– Юғалған бер бабайҙы эҙләнек. Элгәре көндән бирле юҡ ул, ҡыҙы кисә полицияға ғариза яҙған. Кистән беҙ, ирекмәндәр, эҙләүгә сыҡтыҡ.
– Юҡ, үкенескә күрә, таба алманыҡ. Иртәгә эҙләүҙе дауам итәсәкбеҙ.
– Бабай һикһәнде уҙған. Унда бик сетерекле хәл әле ул, – тип эсемде бошорған уйҙарым менән бүлештем. – Бабайҙың ауылдағы йортон һатыуға ҡуйып, ҡыҙы уны ҡалалағы ятаҡҡа күсергән. Аҙаҡ үҙенә йәшәргә алып ҡайтҡан. Күршеләре, бабай гел дә урамдағы эскәмйәлә ултырҙы, ҡыҙы менән ейәнсәре уны фатирға индермәне, шикелле, тип һөйләгәс, әллә урамда өшөгәс, шул ятаҡҡа кире барҙымы икән, тип барғайныҡ, күренмәне, тинеләр. Әйткәндәй, унда ла, ҡыҙы атаһына аҡырҙы ла баҡырҙы, йүнләп тәрбиәләмәне, тип һөйләп торалар. Шуға бабай түҙмәй, өйҙән сығып киткәндер ул, тиҙәр.
– Эй, Аллам... Әллә ауылына ҡайтып киттеме икән бахыр, – тип төнгө әңгәмәсем дә уйға батҡандай тойолдо. – Был һыуыҡтарҙа ҡайҙа ғына өшөп-туңып йөрөй икән оло кеше...
– Ауылда күренмәгән, юлда ла уны күреүсе булмаған. Шуға ла ҡалала гараждар яғын, баҡсаларҙы арҡырыһынан-буйына йөрөп, ҡарап сыҡтыҡ.
– Һеҙ уны ғәйепләргә ашыҡмағыҙ инде, туған. Уға ла ҡарт кешене ҡарап-тәрбиәләүе еңелдән булмағандыр. Сабырлығы өҙөлөп, нервылары етмәй китеп, бәлки, аҡырып-баҡырыуы ла ихтимал. Мин уны бик яҡшы аңлайым, сөнки үҙем бер нисә йыл буйына аҡылын юя барған атайҙы ҡараным. Уның ыңғайына саҡ үҙем аҡылдан яҙманым... Һин йоҡлаһаң йоҡла, мин яҙайым... Беҙҙең атай әллә ни шәп тә, ул ҡәҙәрем алама ла булманы. Ну, эсһә, әсәйҙең тәҡәтен ҡоротто. Көнләште ғәләмәт. Әсәйем һылыу ине шул. Атай эсеп ала ла айыҡ сағында йыйып йөрөгән дәғүәләрен әсәй өҫтөнә ауҙара. Мәҫәлән: “Һин бына шул мәлдә магазинға барғанда, артыңдан Фәнәүи* инде. Нимә, осрашырға һүҙ ҡуйышып, бер ваҡытта барҙығыҙмы? Етмәһә, бик оҙаҡланың шунда. Нимә, сутылдашып һүҙегеҙ бөтмәй, бер-берегеҙҙән айырыла алмай торҙоғоҙмо?” – тип әсәйҙән һорау алырға тотона. Әсәй: “Һуң ул һатыусы менән байтаҡ һатыулашып торҙо. Минең быға ни ҡыҫылышым бар?!” – тип ҡулдарын йәйә. “Эштән дә һин шул Фәнәүи менән бергә ҡайтҡайның. Нимә, бергә гүләйт итеп йөрөнөгөҙмө?” – тип атай артабан үҙен үҙе ҡыҙҙыра. “Уф, ниңә генә шунда Фәнәүиҙең матайына ултырып ҡайттым инде, – тип әсәй башына тотона. – Осраҡлы ғына тап булды ул миңә, Дауыт, йәшенле ямғыр килә ине, туҡтағас, ултырҙым шул”. “Ҡарале, ҡайһылай ирендәрен бөрөштөрөп, “Фәнәүи” тип йомшаҡ ҡына әйтә әле ул, – тип атай әсәйҙе йәмһеҙ итеп үсекләп күрһәтә, – һеҙҙең арала нимәлер бар ул, бар, тотһам, икегеҙҙе лә тураҡлайым!” Һәм кинәт кенә әсәйҙе йоҙроғо менән йыға һуға... Һуға ла урамға сығып китә, ихата эсендә зыулап эш эшләгән була. Ул әсәйҙе, бәлки, ныҡлап ярыр ҙа ине, ләкин ҡайныһынан һәм ҡайнағаларынан шөрләй. Беҙҙең ҡартатай дәү кәүҙәле, ҡыҙыу булды, ҡыҙын, беҙҙең әсәйҙе, ныҡ яратты, ҡәҙер итте. Әсәйҙең ағайҙары ла, ҡартатайға оҡшап, кәүҙәлеләр, уҫалдар ине. Өлкәнәйеп, беҙ башлы-күҙле булғас, апай бер көндө әсәйҙән, ниңә һин атайҙан йәберләнеп торҙоң, ҡартатайға йәки бабайҙарға уның йәберләүе тураһында әйтһәң, һиңә тырнаҡ менән дә сиртә алмаҫ ине бит, тип һораны. Әсәй уйланып ултырҙы ла, атайығыҙҙы яраттым да, йәлләнем дә, мине унан айырып алып ҡайтырҙар, тип өндәшмәнем шул, тине: “Йәш саҡта уның көнләшеүен ҡыҙыҡ та күрҙем. Мине үлеп ярата, тип ҡыуандым. Аҙаҡ, балалар атайһыҙ үҫмәһен, тип түҙҙем. Һуңынан донъяны туҙҙырғы килмәне. Сәмле лә инем, ирҙән айырылып ҡайтҡан, йәшәй алмаған, тип һөйләүҙәренән ҡурҡтым. Һанай китһәң, сәбәптәре күп инде ул. Ир менән йәшәйем, тигән ҡатын бик күп нәмәгә күҙ йома, түҙә, сабыр итә”. Ошо һөйләшеү булған көндө ап-асыҡ иҫләйем: миңә, 24 йәшлек йәш ҡатынға, әсәйем ныҡ оло, ҡарт кеүек тойолғайны. Ә уға ул мәлдә ни бары 57 генә йәш булған! Бер йыл да үтмәне, әсәйҙе юғалттыҡ: тромб ысҡынып, йөрәген туҡтатты.
Алтмыш йәшлек атай икенсе ҡатын алып, уның менән ун биш йылға яҡын йәшәне. Ул апай ҙа вафат булғас, кәре киткән атайҙы үҙебеҙгә алдыҡ. Холҡондағы үҙгәрештәрҙе ҡартлыҡҡа япһарҙыҡ. Атай тәүҙә ейәндәренең исемен онотһа, тора-бара уларҙы, һуңынан беҙҙе лә танымай башланы. Бер үк нәмәне ҡабат-ҡабат һорап, әйберҙәрҙең исемдәрен бутап, пенсиямды урлайһығыҙ, мине ашатмайһығыҙ, ас тотаһығыҙ, тип бушҡа ғәйепләп аптыратты. Бына һинең пенсияң – мендәрең аҫтында, тиненә лә теймәнек, тип янсығынан аҡсаһын сығарып, иҫәпләп бирәһең, барыбер, тотонғанһығыҙ, тип асыулана. Йыш көйһөҙләнә, мыжый. Табиптарға алып барғайныҡ, атайығыҙҙың деменция, тип шаҡ ҡатырҙылар. Йәғни, унда геүләп аҡылға еңеләйеү процесы бара, имеш. Һәм быны бер нисек тә туҡтатып булмай икән. Апайым, тамыҙғыс ҡуйһаҡ, дарыуҙар эсерһәк, бәлки, төҙәлеп китер, тигәнгә табип башын сайҡаны: “Деменцияны дауалап булмай”. Күп итеп дарыуҙар яҙып ҡайтарҙылар. Ләкин уларҙан әллә ни фәтүә булманы. Атайҙың хәле насарайғандан-насарайҙы: йә төндә тороп сәй ҡуйырға маташып, газды асып ҡуя, йә өйҙән сығып, ишекте тапмай, ихата эсендә аҙашып йөрөй, йә аяҡ кейемдәрен өҫтәлгә теҙә, ашҡа тыға...
Ирем тешен шығырлатып түҙеп йөрөнө-йөрөнө лә бер көн килеп түҙемлеге шартлап һынды. Йә атайыңды психушкаға оҙатаһың, йә мин уны төнгөлөккә карауатҡа ҡуша бәйләйем, тип шарт ҡуйҙы: “Беҙҙең көлдө күккә осорғанын көтәйекме?” Үҙ атайыңды ҡалайтып психоневрология интернатына һалып ҡуяһың?!
Карауатҡа бәйләп һалынған атай беҙҙе эттән алып беткә һалып һүгә, ҡарғай. Мине өйөмә ҡайтарығыҙ, тип илай. Бәлки, ысынлап та, тыуған өйөбөҙҙә хәле яҡшырыр, тип апай менән ял көнө уны ҡустыбыҙ төпләнгән өйгә алып ҡайттыҡ. Танымай, һеҙ мине ҡайҙа килтерҙегеҙ, һеҙ кемдәр ул, мин ҡайтам, тип ялбарғас, үҙебеҙгә кире алып ҡайттым. Апайым ҡалала йәшәй, фатиры бәләкәй, ғаиләһе ҙур. Етмәһә, ҡалала атай сығып китһә, уны аҙаҡ нисек эҙләп табаһың? Ә беҙ ҡапҡаны бикләй алабыҙ, һыртҡы ҡапҡа ла бикләнә, ул ихатанан ары сығып китә алмай. Ҡустылар бар барлыҡҡа, әммә килендәр ҡайныларын ҡарарға теләмәй, шунда уҡ баш тартты.
Атай арҡаһында ирем менән аралар аламаланды.
Иң ҡыйыны атай тамам телмәрен юғалтып, урынға ятҡас башланды. Кесе ярауы ла, олоһо ла – аҫтында. Мин уға памперс кейҙерәм, ул шуны ботарлап сисеп, бысрағына буялып, стенаны, мендәр-юрғанды бысратып бөтөрә. Бәләкәй баланы йыуындырыу бер ауырлыҡ та тыуҙырмай, ә өлкән ирҙе таҙалау – мең бәлә. Көн һайын уны баштан-аяҡҡаса йыуындырырға, өҫ-башын, урын кәрәк-ярағын алыштырырға, стенаны ышҡып йыуырға тура килә. Күпме таҙартырға тырышһаң да, өйгә, кейемдәргә һаҫыҡ еҫ һеңде. Бер заман атай йыш ҡына тамаҡ төбө менән ҡысҡырырға тотондо...
Ҡот осҡос ауыр хәлдә йәшәнем. Йоҡо йоҡо түгел, ал да, ял да юҡ. Бер көндө атайға, ҡасан ғына үләһең һин, тип аҡырып ебәрҙем. Эй, аҙаҡ ҡыйын булды үҙемә. Ул бит ғәйепле түгел ошо хәлгә ҡалғанына, ни ҡылғанын үҙе лә аңламай, тип атайҙы йәлләп иланым. Өйгә табипты саҡырғас, ул, атайығыҙ һеҙҙе енләндерер өсөн түгел, ә ауыртыу, һыҙланыуҙан ҡысҡыра, тине: “Уға йәшәргә күп ҡалмаған, түҙегеҙ”. Әйтмәксе лә, тиҙҙән атай баҡыйлыҡҡа күсте. Был шунда уҡ еңел тын алған, тиерһегеҙ. Юҡ. Нервылар көсөргәнеше арҡаһында ауырып, дауаханаға эләктем.
Әлегәсә ирем менән тырт-мырт килеп йәшәйбеҙ. Үпкәмде онота алмайым: иң ауыр мәлдә терәк булыр урынға, киреһенсә, миңә өҫтәмә проблемалар тыуҙырҙы (уныһы үҙе бер айырым тарих). Атайҙы ете йыл ҡараным. Һәр йылы ике-өс йылға торошло. Йыш ҡына ғәйеп тойғоһо йөрәкте иҙә: түҙә алмай, атайға һуҡҡаным да, ашамай ҡаңғыртҡанында ауыҙына көсләп аҙыҡты ла тыҡҡаным булды, әрләүҙе әйтәһе лә түгел. Әлеге лә баяғы ҡартатай яғынан килгән ҡыҙыулыҡ инде. Хәҙер йәмһеҙ ҡылыҡтарым өсөн үкенестәр ҙә кисерәм, үҙемде аҡлап та ҡуям.
Кеше көнлө итә күрмә, үлгәнсе үҙ аҡылымда булайым, тип көнө-төнө Хоҙайҙан ялбарам. Деменция тигән сир бер кемде лә аямай. Уның менән кем дә ауырып китә ала, Хоҙай һаҡлаһын инде. Ауырыған кешегә лә, уны ҡараған кешегә лә бик ныҡ ҡыйын. Аңһыҙ бәләкәй баланы ҡарағанда, үҫә килә аҡылланыр, тип көтәһең, шулай була ла. Ә аҡылын юя барған оло кешене ҡарағанда ундай өмөт юҡ. Шуға ла мин бер кемде лә ғәйепләмәйем, оло йәштәге ата-әсәһен, ҡайны-ҡәйнәһен ҡарағандарға Хоҙайҙан сабырлыҡтар ғына теләйем. Ололарҙың юғалыуы тураһында яҙма күрһәм, бына деменцияның сираттағы ҡорбаны, тип уфтанам...
– Беҙ эҙләгән бабай ҙа, бәлки, шул сиргә дусар булғандыр, – тип яҙҙым.
– Бәй, һин һаманғаса йоҡламай, нишләп ултыраһың? – апай аптыраны, ахыры.
– Һеҙҙең яҙғандарҙы уҡып ултырам, – тинем.
– Ятайыҡ инде, туған, минең дә йоҡо килә башланы, буғай, ҡасмаҫ борон ята һалайым.
Бер-беребеҙгә тыныс йоҡо теләп, һаубуллаштыҡ.
Икенсе көндө юғалған бабайҙың мәйете табылды – туңып үлгәйне...