтәм. Әммә теге ҡәбәхәт беҙҙең фатир алыуыбыҙҙы кемдәндер ишетеп ҡалған бит. Хәҙер ҡулдарын бөйөрҙәренә таянып, аяғын кирә баҫып: «Был өй – минеке, һин үҙеңдең фатирыңа сығып кит», – тип ҡыуа. Шулай итеп, мин күпселек әйберемде, ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәтемде, ул күрмәгәндә, өйҙә булмағанда, берәм-һәрәм фатирыма ташыным. Ғәрлегем килә, көсһөҙлөгөм аяҡтан йыға. Ә ундай хәл була ҡалһа, миңә генә күҙ терәп торған ейәндәрем нимә эшләр?
Көн дә тиерлек өйгә ҡайтып әйләнәбеҙ. Бер көн шулай гараждан килгән тауыш әллә ҡайҙа ишетелеп тора: туй барамы ни?! Ипләп кенә килеп ярыҡтан ҡарайым: унда төрлө ҡиәфәттәге ирҙәр йыйылған да тәмәке көйрәтә, араҡы эсә. Ә өйҙөң эсен күрһәң ине?! Иҙәндән түбәгә тиклем ҡатып бөткән һауыт-һаба өйөлгән, бысраҡ иҙәндә нимә генә юҡ! Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы, тип белмәй әйтмәгәндәр икән. Өйҙә булмауымды бөтә әшнәһе белеп (ә ул мине ҡыуып сығарғанын һәр кемгә ҙур ҡыуаныс менән һөйләгәненә шигем юҡ), көн дә йыйылалар. Күрше ҡатын бер көн кемдәрҙеңдер беҙҙең һарайҙан тоҡтарға ҡаҙҙарҙы тултырырға маташыуын күреп ҡалған. Алыҫтан булһа ла ҡысҡырған. Уны ишетеү менән ике әҙәм йораты ҡасыу яғын ҡараған. Ә беҙҙең аҙбарҙа уларҙан тыш һарыҡ та бар, башмаҡ тора, ҡош-ҡорт та етәһе. Баҡсабыҙ мул уңыш бирә, картуфыбыҙ ҙа байтаҡ. Яғаларынан бөрөп алһам да, беҙҙең күпме көс-тир түгеп үҫтергән картуфты кемеһенең сығарып һатыуын әйтмәнеләр. Йәш саҡтан ҡалаҡтан башлап йыйған донъямдың шулай тиҙ генә юҡҡа сығыуына эсем боша…»
Сәй ҡайғыһы китте... «Аллам һаҡлаһын! Бер үк яңылыш юлдарҙан, насар юлдаштарҙан, Хоҙайым, үҙең арала!» Хәләл көс менән йыйған донъяһының вайран килеүенә әсенгән ҡатынға кемдәр ярҙам итә ала һуң? Әлбиттә, полиция! «Полиция саҡыртманығыҙмы ни?» – тигән һорауға Гәүһәр апай: «Кәүҙәгә бик үк елле булмаһа ла, йәш кенә егеттәрҙе, йәғни полиция хеҙмәткәрҙәрен, быраҡтырып ҡына сығара ине. Ҡыҙым өсөн оят була торғайны», – тине.
Ата-әсәләр өсөн балалары яуап бирмәй, тиҙәр! Был осраҡта яңғырай торған берҙән-бер яуап ошолор, моғайын. Әммә көндәлек ҡаңғырыҡ, атай кешенең боларыуы кешенең һайлап алған һөнәренә бәйле түгел бит. Яратып башҡарған эшең дә, өйҙә тыныслыҡ, татыулыҡ булмаһа, ғөмүмән алғанда, ниндәйҙер проблема килеп сыҡһа, икенсе планға күсә, яратмағанға әүерелә. «Һинең хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүең ни хәжәт. Үҙ атайығыҙға ла көсөгөҙ етмәгәс…», – тип әйтер, моғайын, был ғаиләнең йәшәү рәүешенә аптыраусылар. Әммә ҡатын-ҡыҙ ир-егеткә ҡаршы тора аламы?
Гәүһәр апайҙы ире ғүмер буйы ҡыҙынан ҡыҙғанған икән. «Һеҙ – лесбиянкалар», – тиер ине. Ә бергә булмайынса ул ҡәбәхәтте еңермен тимә. Бер шулай, ҡыш көнө, ҡыҙым – ейәнсәрем менән карауатта, мин эргәләрендә иҙәндә йоҡлап ятабыҙ. Шул мәл ул өҫтөбөҙгә бер биҙрә йыуынты һыуҙы ауҙарҙы. Кеше ҡоҫҡолоғонан кәм булмаған был лайлалы шыйыҡсанан йыуыныуы, түшәк-ҡаралтыны таҙартыуы бик ауыр булды. Ә күңелгә инеп ултырған ошо күренеш ғүмергә онотолмаҫ булып һеңде, йөрәгемде, мең өлөштәргә телгеләп, кире берләшмәҫлек булып ҡатырҙы...
«Шайтандарҙың атаһы» яртылаш эселмәй ҡалған шешәһен йәшерә лә, онотоп, гел генә беҙҙән таптыра, «һеҙ эскәнһегеҙ, ҡайҙа ҡуйҙығыҙ», ти. Бер көн шулай сираттағы ҡылығы ҡабатланды. Улымдың уға шешәһен күрһәтеүе лә һөҙөмтә бирмәне. Киреһенсә, ирем: «Ул түгел, түгегеҙ уны!» – тип ярһыны. Асыуҙың сигенә етеп, мин улым менән ҡыҙыма уны иҙәнгә йығып һалырға бойорҙом. Үҙем ауыҙын шаҡарып асып, ҡалған араҡыһын ҡойорға керештем. Ул минең һуҡ бармағымдың битен айыра тешләп алып, тиреһен иҙәнгә төкөрҙө. Бармағым оҙаҡ ҡына йүнәлмәй йөрөнө.
Уның йыш ҡына сит ҡатындар менән сыуалып, миңә ауырыуҙар йоҡтороуының иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Ураған һайын дауахана юлын тапайбыҙ, ҡиммәтле дарыу-уколдар алырға кәрәк. Дауаханала күренгән таныш-тоноштарҙан оят, табиптар инде танып бөттө. Шулай бер барғаныбыҙҙа дауалаусы табип иремә әйтә ҡуйҙы: "Бик улай дәртле булғасың, ҡатындарҙы яратҡас, һаҡланып йөрө, уларҙы үҙең менән йөрөт!" Иремә етә ҡалды, хәҙер машинаһында ул һаҡланыу сараларын әллә нисә ҡап итеп күрһәтеп һалып йөрөй башланы.
Уның алдында һәр ваҡыт итле аштар ғына була, итһеҙ ябай ризыҡты ул һанға ла һуҡмай. Башҡа төрлө ризыҡтарҙы ла гелән бешерәм. Әммә ирем: “Һин мине ғүмер буйы ас тоттоң, бер ҡасан да йүнләп тамағым туйғаны булманы”, тип ҡарғаныуҙан башҡаны белмәй". Йәмғиәтебеҙҙә һәр ғаиләлә үк булмаһа ла, өсәүҙең береһендә мотлаҡ ошондай күренештәргә тап булаһың. Иң әсендергәне: күпселек ҡатын-ҡыҙ ыҙалай, балаларҙың психикаһы боҙола (бында һүҙ эсергә яратҡан ҡатын-ҡыҙ, әсәләр тураһында түгел, ә яҡшылары хаҡында). Улар ошондай кәмһетелеүҙәргә сыҙарға, ғүмер буйы түҙергә тейешме һуң? Күбеһе күтәрә һуғып ҡына, бар донъяһын ташлап ҡына китә лә алмай. Ярай ҙа, һөйләнгәндәренә күрә, ир ғаиләне аҡса менән тәьмин итеп, мал тапһа.
Күпмелер ваҡыт үтте. Гәүһәр апайҙы урамда осраттым, хәлен һораштым, үҙ фатирына күсенеп, шунда ғына йәшәйҙер, тигән уйҙа инем. Әммә яңылышҡанмын икән. Уның ире менән тағы ла хәтәрерәк хәлдәр булып, "йәшел йылан" уның тормошона нөктә ҡуйған икән. Сираттағы эсеүендә ул иргә араҡы етмәй ҡала. Уның тағы ла ҡаңғырасағын белеп, Гәүһәр апай бер әхирәтен үҙенә алып ҡайта. Ире уларҙы бергәләп машина менән яҡындағы магазинға араҡы алырға барырға өгөтләй башлай, билдәле, ҡатындар риза булмай, ул үҙе генә сығып китә. Йән-фарман елдереп барып магазин алдында торған машинаға килеп бәрелә. Үҙенең машинаһына артыҡ бер нәмә лә булмаһа ла, төкөлгән машина байтаҡ зыян күрә. Ундағы йәш егеттәр шул көндән башлап эскән ирҙе тыныслыҡта ҡалдырмай: суд була, уны йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итәләр, зыянды ҡапларға, түләргә тигән ҡарар сығарыла. Инде зыян күреүселәр өйҙәренә йыш килә, машина хаҡын ҡаплауын һорайҙар, аҡса таптыралар. Эскән ирҙә машина хаҡындай ниндәй аҡса булһын? Ошо ваҡиғанан һуң күп тә үтмәй, уны һарайында аҫылынған килеш табалар. "Бәйеле аҙмай башҡа бәлә килмәй", тиҙәр, "йәшел йылан" уны тулыһынса арбап алып, шашындырып-аҙҙырып, үҙ башына еткереп ҡуя. Был ваҡытта илебеҙгә Бөйөк Еңеү байрамы – 9 Май яҡынлашҡайны...
Эскелектән башҡа нимә этәргән һуң ул ирҙе кешелекһеҙлеккә, ҡаты бәғерлелеккә? Баҡтиһәң, уның сәбәптәре төптәрәк, бала сағында булған икән. Әсәһе уны яңғыҙы ғына үҫтерә. Һеңлеләре булһа ла, ул ғаиләлә – бер бөртөк малай. Ғүмеренең буйына уның атай тип өндәшер кешеһе лә, атай тәрбиәһе биреүсе лә булмай, кемлеген дә белмәй. Үҫмер сағынан шуға кәмһенеп үҫә. Тора-бара кешеләрҙе ҡаты ҡыланып, үҙенсә генә талап итеп, буйһондороп йәшәтеп, еңеп булғанын аңлап ҡала. Башҡа атайлы балаларға һыр бирмәҫкә тырышыуы уның холҡонда көслө, ҡаты булыу, йоҙроҡ һәм насар һүҙҙәр, ҡысҡырыныу-екеренеү булып сағыла һәм ғүмеренең ахырынаса дауам итә. Әммә бумеранг законы тураһында ул бөтөнләй онота, бер килеп үҙенә ҡаҡлыҡтырып һуғыр, барыһы өсөн дә яуап тоторға тура килер, тип уйлап та бирмәй, кешеләрҙе лә ишетмәй, ғаиләһен дә ыҙалата, үҙе лә рәхәт күрмәй...
Бар бәләнең башында тап эскелек тора. Балаларҙың күҙ йәштәрен түктергән, әсәләрҙе хәсрәткә һалған, ҡатындарҙы тормош матурлығынан ваз кистергән, йәштәрҙе йәшәй башламаҫ элек үк араҡы ҡолона әйләндергән, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙарға еткергән мәкерле ау. Тән яраларын уңалтып та, мәңге уңалмаҫлыҡ күңел яралары һалған алдатҡыс, әүрәткестең артында икенсе донъя – болғансыҡ йыуынты һыу. Кемдәрҙер йөҙөп сыға, кемдәрҙер мәңгегә шунда болғана, батып та ҡуя...
*Әхлаҡи күҙлектән сығып, исеме үҙгәртелде.