Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Ғинуар 2021, 07:21

“Йондоҙло табын” - Илнур Лоҡманов

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур ЛОҠМАНОВ һеҙгә үҙенең яратҡан ризыҡтарын бешерергә өйрәтә.

Французса ит

Форманы матурлап майлағас, ризыҡтарҙы ҡатлап һалырға.

1-се ҡат: үткәрелгән һыйыр итенә тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәр һалып бутарға.

2-се ҡат: түңәрәкләп туралған картуф (өҫтөнә самалап тоҙ һибергә онотмағыҙ).

3-сө ҡат: түңәрәкләп туралған һуған.

4-се ҡат: түңәрәкләп туралған помидор йәки һаламлап туралған татлы борос.

5-се ҡат: майонез.

6-сы ҡат: ҡырғыста ҡырылған ҡаты сыр.

Ризыҡтарҙы матурлап йәйеп сыҡҡас, мейескә оҙатырға. 45 минуттан иҫ киткес мөғжизәүи, телеңде йоторлоҡ ризыҡ әҙер була.


Мюсли менән имбирле коктейль

Ҡыш һәм яҙ айҙарында, организм витаминдарға ҡытлыҡ кисергәндә, был эсемлек шифалы буласаҡ.

4-әр күрәгә менән ҡара емеште йыуырға. 1 см имбирь тамырын ҡырҡып алырға. Уларҙы блендер менән иҙергә лә, 300 мл тәбиғи йогурт, 100 г ҡоро мюсли һалып, күперткәнсе туҡырға.


Фото: Гөлнур ЮЛДАШЕВА.
Читайте нас: