“Бала сағым – иң бәхетле осор”, – ти Гөлгенә ханым. Медсестралар курсын тамамлаған әсәһе йәш ярымлыҡ ҡыҙын етәкләп, партия ҡушыуы буйынса төпкөл ауылға трахома сирен дауаларға килә. Ҡул күтәрергә яратҡан иренән айырылып килгән йәш ҡатынды урындағылар кейәүгә сығырға димләй. Аһылай ауылының тарихында беренсе медицина хеҙмәткәрен бөтәһе лә ихтирам итә, нисек булһа ла ауыл кешеһенә кейәүгә сығып, бында таштай батып ҡалыуын теләй.
Ҡыҙыу бесән өҫтөндә ауылдың барлыҡ ир-аты бесән саба икән. Бер инәй, ҡыҙыҡ күреп, Гөлгенәне һөйләндерә: “Ҡыҙым, кемде үҙеңә атай итеп һайлап алаһың?”. Ҡыҙсыҡ, берәүгә төртөп күрһәтеп, ошо ағай атайым булһын, уның сәпите бар, мине лә алып йөрөр, тип яуап ҡайтара. Баланың теләге фәрештәнең амин тигән сағына тура килә, тиҙҙән Сибәғәт исемле был егет әсәһенең кейәүгә сығырға ризалығын ала. Матур ғаиләлә бер-бер артлы алты ҡыҙ донъяға килә. Гөлгенә, иң өлкәне булараҡ, бәләкәйҙән бар эшкә яуаплы ҡарарға өйрәнә.
– Алсаҡ, саф, иҫ китмәле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан башҡорт ауылында тормошта аҙғынлыҡҡа, насар күренештәргә тамсы ла урын булмаған заманда үҫтем. Атай-әсәй көнө буйы эштә, мин һеңлеләргә күҙ-ҡолаҡ ҡына түгел, ҡош-ҡорт, мал-тыуар, аш-һыу өсөн дә яуап бирәм. Тиҙ генә эштәремде теүәлләп, үҙемдең шөғөл һәм тыныс ял өсөн буш ваҡыт яулап алам. Бөгөн иһә, психологтар ошо ҡылыҡҡа өйрәтеп, тренингтар уҙғара. Ә беҙҙе тормош үҙе өйрәткән, планлаштыра һәм һөҙөмтәле итеп эшләй белгәнбеҙ. Хәҙерге аҡылым менән уйлайым да, ниндәй генә донъя мәшәҡәте төшһә лә, бөтә әйбер хәүефһеҙлек режимында башҡарылған осорҙа йәшәгәнбеҙ. Хәҙер һәр саҡ көсөргәнештә, экология насар булған заманда йәшәйбеҙ, баланы йорт алдына уйнарға алып сыҡһаҡ та күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк. Ысынлап та, бала сағым һәр саҡ һағындырып торған алтын осор булған икән, тим. Ер шарының ниндәй генә мөйөшөндә булманым, ә бына Аһылай кеүек хозур ерҙе бер ҡайҙа ла осратманым, – ти геройым.
Гөлгенә бәләкәйҙән оло кешеләргә тартыла. Уйнарға тип сыҡҡан ҡыҙ берәй әбейҙең өйөнә боролоп инеп китергә күп һорамай. Ғәҙәттә, оло кешегә ярҙам итә, ә эш бөткәс, киҫәкле шәкәр һурып, хужабикә менән оҙон-оҙаҡ итеп сәй эсә. Әсәһе ҡыҙының был холҡон өнәп бөтмәй, һуңынан ҡул һелтәй. Ә инде йылдар уҙғас, Гөлгенә тәжрибәле психотерапевт булып киткәс, ҡасандыр әбей-һәбейҙе күп тыңлауың, улар аша тормош фәлсәфәһен һеңдереү арҡаһында ошо өлкәгә килгәнһеңдер, тигән һығымта яһай.
Ун биш йәшендә һөнәр артынан Сибайға юллана. Унда медицина училищеһын тамамлап, фельдшер дипломын ҡулына ала. Уҡыу осоронда училищела иҙән йыуа, төндәрен ҡала дауаханаһының реанимация бүлегендә санитарка булып эшләй.
Артабан Өфөгә юл тота. Был көндө бөгөнгөләй хәтерләй ул: “Әсәйем бер туған ҡустыһына күҙ терәп, мине баш ҡалаға ебәрҙе, алдан хат яҙып һалды. Уға барып етер өсөн Октябрь проспекты буйлап барған трамвайға ултырҙым. Транспортта кеше ныҡ күп. Ағас сумаҙанымдың мөйөшө кителеп торған, уның менән бер мәрйәнең капрон колготкаһын эләктереп ебәрмәйемме! Был ҡатын мине ҡысҡырып әрләргә тотондо, ҡайҙан килеүемде лә, милләтемде лә ҡалдырмай – кәмһетә генә. Оялышымдан ҡып-ҡыҙыл булдым, ә зыян күреүсе колготка өсөн минән аҡса таптыра. “Йүрүҙән” туҡталышында төшөргә булғас, ҡатын да артымдан сыҡты. Бәхеткә күрә, мине ағайым ҡаршы алып тора ине. Урам яңғыратып ҡысҡырған мәрйәгә ҡаршы ҡаты итеп бер нисә һүҙ әйткәс, теге беҙҙе ҡалдырып китергә мәжбүр булды. Ә мин һыҡтап илап ебәрҙем: “Ағай, мин бында кеше булырға килдем. Бер кем дә рәнйетә алмаҫлыҡ, башҡортлоғомдан көлмәҫлек кешегә әйләндер мине!” “Әйтәм, әсәйең, Гөлгенә бүтәндәргә оҡшамаған, “оло бәйел”, шулай булһа ла ҡабул ит инде, тип яҙған. Ысынлап та, һин үҙенсәлекле икән!” – тип көлөп ебәрҙе ағайым.
Артабан Әғләм ағаһы ҡыҙҙың шәхес булараҡ үҫешендә оло роль уйнай. Беренсе көндән үк дөрөҫ һәм төплө йүнәлеш бирә, Башҡорт дәүләт медицина институтының киске бүлегенә уҡырға инеү өсөн һынау тотоп ҡарарға кәңәш итә. Ләкин тәүге имтиханда уҡ физиканы “берле” билдәһенә тапшыра. Ғәрлегенән ер тишегенә инерҙәй булған ҡыҙ эшкә урынлаша, кистәрен параллель рәүештә крәҫтиән йәштәре мәктәбендә уҡый. Барлыҡ фәнде лә тырышып өйрәнә, уҡытыусылар ныҡышмал ҡыҙҙы үҙ итә, уны төрлө яҡлап дәртләндереп тора. Шул иҫәптән рус уҡытыусыларының да яратҡан уҡыусыһына әйләнә, үҙе әйтмешләй, “мәрйәләр менән дә уртаҡ тел табырға өйрәнә”.
Киләһе йылына Гөлгенә барыбер үҙ теләгенә ирешә, юғары уҡыу йортона инеп, медицина нескәлектәрен артабан өйрәнә. Бынан тыш, ике урында эшләп өлгөрә, ата-әсәһенә ярҙам итә. Мәктәптән һуң Өфөгә килгән һеңлеләрен урынлаштырыу ҙа уның иңенә төшә. Ата-әсәһе, Гөлгенәнең ғаиләгә аҡса ебәреүенә, бүләктәр менән ҡайтыуына шикләнеп, юғары уҡыу йортонда уҡып та, эшләп тә йөрөүенә ышанмай. “Барыһына ла нисек өлгөрмәк кәрәк?” – тип аптырай әсә кеше.
Горбачев “ҡоро закон” сығарғас, алкоголизмға ҡаршы көрәшкә табип-наркологтар талап ителә. Эскеселәр араһында аңлатыу эштәре алып барырға, хәмерҙең зыянын фән нигеҙенә таянып еткереү бурысы йөкмәтелә. Интернатура тамамлаған йәш терапевты яңы специальность ҡыҙыҡһындыра, һаулыҡ һаҡлау министрлығы уны квалификация үтеү өсөн Мәскәүгә ебәрә.
Диплом алғас, Гөлгенә Ғәйнуллина ҡала наркодиспансерында эш башлай. Ә ярты йылдан уны Орджоникидзе районының баш наркологы итеп тәғәйенләйҙәр. Эшселәр ятаҡтарына, төрмәләргә, дауалау-хеҙмәт лагерҙарына “бай” был район алкоголизм йәһәтенән ҡалала иң имен булмағаны тип иҫәпләнә.
– Табип булып башкөллө сумып эшләй башлауыма бер йыл үтеүгә үҙгәртеп ҡороу осорона аяҡ баҫтыҡ. Йәш белгес булараҡ, фатир алыу өсөн сиратта тора инем. Тиҙҙән дәүләттең бушлай торлаҡ биреү программаһы юҡҡа сыҡты. Ятаҡта йәшәйем. Бында йыйыштырыусы булып эшләү шарты менән миңә урын бирелгән. Көндөҙ дауаханала баш нарколог булып аҡ халатта йөрөйөм дә, кискеһен уны ҡараға алмаштырам – эшселәрҙең бәҙрәфтәрен йыуам. Был нужа киләсәктә үҙ эшемде асырға этәрҙе, – тип хәтерләй Гөлгенә апай.
Башҡортостанда алдынғы нарколог- психотерапевтарҙың береһенә әйләнгән белгес тиҙҙән шәхси практика өсөн, ул осорҙа Өфө тарихында икенсе табип булып (!), лицензия ала. Бер аҙҙан баш ҡалала “Табип” шәхси клиникаһын асып ебәрә: унда, наркологтар менән бер рәттән, һөлөк һалыу, массаж яһау, энә ҡаҙау, үләндәр менән дауалаусы табиптар ҙа эшләй.
Гөлгенә ханым төбәктә тәүге айыҡ табындар, туйҙарҙы пропагандалаусы табиптарҙың береһе булараҡ та дан ҡаҙана. Башҡорттарҙың боронғо сихәтле эсемлеге – буҙаны тергеҙеү буйынса күп эш башҡара. Хәмерҙе буҙаға алмаштырырға тәҡдим итә, билдәле кешеләр араһында “буҙа яратыусылар” клубын булдыра, уны ҡойоу технологияһын өйрәтә. Телевидениела айыҡ йәшәү рәүеше хаҡында “Һаумыһығыҙ!” тапшырыуын алып бара, дарыу үләндәренең файҙаһы тураһында гәзиттә, радиола сығыш яһай.
Тора-бара табип яҡташтарын яман ғәҙәттәрҙән арындырыу өсөн халыҡ дауаханаһы төҙөү проекты менән яна башлай. Тыуған районына ҡайтып, бының өсөн ер участкаһы бүлеүҙәрен һорай. Уның һорауын ҡәнәғәтләндерәләр, тик башҡаса ярҙам итә алмауҙарын әйтәләр. Башланғыс капитал өсөн Гөлгенә ханым аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш, дини тауарҙар магазины асып ебәрә. Алкоголь һатмайынса, килем булмаясаҡ, тип көлә урындағы алыпһатарҙар. Тик хужабикә ныҡ тора – уның магазинында хәмер һәм тәмәкегә урын булмай. Сауҙанан килгән барлыҡ килем дауаханаға нигеҙ һалыу өсөн китеп тора. Үкенескә күрә, арзан һәм сифатлы тауар һатылған магазинға ул йылдарҙың “иң бай эшҡыуарҙары” – рэкетирҙар күҙ һала. Бандиттарҙың ҡыҫымына түҙмәйенсә, Гөлгенә апай изге маҡсатынан баш тартырға мәжбүр була. Ер участкаһын районға кире ҡайтара һәм Өфөгә китә. Кейәүгә сыға, ҡыҙы тыуа. Тора-бара тормош юлдары уны Мәскәүгә илтә.
Бер юлы ике-өс урында эшләү, ғилми эш, артыҡ көсөргәнеш, әсәһен юғалтыу ҡатындың һаулығында сағылмай ҡалмай. Эш һәм сәйәхәт буйынса сит илдәргә йөрөй башлағас, нәҫелдән килгән астма сире өсөн йылы климаттың нығыраҡ килешеүен аңлай. Тора-бара ҡыҙы Ынйы менән Испанияға бөтөнләйгә күсергә ҡарар итәләр. Бер аҙҙан ҡатын икенсе тормош иптәшен – Мануэлде осрата. Әйткәндәй, Мәскәү клиникаларында эшләүен ул бөгөн дә дауам итә. Ике ил араһында йәшәргә һәм эшләргә өлгөргән башҡорт ҡатынына ҡарап, уның егәрлелегенә һоҡланмаҫ ерҙән һоҡланырһың.
Гөлгенә апай Испанияла йәшәүсе башҡорттарҙы берләштереп, төрлө байрамдар ойоштороп ҡына ҡалмай. Сит илдә ауыр тормош хәленә тарыған кешеләрҙе үҙенә һыйындыра, документтарын теүәлләшә, мәсет һәм сиркәүҙәрҙә кейем-һалым йыйыуҙы ойоштора, сиргә тарыған йәки ауыр хәлгә ҡалған ватандаштарына ярҙам итә. Барселонанан ҡуҙғалып киткән лайнерҙа круиз тәҡдим итеүсе компанияларға ышанып килеп, балалары менән аслыҡҡа дусар булған милләттәштәр тап уны эҙләп тапҡан икән. Ҡасандыр ағаһына, кеше ит мине, тип илаған ҡыҙ бөгөн кеше генә түгел, кешелекле булыуҙың юғары нөктәһен яулай алған.
Ынйыҡай иһә Барселонаның иң яҡшы университеттарының береһендә юридик факультетта белем ала. Әсәле-ҡыҙлы бер нисә тел белһә лә, үҙ-ара аралашыу теле, әлбиттә, ғәзиз туған тел. Мануэлдең иң ҙур хыялы – башҡортса һөйләшеү, әле көнөнә унышар һүҙ ятлай. Айыҡ ҡарашлы, рухлы, иманлы күркәм ҡәрҙәштәребеҙ сит илдә башҡорт халҡының милли йөҙөн, кимәлен билдәләй. Афарин!