Махсус биттәр
6 Февраль 2021, 04:53

Франция башҡорто

Алыҫ Европа илендә йәшәүсе Джонатан Ишмөхәмәтов үҙ шәжәрәһен яҡшы белә һәм үҙен, ауыҙ тултырып, башҡорт тип йөрөтә Тарихи хәтерҙе, ҡарт олатаһы һөйләгәндәрҙән телдән-телгә күсеп килгән йолаларҙы, кәсепте һәм ғөрөф-ғәҙәтте тергеҙгән шәхесте нисек хөрмәт итмәҫкә мөмкин?! Ул үҙ ғүмерендә Башҡортостанды ни бары бер тапҡыр ғына килеп күргән, башҡорт телен белә, үҙенең “Эколь Ишмөхәмәтов” (Ecole Ichmoukametoff) тип аталған ферма-йәйләүендә тирмә ҡорған, уны милли стилдә биҙәгән, килгән ҡунаҡтарҙы яратҡан ризығы – бишбармаҡ менән һыйлай, баллап самауыр сәйе эсерә һ.б. Хужа йылҡысылыҡ, малсылыҡ һәм һунарсылыҡ менән шөғөллөнә. Быуындар сылбыры өҙөлмәһен, тип йән атҡан Джонатан Чедер-Ишмөхәмәтов кеүек, ата-бабаһының эҙен юллап, тарих төпкөлөн байҡаған замандаштарыбыҙ булғанда, шөкөр, милләт ағасы ҡоромаҫ. Джонатан шәжәрәһен яҡшы белә һәм үҙен, ауыҙ тултырып, башҡорт тип йөрөтә. Әйткәндәй, һөнәре буйынса ул – этнолог, Дидро исемендәге Париж университетын тамамлаған.


Кем һин,
Джонатан?


– Ата-бабам башҡорт ере аша уҙған бик боронғо Ебәк юлы һаҡсылары булған, – тип һөйләй Джонатан. – Архив документтары буйынса, нәҫел-нәсәбемдең тамыры Учалы районының Һөйөндөк ауылына барып тоташа. Бер нисә быуын олатайым Урал аша үтеп, Волга йылғаһына табан һуҙылған юл арауығында каруандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән. XIX быуат аҙағында Һөйөндөк ауылынан көньяҡтараҡ улар Ишмөхәмәт тип аталған ауылға нигеҙ һалған. Мин үҙемде ғорур рәүештә, башҡорт казактары нәҫеленең етенсе быуыны, тип йөрөтәм. Сөнки 1812 йылда 1-се башҡорт полкы составында һуғышҡан бабам Бүләк император указы менән сотник (кесе командир) дәрәжәһенә лайыҡ тип табыла.

Джонатан Ишмөхәмәт ауылы хаҡында теүәл генә мәғлүмәткә эйә булмағанға күрә ауылдың әлеге ваҡытта ҡайһы районға ҡарауы хаҡында баш ваттыҡ. Картанан ҡарағанда, ул Федоровка районына ингән кеүек. Тик тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең өлкән хеҙмәткәре, тыуған районы хаҡында тарихи китап әҙерләүсе Шамил Иҫәнғолов был фаразды инҡар итте. Уның фе­керенсә, Федоровка райо­нының Ишмөхәмәт ауылынан сыҡҡан бындай шәхестәр юҡ. Джона­тандың, артабан ата-олатайҙарым Ырымбурға күсеп китә, ә әлеге ваҡытта Ишмөхә­мәттең нигеҙе, бәлки, ҡороғандыр, тип әйтеүен иғтибарға алып, был ауыл Хәй­булла районына ҡарайҙыр, күрә­һең, ә карта менән бер аҙ яңылышҡан, тип уйларға мөмкин. Тарихсыларға был йә­һәттән тик­шеренергә һәм мил­ләттәшебеҙгә ярҙам итергә урын бар.

Ишмөхәмәтовтарҙың шәжәрәһе былай дауам итә: Бүләк – Әхмәт – Азамат – Артем (башҡортса Arkhtiam – Әрхәм?). Артем иһә Джонатандың ҡарт олатаһы булып сыға. Заманында ул 2-се Ырымбур казак полкында хеҙмәт итә.


Аҡ эмиграция –

илебеҙҙең

фажиғәһе


Артем Ишмөхәмәтов – революциянан һуң сит илгә ҡасырға мәжбүр булған бик күп милләт­тәшебеҙҙең береһе. Рус-япон кампанияһында, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, Граждандар һуғышы осоронда аҡ армия составында һуғыш­ҡан баш­ҡорт казагы 1921 йылда барон Врангель флоти­лияһы ме­нән бергә Тунисҡа йөҙөп килә. Тап ошо осорҙағы аҡ эмиграция арҡаһында Рә­сәй иле йөҙәр меңләп ул-ҡыҙынан яҙа. Революциянан, Граждандар һуғышы­нан һәм большевиктар террорынан ҡасып, аҡыллы, зыялы һәм талантлы ке­шеләр тыуған илен ташлап китергә мәжбүр була. Хатта, донъя тарихында бул­мағанса, тотош ҡораллы армия ҡаса!

Беҙ бала саҡта, “аҡтар” – насар, ә “ҡыҙылдар” – яҡшы, тип өйрәт­кән тарих дәрестәрендә сит илгә ҡасҡан эмигранттарҙы енә­йәтселәргә тиңләнек. Уйлап ҡараһаң, совет заманында мыҫ­ҡыллап телгә алған “аҡтар” яғында “аҡ” Рәсәй – мәҙәниәтле, һәләтле ҡәүемдәр һәм белемле дворяндар, шул иҫәптән башҡортомдоң да аҫылдарҙан аҫыл уландары булған. Уларҙы сит илдә бер кем дә ҡолас йәйеп ҡаршы алып тор­маған, әлбиттә. Эмигранттар бөл­гөнлөккә төшөп, нужа күреп, ҡара тире сыҡҡансы бил бөгөп йәшәгән. Бик күптәре аҡтыҡ һу­лышына тиклем өмөтөн өҙмәйен­сә, Рәсәйгә ҡайтыу хаҡында хыялланған.

Әйткәндәй, Артемдың бер туған ҡустыһы Мирт (Мират) Башҡорт ғәскәре сафтарында һуғыша. Ул 1920 – 1922 йылдарҙа ғәскәр һал­даттары менән бергә Алыҫ Көнсығыштағы аҡ эмиграцияға ҡушылырға һәм Ҡытайҙа йәшәргә мәжбүр була.

Ағалы-ҡустылы Ишмөхәмәтов­тар­ҙың яҙмышы, ысынлап та, ғибрәтле һәм һәр кемде уйға һалырлыҡ. Иң һоҡландырғаны – уларҙы тарихтың уҫал елдәре һындыра алмаған, ирҙәр аяуһыҙ осор һынауҙары алдында юғалып ҡалмаған.


Сит илдә үҙ

заводын аса


Артем Тунисҡа килеп еткәс, урындағы байҙың поместьеһында ат ҡараусы булып эшләй. Аттарҙы яҡшы аңлаған хеҙмәт­сеһенә хужа иң яҡшы тоҡомло йылҡыһын ышанып тапшыра. Уңған ат ҡараусы, тип характеристика ла яҙып бирә. Ир ярты йылда Фран­цияға билетҡа аҡса йыя. Был ваҡытта Артемға 43 йәш була. Марсель ҡала­һына килгәс, рус общи­наһында йәшәй. Тиҙҙән Нормандия металлургия заводына эшкә бара. Бул­дыҡлы ир күпмелер ваҡыт­тан сыр ҡайнатыу буйынса үҙенең эшен дә асып ебәрә. Ләкин 1941 йылда был заводты фашистар баҫып ала. Артем бынан һуң да юғалып ҡалмай, бер аҙҙан сусҡа үрсетә башлай. Бер юлы Версалдең рус кадет мәктәбендә хәрби консультант булып эшләй. Шулай уҡ Рус патриоттары союзының һәм Францияны азат итеү буйынса ҡар­шылыҡ хәрә­кәтенең әүҙем ағзаһы ла була. Джонатан ҡарт олата­һының ағзалыҡ билеты һәм башҡа документтарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай.

Артем Украина казагы ҡыҙы, сығышы менән Польшанан булған Исидораға өйләнә. Был никахта ике ул һәм ике ҡыҙ, шул иҫәптән Джона­тан­дың өләсәһе Ма­рия (Майя) донъяға килә. Артем 1946 йыл­да яҡты донъя менән хушлаша.

Ә Мирт, Ҡытайҙан һуң Ҡа­ҙағстанда йә­шәп, 2008 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Джонатан менән ғүмеренең аҙағына тиклем йылы бәйләнештә була. Башҡорттар хаҡында төп мәғлүмәтте – тарихты, мәҙәниәтте һәм йолаларҙы тап ул еткерә, шул иҫәптән башҡорт телендә һөйләшергә лә өйрәтә. “Тик беҙ бабайым менән иҫке­сәрәк аралаштыҡ, ғәрәп алфавитында яҙыштыҡ”, – тип хәтерләй ейәне.

Исеме ят һәм бер нисә ҡан ҡушылғанға күрә геройыма дин тураһында һорау бирмәйенсә түҙ­мәнем. Ул үҙенең мосолман булыуын йәшермәне. Быға һис тә ғәжәпләнәһе юҡ, олатаһы Мөхәм­мәт Бендеддуш (Майяның ире) – Алжир иленең бик боронғо һәм күренекле дини тоҡомонан. Ғаилә­лә ғәрәп телендә яҙып ҡал­дырылған һәм быуындан-быуынға тапшырылып килгән шәжәрә менән айырыуса ғорурланалар. “Ҡайҙан килеп сығыуыбыҙҙы белеү үтә мөһим”, – ти рухи үҫешкә һәм физик камиллыҡҡа ынтылған Джонатан Ишмөхәмәтов.

... Ир тарихи ғаилә китабы менән алты айлыҡ ҡыҙын таныштыра башлаған да инде. Киләсәктә гүзәл тәбиғәтле Урал буйҙарын төйәк иткән, заман дауылдарына бирешмәгән, үҙ йөҙөн юғалтмаған башҡорттары менән был бала, һис шикһеҙ, ғорурланасаҡ һәм шәжәрә ағасын төҙөүҙе дауам итәсәк!


Фото: Т,Аманов.
Читайте нас