Әүҙем тормош алып барған, сәйәхәтте үҙ иткән ҡыҙ бортпроводник булырға ҡарар итә. «Америкала эшләп ҡайтҡас, артабан сәйәхәт иткем килде. Үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡарағандан һуң, авиакомпанияларға резюме ебәрә башланым. Яҙмышыма рәхмәтлемен, «Аэрофлот» ойошмаһының барлыҡ һынауын уңышлы үтеп, шунда бортпроводник булып эшкә урынлаша алдым».
Бөгөн Наҙгөл ике йылға яҡын эшләү дәүерендә Рәсәйҙең барлыҡ мөйөшөндә булған, бик күп ил күргән. Унан ком панияға эшкә ҡабул итеү нескәлектәре тураһында һораштым. «Тәүҙә ойошма етәкселеге әңгәмәгә саҡыра. Әгәр уны уңышлы үтһәң, артабан сәләмәтлегеңде ентекле итеп тикшерәләр. Талаптар бик ҡаты, әйтәйек, ҡан баҫымың аҙ ғына юғары йә гемоглобиның төшөп киткән икән, һине алмаясаҡтар», – ти Наҙгөл. Ҡыҙ тәүге осоуын бөгөнгөләй хәтерләй. бик тулҡынландырғыс, ҡулдан бөтә нәмә төшөп барған кеүек булды, ти ул. Ысынлап та, самолетта осоу өсөн дә батырлыҡ кәрәк, етмәһә, һуңғы йылдарҙа күктә аяныслы хәлдәр ҙә йыш булғылай. Наҙгөлгә эшендә әсәһе терәк булып тора. Ул кинйә ҡыҙының һәр уңышына ҡыуанып, ҡеүәтләп тора. «Әсәйем, ике ағайым һәм апайым минең бортпроводник булыу теләгемә ҡаршы килмәне, төрлө илгә сәйәхәт итеүем яҡындарыма бик оҡшай. Уларға төрлө фотоһүрәт, видеояҙма ебәреп торам. Шулай ҙа барыбыҙ ҙа беләбеҙ, аяныслы осраҡтар күп теркәлә, Аллам һаҡлаһын. Интернетта йә телевизорҙа самолет ҡолауын күреп ҡалһалар, шунда уҡ миңә шылтыраталар», – ти Наҙгөл.
Стюардессалар самолетта табип та, янғын һүндереүсе лә, ҡотҡарыусы ла. Наҙгөлгә лә бер тапҡыр кеше ҡотҡарырға тура килгән. Был хәл Мәскәүҙә автобуста булған. Бер ҡыҙҙың эпилепсия өйәнәге башланғас, яҡташыбыҙ юғалып ҡалмаған, шунда уҡ ярҙам итергә тотонған. Уға беренсе ярҙамды күрһәтеп, табиптар ҡулына тапшырған.