– Ҡуй, балам, бөгөнгә йөрөмә. Төнө буйы буран булды. Юлды көрт баҫҡандыр, – тиеүенә ҡарамаҫтан, кескәйерәк кәүҙәле малай саңғы бауҙарын ашыға-ашыға быймаларына бәйләй башланы. Саңғыларҙы быймаға тәүҙә шулай нығытып бәйләп кейһәң, улар бушамай. Һыуыҡта, ҡулдарҙы өшөтөп, ҡат-ҡат тартып бәйләп тә тормайһың.
Күптән инде үҙен көтөп, солан тышындағы ағас сөйҙә эленеп торған күн тоҡсайын яурыны аша ташлағас, үҫмер турайып баҫты.
– Атай, ҡапҡаны ас әле. Мин киттем, – тип ағастан эшләнгән саңғы таяҡтарын ҡулына алды.
Йәлләп оҙатып ҡалды атаһы бишенсе класта ғына уҡып йөрөгән малайын. Бигерәк әйткән һүҙенән кире ҡайта белмәгән бала булды шул ошо улы. Урам мөйөшөндәге йорт ҡаралтыларына ышыҡланғанса ҡарап ҡалды ул малайына. Ниңәлер йөрәге һулҡылдап ҡуйҙы.
“Эй бигерәк оҙон да инде ошо өҫкө урам. Оло юлға барып сыҡһам, теге яғына елдерер генә инем”, – тигән уйҙар менән бара ине улы был мәлдә.
Оло юлға килеп сыҡҡас, ул иркен тын алды. Бер нисә минутҡа ғына туҡтап, тирә-яғына ҡараны. Ҡышҡы иртә тып-тыныс. Әйтерһең, төнө буйы көслө буран да булмаған, юлдарҙы ҡалын көрт тә баҫмаған. Көн дә була торған сана юлы ла күренмәй. Уйланып торорға ваҡыт юҡ. Дәрескә барып өлгөрөргә кәрәк.
Малай алға ынтылды. Ярты юлды еңел үтте. Әле биш йәшлек кенә сағында атаһының һунар саңғыларын кейеп, тауҙан шыуып йөрөгән кешегә был тигеҙ юл нимә ул! Ҡайын ағасынан юнып эшләнгән таяҡтарҙы ла ул бик оҫта файҙалана. Шулай ҙа берәй атлы кеше йә машина-маҙар тап булһа, күңелгә бер аҙ йылы булып ҡалыр ине лә бит. Юҡ шул.
Ике ҡулын таяҡтарының ҡайышына ҡуйып, эйелеп торған килеш ял итеп алғас, малай тағы алға ынтылды. Ара-тирә өрөп ебәргән әсе ел дә, юл аша арҡыры һалынған һырынты ла ҡамасауламай уға. Ни тиһәң дә, көн һайын йөрөп күнегелгән.
Ҡыҙыу шыуып барған үҫмер ҡар баҫҡан баҫыу өҫтөнән, уң яҡтан, тәгәрәп килгән һорғолт йомғаҡты ла күрмәне. Шәпләп шыуыуын белде. Һорғолт нәмә үҙенә арыу уҡ яҡынлашҡас ҡына төштө уға малайҙың күҙе. Күреүен күрҙе, ләкин иғтибарлап ҡарап торманы, ҡурҡманы. Элеккенән дә шәберәк итеп шыуа башланы. Ҡапыл ул ниндәйҙер тауыш ишетте һәм баяғы “ҡамғаҡ” килгән яҡҡа боролоп ҡараны.
Тәгәрәп килгән нәмә һис кенә лә ҡамғаҡ түгел, ә һоро бүре ине. Бер-береһенә тексәйгән килеш, әҙәм балаһы менән йыртҡыс бер килке ҡатып ҡалды. “Шунда күрҙем мин бүре күҙенең ҡот осорлоҡ ҡурҡыныс икәнен”, – тип һөйләр аҙаҡ был турала уҙаман.
Уның бүре икәненә тамам ышанғас, саңғы таяҡтарын мылтыҡ кеүек итеп тоҫҡап, үҙенсә бик ҡаты итеп ҡысҡырып ебәрҙе. Бүре артҡа ырғыны һәм юл ситенә сығып, тағы малайға ҡарап ултырҙы. Уҡыйым, белем алам тип китеп барған үҫмер бала ошо минуттарҙа ни генә ҡыла алһын!? Саңғы таяҡтарын ҡатыраҡ һелтәргә тырышып, ул тағы алға ынтылды.
Нисек тә бәлйерәп төшмәҫкә, ҡурҡҡаныңды һиҙҙермәҫкә икәнен аңлай үҫмер. Ләкин йыртҡыс та сигенергә теләмәй. Юл ситенән бер ни тиклем сабып барғас, ул тағы малайҙан бер ни тиклем алғараҡ ултырҙы. Уның саңғы таяҡтарынан ҡурҡҡанын аңлап алғайны инде үҫмер. Шуға таяҡтарын мылтыҡ тоҫҡаған кеүек итеп тоторға тырышып, ныҡ-ныҡ һелтәп, нисек булһа ла шыуырға тырышты.
Эй, Хоҙайым, ошо мәлдә юлға бала ғүмерен һаҡлап ҡалырлыҡ бер изге йән килеп сыҡһасы.
Шунда ла үҫмер бирешмәҫкә тырышты. Саңғы таяҡтарын бер-береһенә һуғып шаҡылдатып, шул ыңғайға ныҡ ҡысҡырып, бүрене ҡурҡытырға маташты. Йыртҡыс, ысынлап та, ситкә һикерә. Һикерә лә йә уңдан, йә һулдан урап килеп, тағы үҫмерҙең алдына сығып ултыра. Шулай өс-дүрт тапҡыр ҡабатлана. Инде малайҙың быуындары йомшарҙы, ул үҙенең хәлһеҙләнә барыуын тойҙо.
Шул саҡ арттан “На-на!” тип шәп итеп ат ҡыуған, сыбыртҡы шартлатҡан тауыш ишетелде.
Йыртҡыс та ҡуҙғалмай, малай ҙа тора. Артҡа боролоп ҡараһа, бүре бына-бына уға ташланыр кеүек тойола. Санаһына аяғүрә баҫып, сыбыртҡыһын шартлата-шартлата килгән атлы кеше тамам яҡынлашҡас ҡына йыртҡыс теләр-теләмәҫ юл ситенә һикерҙе. Һикерҙе лә, быларға боролоп, тағы ултырҙы. Үҙенең өҫтөнлөгөн бүре һиҙә ине.
Малайға килеп етер-етмәҫтән теге кеше ҡабаланып сананан төштө лә сыбыртҡыһын бер нисә тапҡыр көслө итеп шартлата-шартлата бүрегә ҡарай ике-өс аҙым яһаны. Үҙе:
– Балаға ташланырға уйланыңмы?! Бирермен мин һиңә! – тип ҡысҡырҙы. Шунда ғына йыртҡыс артына боролоп ҡарай-ҡарай яҡындағы урманға табан ыңғайланы.
Ә баланың йәненә ингән Кеше, ысын Кеше: “Бүре ҡаманымы, ҡустым?” – тип малайҙы ҡармап түшенә ҡыҫты, арҡаһынан һөйҙө.
– Әлдә бирешмәгәнһең әле, сәмсел башҡорт балаһы, – тип малайҙың йөҙөнә ҡараны, кемгәлер оҡшатҡандай булды. Саңғыларын, таяҡтарын да ҡуша тотоп, сана төбөнә һалды, малайҙың үҙен дә күтәреп бесән өҫтөнә ултыртты, толобо менән япты. Үҙе санаға аяғүрә баҫҡан килеш:
– На-на, Бурыл, елдер тиҙерәк! – тип атын ҡыуаланы.
Асҡарҙың үҙәк урамында урынлашҡан мәктәпкә килеп еткәс, ул бер ҡулы менән малайҙы етәкләп, икенсе ҡулына уның саңғыларын тотоп, тура директор бүлмәһенә атланы. Уға әле генә Ҡужан-Асҡар юлында булып үткән ҡурҡыныс хәл тураһында һөйләне.
– Ҡырҙан йөрөп уҡыған балалар өсөн интернат асыу мәсьәләһен бөгөн үк хәл ит, – тип ҡаты ҡушты. Шунан үҫмергә ҡарап:
– Һин, ҡустым, һабағың бөткәс, ҡайтып китмә. Мине ошонда көт, – тине. Малайҙың саңғыларын мөйөшкә һөйәне лә:
– Ошо таяҡтарың ғына ҡотҡарған бит һине, балаҡай, – тип ашығып сығып та китте.
Төш ауыуға колхоз рәйесе үҫмер малайҙы санаһына ҡәҙерләп ултыртып, баяғы юлдан кире елдерә ине. Хәҙер инде оло юл арыу уҡ тапалған.
Ҡайтыу яғына Бурыл да йылдам юрта. Үҙенең эшләгән ауылы арыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, рәйес малайҙы тыуған йортона алып барыуҙы кәрәк тип тапты.
Былар килеп туҡтауға ҡапҡаны шар асып килеп сыҡҡан 55 йәштәрҙәге кешегә ҡарап:
– Ағый, бынан ары уҡытам тип әллә ҡайҙа ятҡан район үҙәгенә малайынды яңғыҙ йөрөтәһе булма! Ҡарағыҙ уны. Ә ул батыр егет булып сыҡты. Ниндәй йыртҡысҡа ҡаршы бер үҙе бара бит, – тип малайҙы яурынынан тупылдатып һөйҙө. – Берәй осрағанда яҡшылап һөйләрмен әле. Йә, ана улың үҙе һөйләр, – тине лә атына ултырып китеп тә барҙы.
Тик шунда ғына малай атаһының күкрәгенә ҡапланып, илап ебәрҙе. Ул арала:
– Уй-й-й, нимә генә булған балама! – тип шәлен яурынына һала-һала сығып килгән әсәһе күренде.