Мәҡәләне яҙырға тотонғас, иптәш егеттәремдең мәктәп йылдарындағы һөйләшеүе иҫкә төштө. Хәҙер инде улар үҙҙәре ир ҡорона етте. Уртаса хәлле ғаиләлә тыуған егеттәр юғалып ҡалманы, мәктәптә яҡшы уҡынылар, унан юғары уҡыу йортон тамамланылар. Берәүһе ғаилә ҡорҙо, ипотекаға булһа ла фатир һатып алды, әлеге ваҡытта бизнес серҙәрен өйрәнеү маҡсатында эшҡыуар дуҫында хеҙмәт итә. Икенсеһе баш ҡала хакимиәте бүлектәренең береһендә эшләй, аспирантурала уҡый, атаһы донъя ҡуйғандан һуң, әсәһенә ярҙам итеп тә өлгөрә. Ғөмүмән, баш ҡалабыҙҙа йәшәүсе йәштәштәремдең тыуған ерендә ҡалырға тырышыуы, үҙ эшен асырға ынтылыуы – бик ыңғай күренеш. Бөгөн иһә ауылдарҙа, бәләкәй ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең күпселеге сит өлкәләрҙә эш эҙләргә мәжбүр. Эш урындары булғандарҙың да хеҙмәт хаҡы, ҡала менән сағыштырғанда, күпкә түбән.
Башҡортостан статистика идаралығының мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикабыҙҙың 150 меңдән ашыу халҡы ситтә эшләй. Күпселегенең эш урыны Төмән өлкәһендә, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарында. Бынан ун йыл самаһы элек Себергә ир-егеттәр генә юлланһа, хәҙер вахтасы исемен алған ҡатындарҙың да артыуы күҙәтелә. Республикала ҡырҙа эшләүселәрҙең һаны буйынса Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы райондары тәүге урындарҙы биләй. Һуңғы йылдарҙа эшһеҙлектән ауыл ир-егеттәренең хәмер тоҙағына эләгеүе лә йышая бара. Айырыуса ғаиләһе булмаған йәш егеттәрҙең ялға ҡайтҡан һайын аҡсаһын “сәмәй”гә туҙҙырып, шешә ҡоло булып йәшәүе – аяныслы күренеш.
Эшһеҙлек мәсьәләһе миграция статистикаһының мәғлүмәттәрендә лә асыҡ сағыла: 2014 йылда республикабыҙҙан 4441 кеше сит төбәккә күскән, 2015 йылда – 5927, 2016 йылда – 7390, 2017 йылда – 2607, 2018 йылда – 8858, 2019 йылда – 9506. 2020 йылдың авгусына ҡарағанда, 11 366 кеше күскән. Билдәләп үтергә кәрәк, шуларҙың күбеһе – эшкә яраҡлы кешеләр.
Һүҙ ҙә юҡ, вахта ысулы менән эшләп, гөрләтеп донъя көтөүселәр ҙә күп. Әммә ошо урында бер нисә мәсьәләне атап үтеү урынлы булыр – һуңғы ваҡытта сит өлкәгә эшкә юлланған яҡташтарыбыҙ күпләп һәләк була башланы. 2018 – 2019 йылдарҙа юл-транспорт ваҡиғаларында, производство фажиғәләрендә республикабыҙҙан иллегә яҡын вахтасының ғүмере өҙөлгән. Быйыл коронавирус ғәләмәте килеп сыҡҡандан һуң, был һандарҙың кәмемәүе көн кеүек асыҡ. Миҫал итеп әйткәндә, 2018 йылда Красноярск крайында нефть ятҡылығына юлланған вертолет шартлап, 23–45 йәшлек ете ир-егет һәләк булды. 2019 йыл башында Соликамск руднигында эш мәлендә өс шахтасының, апрель айында Пенза өлкәһендәге аварияла Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан биш кешенең ғүмере өҙөлдө. Шулай уҡ Сахалинда, Омскиҙа, Томскиҙа, Свердловск өлкәһендә вахта менән эшләп йөрөүсе ете яҡташыбыҙ фажиғәле үлде. Күрше республикалағы “Нижнекамскнефтехим” ойошмаһында янғын сығып, биш кеше зыян күрҙе. Киләһе мәсьәлә: вахта менән эшкә барып алданып, бер тинһеҙ ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ ҙа бихисап. Мәҫәлән, 2019 йылдың декабрь айында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владивосток ҡалаһында ҡайта алмай тороп ҡалған 121 вахтасыға ярҙам күрһәтте. Ойошманың эшселәргә 2,1 миллион һум бурысы булыуы асыҡланды. Хәйер, хоҡуҡи яҡтан бер яҡлауы булмаған халыҡ ошондай күңелһеҙ хәлдәргә йыш осрай.
“Ауылда үҙ эшеңде асып та яҡшы йәшәргә була. Бер үк ваҡытта баҡса үҫтереп ебәрһәң, аҙығың да бер ҡышҡа етәсәк. Теләк һәм елкә генә кәрәк”, – тиеүселәр ҙә бар. Әммә шул уҡ үҙ эшен асыу өсөн тәүге иғәнәне йыям тип Себергә юлланыусылар араһында ла элекке теләгенән кире ҡайтыусылар бар бит. Ғөмүмән, үрҙәге барлыҡ проблеманың нигеҙендә эшһеҙлек, иҡтисади торғонлоҡ ята. Радий Хәбиров Башҡортостанға етәксе булып ҡайтыу менән был мәсьәләләргә етди иғтибар бирҙе. Ул вахтасылар менән осрашып һөйләште, ситтә эшләүселәрҙең аһ-зарҙарын тыңланы. Радий Фәрит улы республиканың һәр районында, дөйөм алғанда, барлығы 50 индустриаль, сәнәғәт һәм агросәнәғәт паркы төҙөү тураһында стратегик бурыс ҡуйҙы. Әлбиттә, проблемаларҙы тиҙ генә хәл итерлек түгел, ул бер нисә йылға һуҙыласаҡ. Маҡсат итеп ҡуйылған барлыҡ эш уңышлы һәм һөҙөмтәле тамамланыр, тип өмөтләнергә ҡала.