Уртаса ҙурлыҡтағы 3 картуфты бешереп, иҙмә әҙерләргә. Уға 400 г эремсек, 1 йомортҡа, ҡырғыс аша үткәрелгән 200 г моцарелла сыры ҡушып бутарға. Шулай уҡ йәшел тәмләткестәр һәм аҡ майҙа ҡыҙҙырылған башлы һуған өҫтәргә. Килеп сыҡҡан массаға сама менән он өҫтәп (1 стакан тирәһе) ҡамыр баҫырға. Уны һигеҙ өлөшкә бүлеп, йәйергә һәм ҡоро табала ике яҡлап бешереп алырға. Табынға эҫе килеш, майлап бирергә.
200 г фунчозаны 10 минутҡа ҡайнар һыуға һалырға ла, аҙаҡ һыуыҡ һыу менән сайҡатып, һөҙөргә. 2-шәр ҡыяр, помидор, ҡыҙыл һәм йәшел татлы боросто, 400 г бешкән тауыҡ итен һаламлап турарға. 2 кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә, ә бер һуғанды ярым түңәрәкләп турарға.
Зәйтүн майында һуған менән тауыҡ итен 10 минут ҡыҙҙырырға, кишер менән борос ҡушып, тағы ла 5 минут талғын утта тоторға. Уға сама менән кинза, кунжут, тоҙ, кориандр, ҡара борос, соя соусы, фунчоза, ҡыяр менән помидор һалып бутарға ла, матур һауытҡа һалып, табынға бирергә.