Һүҙлек ярҙамында резюме төҙөй
– Ул саҡта Бетерә ауылында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй инем. Ғаилә карабы ҡомға килеп терәлгәс, минең өсөн ауыр хәбәрҙе күтәрә алмай, йорттан сығып киттем. Гөл итеп көткән донъямды ҡалдырҙым да, үҙем менән хатта бер әйбер ҙә алмайынса, бер ҡат күлдәктә әсәйемә ҡайтып йығылдым. Улым Илнар – армияла, ә ҡыҙым Юлиә колледждың икенсе курсында белем ала ине, – тип хәтерләй Дилә апай.
Башы ҡатҡан, әрнегән күңелен нисек йыуатырға белмәгән ҡатындың күҙенә бер көндө сит илдәргә эшкә саҡырыу тураһындағы иғлан салына. Иң тәүҙә ул әсәһе менән кәңәшләшергә була. Оло кеше ҡыҙының теләгенә ҡаршы килмәй, йөрөп ҡайт, тип фатихаһын һәм йыйған 40 мең һум аҡсаһын сығарып бирә. Тормошон яңыса ҡорорға маҡсат ҡуйған Дилә, Өфөгә юлланып, турист булараҡ барыу өсөн Италияға виза эшләтә. Был уның хатта баш ҡалаға тәүге тапҡыр килеүе була! Үҙе менән ике итальян теле һүҙлеге һатып алып ҡайта. Уларға нигеҙләнеп, хеҙмәт резюмеһын үҙаллы төҙөй, көн дә телде өйрәнә башлай.
Бер-ике йыл аҡса эшләп ҡайтам, тип, 2006 йылда бер ниндәй танышһыҙ сит илгә йыйынған Дилә ханымдың ҡыйыулығы таң ҡалырлыҡ. “Ул саҡта Украина ҡатын-ҡыҙҙары аэропортта гастарбайтерҙарҙың килеүен үҙҙәре көтөп тора торғайны. Самолеттан төшөү менән улар яныңа килә, таныша, эш тәҡдим итә. Әлбиттә, бушҡа түгел. Мине лә ошолай ҡаршы алдылар, хатта үҙҙәренә алып ҡайтып йоҡлаттылар. Шулай итеп, Беневенто ҡалаһында бер ғаиләнең ҡараусыһы булып эшкә урынлаштым”, – тип хәтер йомғағын һүтә Дилә апай.
Хеҙмәт һөйөп, эштең рәт-сиратын белгән кешегә өйҙө тәртиптә тотоу бигүк ауыр булмай. Эшкә тилбер, таҙалыҡ яратҡан Диләне хужалар шунда уҡ оҡшата. Үҙҙәрендә йәшәтәләр, айырым бүлмә бирәләр. Аҙнаның ике көнөн ял итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡатын тәүге хеҙмәт хаҡынан уҡ әсәһенә бурысын ебәрә. Ун айҙан һуң, 18 йәше тулыу менән, ҡыҙын үҙенә саҡыртып ала. Юлиә бында уҡырға инә, диплом ала, водитель танытмаһына ла эйә була.
Сит илгә килеүенә өс йыл тигәндә, бер көндө урамда уға таныш булмаған бер кеше һүҙ ҡуша. Аралашыусан, алсаҡ Дилә иргә яуап ҡайтара. Ана шулай башланып китә йәш булмаған, шулай ҙа ғүмер юлында ышаныслы терәк, юлдаш тураһында хыялланған ике яңғыҙаҡтың мөхәббәт тарихы. Антонио Тутино – элекке спортсы, штанга буйынса ил чемпионаты еңеүсеһе, хәҙер иһә тәнһаҡсы булып эшләй. Ҡала етәкселегенең хәүефһеҙлеген тәьмин иткән, төрлө мөһим сарала тәртип һаҡлаған ир башҡорт ҡатынын ныҡышмалылығы һәм иғтибарлылығы менән арбай. Осрашыуҙар артынан осрашыуҙар китә, пар бер-береһен яҡшылап һынағандан һуң, бергә булырға ҡарар итә. Юлиә лә Антонио менән уртаҡ тел таба. Әйткәндәй, ҡыҙ биш йылдан һуң Рәсәйгә ҡайтырға ҡарар итә. Дилә апай ҙа һәр саҡ, башҡорт егетенә кейәүгә сыҡ, сит илдә төпләнеп ҡалма, тип ҡыҙына өгөт-нәсихәт уҡый. Сөнки ул буласаҡ ейәндәре менән туған телендә аралашырға теләй. Ә сит ил кешеһендә кейәүҙә булған ҡатындарҙың балалары Рәсәйҙәге олатай-өләсәһен ят күрә, улар менән аралашыу өсөн телде белмәй, ти геройым.
Бөгөн Юлиә башҡорт егетенә тормошҡа сыҡҡан, иптәше менән бер ул тәрбиәләй. Ғаилә Сибай ҡалаһында йәшәй. Йыш ҡына Беневентоға ҡунаҡҡа баралар. Былтыр Илнар ҙа әсәһе янына килеп ҡайтҡан.
2016 йылда Дилә һәм Антонио үҙ ресторанын асыу проекты идеяһы менән яна башлай. Ир ҙә, ҡатын да эш урындарын ташлай һәм икәүләшеп үҙ бизнесын башлап ебәрә. Бының өсөн ҡасандыр Антонионың олатай-өләсәһе йәшәгән һәм ейәндәренә васыят итеп ҡалдырған ҡала үҙәгендәге йорт ярап ҡала.
Ғаилә ҡаланан ситтә йәшәй. Йорттоң беренсе ҡатында шарап әсетеү һәм зәйтүн майын һығыу келәттәре урынлашҡан. Баҡсала емеш-еләк ағастары үҫә, хужабикә күпләп сәскә үҫтерергә ярата.
Ни өсөн улай, тигән һорау бирер күптәр. Сөнки ҡабан сусҡаһы Беневенто ҡалаһының символы икән, баҡтиһәң. Тәүге йылдарҙа клиенттарҙы бигүк йәлеп итеп булмай. Ә бөгөн Беневентолағы 200 самаһы ресторан, итальянса тратториялар, араһында “Ҡабан сусҡаһы” – беренсе урында. Быны донъяуи “ТрипЭдвайзер” сәйәхәт итеү сайты буйынса белергә мөмкин. Өй аш-һыуын әҙерләгән ресторан көнөнә ике тапҡыр ғына ашата, сөнки был илдә барлыҡ йәмәғәт туҡланыу урынында ни бары төшкө һәм киске аштар әҙерләнә. Иртәнге ашты итальяндар өйҙә ашай йәки эшкә китеп барышлай машинала ҡапҡылай.
Рестораторҙарҙың көнө иртәнсәк аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн магазиндарға һәм ауылдарға сәйәхәттән башлана. Ауыл кешеһенән сифатлы һәм яңы һуйылған ит, балыҡ, йәшелсә һәм емеш-еләк һатып алыуҙы хуп күрәләр. Унан инде төшкө аш әҙерләп өлгөрөргә кәрәк – мотлаҡ тәғәм ризыҡ (антипасто), аш һәм төрлө соус менән макарон төрҙәре (паста) бирелә. Итальян халҡы йылы көйөнсә ит киҫәктәре менән гарнир (конторни) ярата, ә йәшелсәнән брокколи, баклажан айырыуса популяр. Десерттан һуң мотлаҡ ҡәһүәнең эспрессо төрө эселә. Халыҡ беҙҙәге кеүек сәй эсмәй, аш-һыу янына һыу ултыртыла. Спиртлы эсемлектәргә килгәндә, шарапты һәм ликерҙы үҙ итәләр. Заказ буйынса өҫтәлгә ҡуйылған шарапты теләгән кеше генә ҡойоп эсә, бында бер-береңде мәжбүр итеү юҡ. Ике кешегә тамаҡ ялғап сығыу сама менән 45 – 50 евроға төшә. Беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә, 4000 – 4500 һум була. Траттория хужалары һәр ҡунаҡ менән танышып, уларҙың ҡулын ҡыҫып оҙатып ҡала.
“Итальяндар – үтә илһөйәр”
Карантин мәлендә траттория ике ай ярым эшләмәй торған. Хөкүмәт эшҡыуарҙарҙы һис тә ярҙамһыҙ ҡалдырмай – хужаларға эш хаҡын түләй, яңынан асылыу өсөн ярҙам йөҙөнән 2 мең евро бүлә.
Һәр клиенттың температураһын үлсәү, көнөнә ике тапҡыр бинаны дезинфекциялау кеүек санитар-эпидемиологик талаптар Италия ресторандарын да урап үтмәгән.
– Ресторанығыҙҙа башҡорт аштарын бешергәнегеҙ булдымы? – тип һорамайынса түҙмәнем Дилә апайҙан.
– Башта бешереп ҡараным. Тик итальян халҡы – үтә илһөйәр, улар башҡа милләт ризығын танымай, хатта боролоп та ҡарамай. Улар, иң тәмле аш-һыу беҙҙең халыҡтыҡы ғына, тип бара. Бындай илде һөйөү, хөрмәт тойғоһо һәр өлкәлә сағыла – спортмы, мәҙәниәтме, телме, сәнәғәт булһынмы һ.б. Беневенто ҡалаһы ингән Кампания төбәге – илдең башҡа региондары араһында үҙенең аш-һыу традициялары менән дан тота, – тип яуаплай әңгәмәсем. – Антонио иһә билмән, голубцы, мантыны оҡшата. Ҡоймаҡ та күңеленә ятты. Бишбармаҡтың туҡмасын ғына ашай алды, һурпаһын ят итте. Әйткәндәй, итальяндар йылҡы итен бөтөнләй ашамай.
Антонио Тутино Башҡортостанды ике тапҡыр ғына күрһә лә, матур тәбиғәтенә, ихлас халҡына ғашиҡ булып өлгөргән. Бында тәү тапҡыр һыйыр һауғандарын, сепаратта ҡаймаҡ айырғандарын, өйгә ингәндә аяҡ сисеүҙәрен күреп аптыраған. Башҡортостан супермаркеттарында итальян аҙыҡтарын күреп, бала һымаҡ ҡыуанған. Ә бына быйыл, пандемия арҡаһында, ғаилә Рәсәйгә килә алмаған.
Дилә апай аш-һыуға ғына түгел, блогер булырға ла өлгөрә. Социаль селтәрҙәрҙә ул башҡортса бай, һутлы теле менән яҙылыусыларына төрлө сит ил ғөрөф-ғәҙәте, йәшәү рәүеше хаҡында һөйләй, ризыҡ рецептары менән бүлешә.
Мәҫәлән, антипасто (“анти” – тиклем, “пасто” – ризыҡ) – төшкө һәм киске аштар алдынан ашай торған аҙыҡ төрҙәре. Был ассортиға ит продукттары, йәшелсә киҫәктәре, грилдә ҡыҙҙырылған икмәк, буйвол һөтөнән моцарелла сыры, салями колбасаһы төрҙәре, диңгеҙ аҙыҡтары, ҡыҙыл борос, һарымһаҡ һәм башҡаһы һалына. Кампания регионы – традицион неополитан торты “пастьера”, эслеге эремсектән булған ҡатлы пирожный “сфольятелле”, лимон ликерына манылған бисквит пирожныйы “делиция аль лимоне” кеүек әҙерләү нескәлектәре күп булған тәм-томдың тыуған ере. Итальяндарҙың кулинар сәнғәте ҡағиҙәләре ҡаты – һәр аш-һыуға ҡарата айырым талаптар бар. Сит халыҡтың танылған аҙыҡ-түлеген оҫталарса әҙерләү кимәленә ирешкән, итальян халҡының һөйөүен яулаған Дилә апай, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ.