2 йомортҡаға 1 стакан шәкәр һалып, күперткәнсе туҡырға. Ул һауытты ҡайнаған һыулы кәстрүлгә ултыртып (водяная баня), 1 балғалаҡ аш содаһы, 3 ҡалаҡ бал, 50 г аҡ май һалып бутарға. 2,5 стакан он ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға ла ярты сәғәт йылы урында ултыртып торорға. Уны дүрт өлөшкә бүлеп, йәйергә һәм майланған табала бешереп алырға. Йәймәләр араһына крем һылап, 2 – 3 сәғәткә ултыртырға. Табынға бирер алдынан торттың өҫтөн шоколад онтағы йәки емеш-еләк менән биҙәргә мөмкин.
Крем өсөн 2 йомортҡаға 1 стакан шәкәр, 1 ҡалаҡ он, 3 ҡалаҡ какао ҡушып туҡырға. Артабан уға 1 стакан һөт ҡойоп, бутай-бутай ҡайнатырға. Уттан алғас, 100 г аҡ май һалырға.
2 помидор, ярты татлы борос, 1 ҡыяр, төрлө йәшел тәмләткесте йыуып, уртаса ҙурлыҡта турарға. Ҡырғыс аша үткәрелгән 1 кишер ҙә өҫтәп ебәрергә була. Тәменә ҡарап тоҙ, борос һибергә һәм майонез урынына “Фета” сыры һалып бутарға.