Махсус биттәр
12 Ғинуар 2021, 14:30

Әсәй – иң матур башҡорт һүҙе

Быйыл Башҡорт теле көнөнә ҡарата төҙөлгән программа айырыуса бай булыуы менән иҫтә ҡаласаҡ. Ойошмалар, белем биреү учреждениелары, музейҙар, мәҙәниәт усаҡтарының шиғри-йырлы марафоны, балалар араһында тиҙәйткестәр, һүрәт төшөрөү конкурстары, ғилми-ғәмәли конференциялар башҡорт телен һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелде.


Сәсәндәр, йүнселдәр...
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты социаль селтәрҙәрҙә өс йүнәлеш буйынса ижади бәйгеләр иғлан иткәйне. “Әсәм теле – сәсән теле” конкурсында 18 йәштән өлкән шиғыр һөйләүселәр көс һынашты. Ике номинацияла – башҡорт телле һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр араһында Салауат районынан Светлана Вәлиева һәм Өфө ҡалаһынан Маргарита Гейт еңеүсе тип табылды. Светлана – Факиһа Туғыҙбаеваның “Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто...”, Маргарита иһә Кәтибә Кинйәбулатованың “Туған телем” шиғырын һайлаған.

“Тырыш!” тип аталған бәйге йүнселдәргә тәғәйенләнгәйне. Ярыш шәхси эшҡыуарҙар, фермерҙар, шәхси хужалыҡтар һәм үҙмәш­ғүлдәр араһында барҙы. Балтас районынан мебель эшләү оҫтаһы Рәфис Садиҡов барыһын да артта ҡалдырҙы.

Йәштәрҙә тарих, мәҙәниәт, тыуған яҡ тә­биғәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡса­тында ойошторолған “Матур донъя” видеояҙ­малар конкурсының төп талабы тыуған төйәктең матурлығын күрһәтеү ине. Иглин районынан Алһыу Кәримованың яҙмаһы иң яҡшыһы тип табылды.


Һәр йортта бишек

бәүелһен

“Тамыр” телеканалы һәм “Әсә йөрәге” төбәк ойошмаһы өр-яңы “Бишек” проектына нигеҙ һалды. Онотолоп барған боронғо бишек йырҙарын яңынан тергеҙеп, халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын киләсәк быуындарға еткереүҙә, туған телебеҙҙе үҫтереүҙә был проекттың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бәйгеселәр бишек йырҙарын башҡарырға йәки сәңгелдәк яһарға тейеш ине. Конкурсҡа 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителде. Билдәле этнографтар, йәмәғәт эшмә­кәрҙәре, күп балалы ата-әсәләрҙән торған баһалама комиссияһы ағзалары уларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң финалға 24 ҡатнашыусыны һайлап алды.

Бишек йырын ишетеп үҫкән балалар, туған моңдо сабыйға сәңгелдәктән үк һеңдергән ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр бәйгелә сәмләнеп һәм дәртләнеп ҡатнашты. Тамашасылар әйтеүенсә, “Бишек” – һуңғы йылдарҙың иң мәғәнәле, фәһемле һәм рухлы проекты.

Кемдәр еңеүсе булғанын белгегеҙ килһә, 30 декабрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуын ҡарарға онотмағыҙ!


“Башҡорт теленә яңы

ҡараш”

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан тормошҡа ашырылған баш­ланғыстар, башҡорт телен киңерәк танытыуға арналған проекттар бик тә фәһемле.

Фонд Башҡорт теле көнө айҡанлы “ViБергә” башҡортса открыткалар һәм вайндар төшөрөү, уҡыусылар һәм студенттар араһында “Башҡорт блогеры” конкурстарын иғлан иткәйне.

Һөҙөмтәлә иң шәп башҡорт блогеры тип Айгиз Аҫылбәков танылды. Вайнерҙар ара­һында Азамат Мөхәмәтйәновҡа етеүселәр булманы. Ә иң яҡшы электрон асылма (открытка) авторы тип Миңзәлә Вәлишина билдәләнде.

Шулай уҡ был фонд ойошторған “Башҡорт теленә яңы ҡараш” тип аталған социаль видеороликтар конкурсы ла бик йәнле барҙы. Фонд директоры Гөлназ Йосопова фекеренсә, һуңғы йылдарҙа интернеттағы башҡорт контенты ярайһы уҡ тулыланған, хәҙер инде сифат тураһында уйларға кәрәк. Шуға күрә бәйгелә ҡатнашыусыларҙан сифатлы эштәр талап ителде. Һөҙөмтәлә Эльнара Фәйзуллинаның ролигы иң яҡшыһы тип табылды. “Тамашасы һөйөүе” номинацияһын Наҙгөл Хөсәйенова яуланы.


Иң матур башҡорт һүҙе

Комиссияға бихисап һүҙ тәҡдим ителгән. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта проект оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, башҡорт теленә йәлеп итеү буйынса отошло алым булды. Туған телебеҙҙең тәрән мәғәнәле, матур, яғымлы һүҙҙәргә бай булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ.

“Иң матур башҡорт һүҙе” Башҡортостан Башлығы грантына Балалар-үҫмерҙәр үҙәге, “Телешко” телевидение балалар мәктәбе тарафынан ойошторолдо, уларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ярҙам итте.

Иң йыш ҡабатланған һүҙҙәрҙең 12-һе финалға сыҡты. Улар – атай, йөрәккәйем, йән, йәнтөйәк, ҡот, намыҫ, өмә, сабыр, тылсымлы, хыял, һөйәм һәм әсәй. Әлбиттә, һуңғы һүҙ төп еңеүсе булып табылды.


Фото: Т,Аманов
Читайте нас