Исеменә күрә – есеме тигәндәй, фамилиям Ҡаһарманова булғас, бәләкәйҙән үҙемде, мин батыр булырға тейешмен, тип үҫтем. Тик былай әйтеү менән генә ҡыйыуланып китеп булһасы! Шулай ҙа батырлыҡтың осмото бар ине күңелдә. Аңһыҙыраҡ саҡта, мәҫәлән, әхирәт менән урам осондағы зыяратҡа барып, һәр кемдең ҡәберенә сәскәләр һалыуҙы һис бер ҡурҡыуһыҙ атҡара торғайныҡ. Улай ғынамы, кеше үлгәс, уның ҡәберенән яҡтылыҡ сыға, тигәнде ишеткәс, төндә өйҙән ҡасып-боҫоп сығып, зыяратты ҡарауылланыҡ әле ул! Ҡараңғыла шөрләткәс, зыярат эсенә инмәйерәк торҙоҡ. Әүәлге замандарҙа юлсылар юлбаҫарҙарҙан ҡасып, зыярат эсендә имен төн үткәргәндәре хаҡында хәбәрҙар булһаҡ та, эскә инергә ҡыйманыҡ. Ҡараңғылыҡ ҡуйырғас, яҡтылыҡтың кире шауҡымы беҙгә ҡағылһа, тигән һорау тыуҙы. Бәләһенән баш-аяҡ, тип Кузнис (Тимерсе) тауына уҡ шылдыҡ. Йәнәһе лә, унан яҡшыраҡ күренәсәк. Ләкин бер сәғәттәй тау башында торғас, арыныҡ та ҡайтып киттек. Аҙаҡ өлкәндәрҙән, яҡтылыҡ тигәнегеҙ, бәлки, фосфорҙыр, тигән аңлатманы ишетеп, тынысландыҡ.
Әйткәндәй, бала күңелендәге тәбиғи ҡурҡыу тойғоһон өлкәндәр рәхәтләнеп үҫтерергә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, беҙҙе, йоҡлар алдынан шашып уйнағанда, хәҙер семсекүтән аяғығыҙҙан эләктерә, тип ҡурҡыттылар. Семсекүтән тигәндәре өләсәй йоҡлаған урындыҡтың аҫтында йәшеренгәндер, ә бәлки, баҙҙалыр, тигән уй ҡотто ала. Бәрәңге алырға баҙға төшөп менеү – тотош геройлыҡ ише. Тирә-яғыңа алан-йолан ҡаранып, ҡурҡа-ҡурҡа биҙрәгә шарт-шорт картуфты тултыра һалып, баҙҙың ишегенән осоп сығаһың! Бәрәңге йыйғанда һөжүм итмәгән семсекүтән мотлаҡ баҙҙан сығышлай аяҡ осонан эләктереп алыр төҫлө!
Урамда күмәк бала-саға менән уйнап йөрөп, ҡайһы ваҡытта аяҡтарыбыҙ беҙҙе үҙенән-үҙе сүплеккә килтерә. Унда нимә эҙләп йөрөгәнбеҙҙер, бер Хоҙайға ғына билдәле. Ләкин өйҙәгеләр шуны белеп ҡалһа (кеҫәгә шаҡы-шоҡо тултырып ҡайтыуыбыҙ арҡаһындалыр), әрләнәһең: “Ен ояһында нимә ҡарап йөрөнөгөҙ?! Ен эйәртеп алып ҡайтһаң?” Икенсе юлы тағы ла (яңылыш барып сыҡҡан) сүплектән “байып” ҡайтышлай, өләсәйҙәрҙең “зәхмәт” тураһындағы һүҙе иҫкә төшөп, ҡапҡа тышында уҡ бысраҡ устарға төкөрөп, бит-ҡулды “бисмилла” һүҙе менән һыпырып, өҫтө ҡағыштырып ингән булаһың. Шул һүҙ һине һәр ғәләмәттән ҡотҡарыр, яҡлар кеүек.
Һәр хәлдә күңелгә тыныслыҡ бирә.
Башҡа һыймаҫлыҡ бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Ҡышҡы зәһәр бер төндә тәҙрәгә ныҡ итеп сирттеләр. Минең йоҡо үтә һаҡ, “сиҡ” иткәнгә лә йоҡом ҡаса. Атайым да уянып, тышҡа сыҡты. Ул булмышы менән батыр ине, һис ҡасан бер нәмәнән дә ҡурҡып, шикләнеп торманы. Был юлы ла аяғына быймаһын эләктереп, иңенә фуфайкаһын (беҙҙеңсә “куфайка”) һалып, сыҡты ла китте. Шомланып, уның кире инеүен көтөп яттым. Ишек киң асылып, дөбөр-шатыр килеп ингәс, һикереп тороп, ҡаршы сыҡтым: быуға уралып килеп ингән атайым яңы тыуған быҙауҙы күтәреп алғайны. Уны ҡаҡ иҙәнгә төшөрөп һалғас, ҡабат сығып, бер ҡосаҡ бесән килтереп, быҙауҙы шуның өҫтөнә күсерҙе. Кем тәҙрәгә туҡылдатты ул, тигәс, өй эйәһе, тип яуапланы: “Һыйыр быҙаулағас, быҙауы өшөп-туңып әрәм булмаһын тип, беҙҙе уятҡандыр”. Әллә ысынын әйтте, әллә шаяртты, аңламаным, ә шулай ҙа хәстәрлекле өй эйәһенә ҡарата ихтирамым бермә-бер артты.
Бәләкәй сағымда атайым, үҙ ғүмеремдә ике шаҡ ҡатырғыс мөғжизә күрҙем, тип һөйләгәйне: “Береһе Мартын күле янында көтөү көткәндә, һыуҙан һөйрәлеп килеп сыҡҡан дәү йылан булды. Ундай ҙурлыҡтағы питондар, анакондалар йылы яҡтарҙа була, беҙҙең яҡта ла барҙыр тип башҡа ла индермәнем. Ярай ҙа һыбай инем. Бүрәнә йыуанлығындағы 5 – 6 метрлыҡ оҙон ҡара йылан беҙгә һикерә, ат ҡурҡышынан үрәпсей, мин сыбыртҡы менән йыландың башына эләктерергә маташып, уға һуғам да һуғам. Башына һуға торғас, йылан кире Мартын күленә инеп китте. Башҡаса осраманы. Икенсе мөғжизә баҫыуҙа күргән көмөш япраҡлы ҡайын булды. Тракторсы менән төнгө сменала эшләй инек. Мин сәскестә торҙом. Баҫыу уртаһында кинәт пәйҙә булған, тоноҡ нур сәскән ҡайынды икебеҙ бер юлы күрҙек – ул яй ғына беҙгә табан “йөҙөп” килә ине. Тракторсы ҡурҡышынан тракторҙы ауыл яғына борҙо. Ҡайын ауылға етәрәк тороп ҡалды...” Йыланынан бигерәк ҡайын мине ҡыҙыҡһындырҙы, ылыҡтырҙы. Шуны эҙләп, күрергә теләп, әллә нисә тапҡыр төндә баҫыуҙы, уның тирәләй урманды ҡарауылланым, әммә бушҡа ғына... Уны күреп ни эшләр инең, тип аптырағандарға, шаҡ ҡатыр инем, тип яуапланым. Кемдер дивандан да ары китергә ҡурҡһа, мин, әҙерәк шөрләһәм дә, электән мөғжизә артынан барырға әҙермен. Максим Галкин Америка ҡурҡыныс фильмдарын пародиялағанда көлә бит, баҙҙан үкереү ишетелә, ә ҡатын шунда йүнәлә, тип: “Үҙе дер ҡалтырай, ә баҙға төшә! Тулы ҡараңғылыҡта мөйөштә нимәлер шытырлай, тешен ыржайта, ә ул ҡулын һоноп, һаман шунда инеп бара”. Мин дә шулай: төндә ҡайҙалыр нимәлер шытырлаһа, барып төшһә, ауһа, кемдер атлаған тауыштар сыҡһа, юрған аҫтына инеп дерелдәп ятаһы урынға, ҡурҡыуҙы йоҙроҡҡа йомарлап, утты яндырам да, тертләй-тертләй тауыш сыҡҡан ергә барып ҡарайым – һеҙгә нисектер инде, миңә шулай тынысыраҡ (хәйер, ул мәлдә табанға төшкән йөрәк үҙемдән дә алдараҡ йән-фарман сабып, юрғанға уралып ятҡандай тойола). Ҡалҡаным иһә, аңлауығыҙса, “бисмилла” һүҙе. Уның менән тынысыраҡ.