Элек ауылдарында клуб булып, бөтә байрам, йыйылыш шунда үтә ине. Уҡытыусылары Әнисә апай һәр байрамға балаларҙы ойоштороп, матур концерт әҙерләй торғайны. Ауыл халҡы бигерәк тә Яңы йыл байрамын көтөп ала: иң тәүҙә бәләкәй балалар һөнәрҙәрен күрһәтһә, ҙур кластарҙа уҡығандар берәй ҡыҙыҡ спектаклде сәхнәләштерә, шунан ололар сәхнәлә төрлө йыр башҡара, ә йәштәр таң атҡансы бейеп, вальс әйләнеп күңел аса. Хәҙер оло кластар күрше ауылға йөрөп уҡығас, шыршы байрамдары ла шундағы мәктәптә үтә. Ә ауылда уҡыған бәләкәй балалары һуңғы йылдарҙа телевизорҙан ғына ҡарай, шуға ла улар нисектер етемһерәп ҡалғандай…
Оло улдары Наил кистән үк саңғы менән алыҫтағы Йәймәр урманынан ваҡ ҡына йәшел энәле бик күркәм шыршыны алып ҡайтып, әҙерләп тә ҡуйҙы.
Байрамдың ҡыҙығы – эҫе мәлендә. 31 декабрҙә өй эсе гөж килде: кемдер шыршы биҙәй, уйынсыҡтарҙы Миңзилә Стәрлелә уҡып йөрөгәнендә үк ташығайны, кемдер эс-бауырҙан пирожки бешерә, кемдер балыҡ ҡыҙҙыра. Ә аласыҡтағы ҡаҙанда ҡаҙ бешә.
– Эх, еҫтәре! Ауыҙҙан һыуҙар килә!
Бына бөтә нәмә әҙер. Шыршы – төп ҡунаҡ бөгөн. Бөтәһенең дә кәйефе күтәренке. Күңелле!
– Йәгеҙ әле, балалар, үҙегеҙҙең дуҫтарығыҙҙы саҡырып ҡайтығыҙ бөгөнгө Яңы йыл байрамына, – тине әсә кеше.
– Өйҙә Шыршы байрамын үткәрәләрме икән ни, – тип ныҡ ғәжәпләнгән балалар бер аҙҙан шаптыр-шоптор атлап, аяҡтарын ҡаға-ҡаға килеп инде.
– Һаумыһығыҙ! – тине улар ояла-ояла.
– Әйҙүк-әйҙүк! Әйҙәгеҙ-әйҙәгеҙ, түргә үтегеҙ, балалар! – тип йылмайып ҡаршы алды ҡунаҡсыл Миңлегөл еңгә.
Ауылдарында барыһы ла был ғаиләне хөрмәт итә, уларға килергә атлығып тора, сөнки киң күңеллеләр: ашарға һәр ваҡыт өҫтәлдә тәмле әпәй, бал, самауыр борхоп ултыра. Балалар түр яҡҡа уҙҙы.
Аһ! Бүлмәнең уртаһында люстранан төшкән ут яҡтыһында емелдәшкән уйынсыҡтары менән күҙҙең яуын алып әкиәт шыршыһы тора! Бындайҙы телевизорҙан ғына күргән балалар торғаны бер мөғжизәгә иҫтәре китеп, хайран ҡалды. Быяланан эшләнгән, буяуҙары ялтырап торған төрлө-төрлө тәтәйҙәрҙе ҡурҡа-ҡурҡа тотоп ҡараны улар. Шул арала әллә ҡайҙан ишетеп, саҡырылмаған балалар ҙа килеп тулды. Инде яландай өй эсенә лә һыйып булмай! Шуға ла уларҙы шыршы тирәләй ике ҡатлы түңәрәккә теҙеп баҫтырҙылар, Нәзирә апайҙары оҫта итеп гармунда уйнап, шыршы тирәләй бейетте, йырлатты. Яйлап балалар асылып китте, иркенләп күңел асты.
– Ниндәй Яңы йыл Ҡыш бабайһыҙ инде?! Бүләкһеҙ?
Әлеге лә баяғы Миңзилә апайҙары атаһының оҙон толобон әйләндереп кейеп алды, башына бүрек, аяғына быйма, битен кершән менән ҡыҙартып, ап-аҡ мамыҡтан һаҡал-мыйығын ҡуйҙы ла ишекте туҡылдатып килеп инде.
– Һаумыһығыҙ, балалар! – Барыһының да күҙе дүрт булды.
– Һаумы, Ҡыш бабай! – тип баҫалҡы ғына иҫәнләште шул тиклем аптырашҡан балалар.
Шунан Ҡыш бабайҙың ысынлап байрамға килгәненә ышанғас, шатланып һикерешә, сәпәкәй итә башланылар, кемдер хатта ҡурҡып, шымып ҡалды.
– Һеҙҙә бөгөн байрам икән, миңә бына телеграмма килде.
– Әйҙәгеҙ, бергәләп йырлап-бейеп алайыҡ, һөнәрҙәребеҙҙе күрһәтәйек.
Ҡыш бабайҙы күреү шатлығынан ҡыйыуланып киткән балалар күмәкләшеп тағы бейеп-йырлап, шиғыр һөйләп алды. Байрам аҙағында ул күстәнәстәр ҙә таратҡас, бәләкәстәрҙең иҫтәре китте – "ысын Ҡыш бабай" бирә ләһә, шатлыҡтары эстәренә һыйманы. Аҙаҡтан Ҡыш бабайҙы ла арытҡансы бейетеп, башҡа байрамдарға ла "оҙатҡас", уңған Миңлегөл еңгә балаларҙы оҙон өҫтәл артына теҙеп ултыртып, фил төшкән тәмле һинд сәйенә мәтрүшкә сәскәһен ҡушып бешерелгән һөтлө сәй, бал-май, ауыҙҙа ирерлек пирожкиҙар менән һыйланы. Ҡунаҡтарҙың һаман да бик оҙаҡ ҡайтҡыһы килмәй торҙо. Улар тағы оло яҡҡа сығып, шыршы тирәһендә йөрөп килделәр: берсә йылҡылдап торған тәтәйҙәр менән биҙәлгән шыршыға, берсә ҡулдарындағы күстәнәстәргә ҡаранылар ҙа, күңелдәре булып, таралыштылар...
Был әкиәти байрам бөтәһенә лә шул тиклем оҡшаны, һәр Яңы йыл һайын ауылдаштары бик оҙаҡ йылдар буйы иҫкә төшөрөп һөйләне лә һөйләне. Тағы ла Яңы йылдар, шыршы байрамдары булды, ләкин иң ҡәҙерлеһе ошо беренсеһе ине...
Ә кисен бөтә ғаилә – ата-әсәһе үҙҙәренең ун балаһын ике пар ҡанат аҫтына алып, бәрәкәтле йылы ҡыйыҡ аҫтында ҙур йомро өҫтәлде уратып, тәмле һыйҙан ауыҙ итеп, Яңы йылды ҡаршылай ине.