Махсус биттәр
26 Апрель 2021, 12:46

ҒҮМЕРГӘ ТОРОШЛО ИКЕ АЙ

Быйыл илебеҙ фажиғәле даталарҙың береһен билдәләй: 35 йыл элек, 1986 йылдың 26 апрелендә, Чернобыль АЭС-ындағы авария – XX быуаттың иң ҙур техноген һәләкәте донъяны шаңҡытты. Уның шаңдауы әле булһа тынмай. БМО мәғлүмәттәренә ҡарағанда, унда ете миллиондан ашыу кеше зыян күрә. Радиоактив бысраныуға бөтәһе 17 ил дусар була, был бигерәк тә Украина, Белоруссия, Рәсәйҙә ныҡ һиҙелә. Тыуған ил саҡырыуы буйынса күптәр үҙ һаулығын, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, авария эҙемтәләрен бөтөрөшөргә китә. Ейәнсура районында ундайҙар, йәғни Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә туранан-тура ҡатнашыусылар, 13 кеше иҫәпләнә, туғыҙы айырыуса хәүефле подразделениенан булған. Шуларҙың береһе – Иҙәш ауылында йәшәүсе Сәлим ҠЫУАНДЫҠОВ.

Ул Хәмәҙрәхим Һибәт улы һәм Әлимә Далха ҡыҙы Ҡыуандыҡов­тарҙың 14 балалы ҙур ғаиләһендә унынсы бала булып донъяға килгән. Бала сағы, мәктәп йылдары ла шул ауылда үткән. Хәрби комиссариат аша водителдәр курсында уҡығандан һуң, 1985 йылдың көҙөндә әрмегә алына. Шул осорҙағы меңдәрсә һалдат кеүек үк, уға ла авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашырға тура килә. Украинала Карпат яны хәрби округында водитель булып ярты йыл хеҙмәт иткән Сәлимгә һәм тағы ике кешегә тиҙ арала биш пар махсус кейем, һаҡланыу саралары, алмаш кейем бирәләр һәм Львов ҡала­һындағы йыйылыу пунктына алып китәләр. Биш водитель, 15 һалдат һәм офицер тупланған колоннаны хәрби автоинспекция оҙатып бара.
– Беҙгә бер ни ҙә әйтмәйҙәр: ҡайҙа, ни өсөн, күпмегә барғаныбыҙҙы ла белмәйбеҙ. Иң ғәжәпләндергәне юл буйы халыҡ менән шығырым тулы автобустарҙың осрауы ине. Көтөү-көтөү мал ҡыуып килеүселәр ҙә байтаҡ ҡына булды. “Улар ҡайҙа бара икән?” – тип аптырайбыҙ. Хәс тә һуғыш ваҡытындағы кеүек. Ауылдарҙа бер нисә әбей-бабайҙан башҡа бер кеше лә юҡ. Аңлайышһыҙ хәл. Ике тәүлектән һуң эвакуация тураһында ишеттек. Ғәмәлдә иһә атом станцияһы Чер­нобылдә түгел, ә унан 15 саҡрым алыҫ­лыҡта урынлашҡан Припять ҡалаһын­да шартлаған. Беҙҙең часть медицина йүнәлешендә булғанға күрә, ри­зыҡтарҙан, һыуҙан анализ алдыҡ. Ликвидаторҙар йәшәгән урындарға химик эшкәртеү үткәрҙек. Нурланыуҙы билдәләү өсөн һәр беребеҙгә прибор бирҙеләр. Беҙҙең частан башҡа Рәсәйҙә ниндәй хәрби округтар бар, барыһынан да һалдаттар, хеҙмәтен тултырып ҡайт­ҡан запастағылар ҙа осраны. Һәр береһе үҙ эше менән булды. Шул тирә тимер сыбыҡ менән кәртәләнеп, инеү һәм сығыу етди контролдә тотолдо. Авария булған урында саркофаг эшләргә тә­ғәйенләнгән цемент иҙел­мәһе тейәгән ауыр йөк машиналары кире сыҡҡанда пост янынан үткәрелде. Шунда уларҙы махсус химик препараттар менән йыуҙылар. Әгәр ҙә нурланыу көслө булһа, бер яҡ ситтәрәк урынлашҡан техника ҡәберлегенә оҙаттылар. Эштең иң ауыры вертолет часына һәм пехотаға эләкте. Вертолетсылар янып ятҡан объектҡа һауанан ҡурғаш-ҡом ҡатнашмаһын ташып түкте. Был эштәрҙә ауылдашым, хәрби офицер Таһир Кускилдин да (хәҙер инде мәрхүм) ҡатнашҡан булған, – тип ауыр хәтирәләрен күҙ алдына килтереп һөйләне Сәлим ағай Ҡыуандыҡов. – Июндә мин дә башым ауыртыуына, күңелем болғаныуына, температурам юғары булыуына түҙә алмай, хәрби госпиталдә ятып сыҡтым. Унда минең ишеләр күп ине, 1987 йылдың апре­лендә элекке часыма ҡайтарҙылар. Бынан һуң ярты йыл хеҙмәт итеп, тыуған ауылыма ҡайтып төштөм. Йәш саҡта ауырыу үҙен һиҙҙермәне. Йылдар үтә килә сыға башланы: йыш ауырыҡһынам. Ике тапҡыр санаторий­ҙа һаулығымды нығытып алдым. Коронавирус пан­демияһы арҡаһындалыр инде, госпиталгә саҡырыу һаман килгәне юҡ әле.
Сәлим ағай йыл һайын медицина тикшереүе үтә. Һәр нәмәнең дә үҙенә күрә шауҡымы тейә инде. Ә шулай ҙа геройыбыҙ тормошҡа һис тә зарланмай: ауырыуҙарҙы эш менән еңергә тырыша. Башҡаларҙан ҡалышмай, ҡатыны Әлфиә менән бына тигән итеп донъя көтә – кәртә тултырып мал аҫрайҙар, ихатала бер түгел ике техника тора, баҡса үҫтереп, көҙөн мул ғына уңыш алып һөйөнәләр. Йәйгеһен бесән йыйыу ваҡыты етһә, тракторына ултырып, туғандарына ярҙам итергә ашыға. Ғаилә йәме булған өс балалары бар. Улдары Сабир менән Самат үҙ донъяһын ҡорған да инде. Атай-әсәйҙәре уландарына ҙур ярҙам күрһәтеп, йортло иткәндәр. Ҡыҙҙары Розалина дүртенсе класта белем ала.
35 йыл үтһә лә, ул ҡурҡыныс көндәр, юл буйындағы төйөнсөктәрен йөк­мәгән ир-ат, ҡатын-ҡыҙ, балалар күҙ алдынан китмәй Сәлим ағайҙың.
“Ошо гүзәл тормоштоң, саф һауа, һыуҙарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп йә­шәйек. Бындай фажиғәләр артабан ҡабатланмаһын өсөн кешелек унан һабаҡ алырға тейеш!" – тип һүҙҙәрен тамамланы Сәлим Хәмәҙрәхим улы. Әйткәндәй, чернобылсеға "Батырлыҡ" ордены һәм "Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан өсөн", шулай уҡ юбилей миҙалы тапшырылған. Эйе, һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар сикһеҙ батырлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәтмәһә, фажиғә сағыштырғыһыҙ ҙурыраҡ булыр ине. Улар үҙҙәренең ғүмерен һәм һаулығын ҡорбан итеп, миллионлаған ватандашын ҡотҡарҙы.
Зифа ИШМЫРҘИНА.
Ейәнсура районы,
Иҙәш ауылы.
Читайте нас