Махсус биттәр
15 Ноябрь 2020, 02:20

“Йондоҙло табын” - Лилиә ИСҠУЖИНА

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Лилиә ИСҠУЖИНА бөгөн тәмле ризыҡтар бешерергә өйрәтә.

Гөбәҙиә

90 г һары майҙы иретергә һәм бүлмә температураһына тиклем һыуытырға. 75 мл йылы һөткә 30 г ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ шәкәр һәм 1 йомортҡа ҡушып туҡырға. Был массаға май өҫтәп, бутарға. 350 г онға яртышар балғалаҡ сода менән тоҙ ҡушып бутарға, өҫтөнә әҙер шыйыҡ массаны ҡойоп, ҡамыр баҫырға. Таҫтамал менән ҡаплап, 30 минут ултыртып торорға. Был ҡамыр 10–12 гөбәҙиәгә иҫәпләнгән.

Эслек өсөн 350 г ҡыҙыл эремсек өҫтөнә 50 г һары май турап һалырға, 2 ҡалаҡ шәкәр өҫтәргә һәм май ирегәнсе болғап, әкрен утта йылытырға. Ул һыуынғансы 70 г күрәгә һәм 30 г йөҙөмдө ҡайнар һыу менән бешекләп, 10 минутҡа ҡалдырырға. Улар йомшарғас, һыуын түгеп, күрәгәне турарға, уны йөҙөм менән 100 г бешкән дөгө өҫтөнә һалып бутарға. Бешкән 3 йомортҡаны турап, һыуып өлгөргән эремсекте ҡушып, бөтәһен бергә болғарға.

Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытырға. Ҡамырҙы тәүҙә – 10, аҙаҡ һәр береһен тигеҙ булмаған ике өлөшкә бүлергә. Ҙур өлөштәрҙе алып, 10–12 см диаметрлыҡ йәймә йәйеп, эсенә 2 ҡалаҡ эслек һалырға, 3 г һары май өҫтәргә. Өҫтөн ҡамырҙың бәләкәй өлөштәренән 4 – 5 см диаметрлыҡ йәймә йәйеп ҡаплағас, аҫҡы йәймәнең ситтәрен өҫкә күтәреп, бәләкәйе менән матур итеп һырлап ҡушып сығырға. Бар гөбәҙиәләрҙең дә өҫтөнә айырым һауытта туҡылған сей йомортҡа һыларға. Өҫтөнә һыуыҡ майҙы шәкәр, он менән ыуып (штрейзель) һибергә лә була. Гөбәҙиә эҫе мейестә 35 – 40 минут бешә.


Ҡош теле

1 йомортҡаға 5 йомортҡа һарыһы, тәменсә тоҙ, ярты балғалаҡ шәкәр, балғалаҡ осонда сода һалып, күпергәнсе туҡырға. Уға яйлап ҡына он ҡуша-ҡуша йомшаҡ ҡамыр баҫырға.

Ҡамырҙы бер аҙ ултыртып торғас, йоҡа итеп йәймә йәйергә. Унан кескәй генә өсмөйөштәр ҡырҡып, ҡайнар үҫемлек майында бешерергә. Табынға ҡош теленең өҫтөнә шәкәр оно һибеп бирергә.


Фото: Гөлнур ЮЛДАШЕВА.
Читайте нас