Махсус биттәр
22 Октябрь 2020, 02:16

Күлдәк ҡотлаттыҡ...

(Бала саҡ хәтирәләре) Эштән һуң төндәрен ултырып, әсәйем апайым менән икебеҙгә һап-һарынан күлдәктәр текте. Беренсе май алдынан, өйҙә аулаҡ ҡалғас, күлдәгебеҙҙе кейеп ҡарап, уны ҡотлатырға булдыҡ. Һеҙҙә нисектер, беҙҙә яңы кейемде ҡотлатыу йолаһы бар.

И-их, күлдәктәр шундай матур, һап-һары, тиҙерәк урамға сығып, тиңдәштәребеҙ алдында маҡ­танғыбыҙ килә. Һары күбәләктәй пырхылдап осоп тигәндәй тышҡа йүгерешеп сығабыҙ... Тик... урам буп-буш – олораҡтар сәсеү алдынан ҡырға сыҡҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар имсәк балаларын ҡарашырға ҙурыраҡ ма­лай-ҡыҙҙарын алып, ауыл осондағы ырҙын табағына киткән.

– Ҡайһылай күңелһеҙ, эйеме, Мәүлиз?

– Күңелһеҙ түгел дә, ана ҡара, ҡарағастар дымҡыл-күгелйем ылыҫ менән ҡапланған... Ҡайындарҙа бөрө-сепиҙәр яралған... Ишек алды тулы беҙҙең күлдәк ише бәпембәләр...

– Һуң, урамда Сәйҙәләр, Рәшиҙәләр, Гөлшаттар булмағас, күңелһеҙ ҙәһә.

– Уларҙың бәләкәй һеңлеләре, ҡустылары бар, шуға эшкә бергә йөрөй әсәләре менән...

– Их, беҙҙең дә әниебеҙ бәпес алһа, ҡайһылай ҙа шәп булыр ине, эйеме?

– Юҡ, беҙ былай ҙа бишәүбеҙ. Беҙгә бәпес кәрәкмәй. Үҙебеҙ үҫкәс йөрөрбөҙ әле ырҙын табағына ла, ураҡҡа ла...

Баштарыбыҙҙы эйеп, кире өйгә инәбеҙ. Икебеҙҙең дә күҙебеҙ –стенала элеүле торған ҙур көҙгөлә. Әйләнеп-әйләнеп күлдәктәребеҙгә һоҡланабыҙ.

– Ә минең күлдәгемдең итәге киңерәк!

– Юҡ, минеке киңерәк. Ҡара әле, ҡара, мин зыр әйләнгәндә итәгем нисегерәк түңәрәкләнә, күрҙең?!

Мәүлизә йәнәш ике ултырғыс ҡуйҙы ла береһенән икенсеһенә һикереп, итәгенең киңлеген күрһәтә башланы. Минең дә еңелеп ҡалғым килмәй, мейес артына йүгереп барып, кемдеңдер ҙур быймаһын килтереп сығарып етеҙ генә кейә һалдым да, итәгемдең киңлеген күрһәтер өсөн аяҡтарымды юғары һелтәүем булды, ауыр быйма аяғымдан һыпырылып ҡына сыҡты ла ҙур көҙгөгә барып бәрелде.

У-у-ффф! Көҙгө ыуалды ла “зыңҡ” итеп ҡойолдо!

Мин лапайып иҙәнгә ултыра төштөм – өйөбөҙҙө күркәмләп тор­ған ялтыр көҙгө ҡап-ҡара таҡтаға әүерелде. Быны мин ҡылдым.

– Уу-й, һылыу! Хәҙер ни эшләйбеҙ инде?!

Апайым уйланып торҙо ла минең ҡарамаҡҡа аҡыллы фекергә килде:

– Әйҙә, һылыу, тиҙ генә көҙгө ярсыҡтарын йыяйыҡ та йәшерәйек. Көҙгө рамына Рәүилә апайыбыҙ сиккән сағыу таҫтамалды элһәк, бәлки, ҡайтып инеү менән әсәйебеҙ күрмәҫ тә әле...

– Эйе шул, – мин тиҙ-тиҙ генә һоҫҡо килтерәм, апайым соландан һепертке индереп, йәһәт кенә йыйыштырып та ҡуябыҙ.

– Ә көҙгө ярсыҡтары – миңә, мин уларҙы үҙемдең серле мөйөшөмә күмеп ҡуям, кәрәккәндә алып уйнайым...

Апайымдың күҙе күрше Мәрзиә әбейҙәр йортона төшә:

– Әйҙә, күрше Мәрзиә әбейҙәргә инеп, күлдәк ҡотлатайыҡ.

– Әйҙә! – тим мин, шатланып китеп, сөнки күршеләребеҙҙең умарталары бар, тимәк, әҙерәк бал да тәтеүе мөмкин.

Көс-хәл менән ҙур, ауыр ҡапҡаны асып ишек алдына үтәбеҙ. Соланға аяҡ баҫабыҙ. Ҡаршыға Мәрзиә әбей килеп сыға:

– Ни йомош?– ти ҡырыҫ ҡына.

– Ней, күлдәк ҡотлатырға килдек...

– Инегеҙ, әләйһәң. Күлдәгегеҙ матур икән, хәс тә бәпембә кеүек. Йылы тәнегеҙҙә туҙ­һын, балаҡай­ҙар! – тип берәр телем икмәккә май яғып, өҫтөнә бер нисә тамсы шыйыҡ бал ағыҙып беҙгә тот­торҙо.

Беҙ, рәхмәт тә әй­тергә онотоп, урамға атылабыҙ. Тик икмәк телеме йоҡараҡ булып сыҡты, ҡапҡаға барып еткәнсе ашалды ла бөттө. Бигерәк тә тәмле ине шул. Апайым миңә һынаулы ҡарап:

– Әйҙә тағы инеп ҡотлатайыҡ. Бабай ҡотламаны бит әле.

– Әйҙә һуң!

– Тағы нимә булды?

– Күлдәк ҡотлатырға индек.

– Һуң, әле генә ҡотланым бит. Ярай инде, мәгеҙ,– тип беҙгә инде балһыҙ ғына икмәк киҫәге тотторҙо.

Рәхмәт әйтеп, ҡапҡаға йүнәлдек.

Кис әсәйебеҙ эштән ҡайтҡас, беҙҙең күршеләргә инеп күлдәк ҡотлатып йөрөгәнебеҙҙе белгәс, бик ныҡ борсолдо. Күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәштәре ағып төштө:

– Ҡәһәр һуҡҡыры һуғыш афәте. Ҡәһәр һуҡҡыр Гитлер, меңәр йылдар тамуҡ утында янһын ине йәнең!

– Әсәй, илама инде! – тип ике яҡтан килеп уға һыйынабыҙ

– Бер ваҡытта ла хәйерселәп, күлдәк ҡотлатабыҙ тиеп, кешегә инеп йөрөйһө булмағыҙ! Ишетә­һегеҙме мине. Бына донъялар рәтләнер, балы ла, майы-ҡаймағы ла булыр. Әле ашағыбыҙ килмәй, тип киреләнгән дә булыр­һығыҙ әле...

Беҙ ышанмай ҡарағас, сәс­тәре­беҙҙән һыйпап, күкрәгенә ҡыҫты.

– Әсәй, ә беҙ көҙгөнө ваттыҡ, – ти апайым әсәйемдең уйҙарын икенсе юҫыҡҡа йүнәлтер өсөн.

– Әсәй, мин ваттым. Ҙу-у-ур быйманы кейеп алдым да, аяғымды һелтәнем дә, көҙгө ҡыйралды ла ҡуйҙы...

– Ярар инде, ни хәл итәһең. Үҙегеҙгә зыян килмәгәне яҡшы. Ярсығы күҙегеҙгә тейһә, ни эшләр инек?! Икенсе юлы улай артыҡ шаярмағыҙ, яраймы?

– Беҙ, әсәкәйем, инде бер ваҡытта ла күлдәк ҡотлатырға йөрөмәҫбеҙ...

– Беҙ быйма кейеп бейемәҫбеҙ ҙә, эйеме, апай...

Икенсе көн иртә менән етәкләшеп ишек алдына сығабыҙ, күлдәгебеҙ төҫлө һары бәпембәләр өҫтөндә аунап-аунап уйнарға керешәбеҙ. Беҙ бәхетле!



Һыйыр бәләһе


Гөлшат бөгөн оҙағыраҡ йоҡламаҡ булғайны ла, әсәһе иртәрәк уятып ҡуйҙы шул.

– Балам, хәҙер мин эш буйынса Өфөгә китәм. Һыйырҙы Разифа инәйең һауыр. Сәй ҡайнаған, бутҡа бешкән. Үҙең тороп ашағас та һауыт-һабаны йыйыштыр. Өйҙә себен эйәләшерлек булмаһын.

– Ярай, әсәй, – тине юлға әҙерләнеп йөрөгән әсәһен юрған аҫтынан башын ғына сығарып күҙәтеп ятҡан ҡыҙ.

– Гөлшат, утъяҡҡыстың ишеген асыҡ ҡалдыра күрмә! – тине әсәһе, йүгерә-атлай машинаға ашыға-ашыға.– Еләкте шунда урындыҡҡа йәйеп ташлағайным. Мал инә күрмәһен, ишетһен ҡолағың!

– Әй ҙә, ҡырҡ тапҡыр әйттең бит. Аңланым да инде! – тип ҡул һелтәне ҡыҙый, эргәһендә мырлап иркәләнгән бесәй менән уйнап.

Машина саң туҙҙырып күҙҙән юғалыуға, ул тора һалып, бөхтәләп урынын йыйҙы. Унан утъяҡҡысҡа сығып йыуынып алғас, борхоп ҡайнап ултырған самауырҙан ҡаймаҡлап сәй эсте. Һауыт-һабаны матурлап сайып, ишек алдына сыҡты.

Гөлшат, үҙе телгә уҫалыраҡ булһа ла, тырыш бала. Уҡыуға ла шәп, эшкә лә ҡулдары килешкән. Башланғыс класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, әсәһенең ҡул араһына күптән ингән. Әле лә һепертке алып ишек алдарын һеперештерҙе, тауыҡтарға ем һибеп ебәрҙе. Көйәнтәләп Әселе буйындағы шишмәгә һыуға төштө. Яр башындағы ялпаҡ таштарҙы: “Мин бөгөн нисә ҡоймаҡ ашармын икән?” – тип һыуға сәрпәне. Нисектер ҡулы килешмәне, ахыры, бер ҡоймаҡ та насип булманы. Толомдарын һыуға тиклем тағатҡан өйәңкеләрҙе ҡосоп-ҡосоп әйләнде лә, мөлдөрәмә тулы кескәй күнәктәрен көйәнтәһенә эләктереп, ҡайтып китте.

– Күнәктәрең мөлдөрәмә тулы булһа, бәхетең дә тулы булыр, балам. Һыу алып ҡайтҡанда сайпылтма! – тип әйтә торғайны өләсәһе.

Шуғалыр ҙа Гөлшат күнәктәрен бейетмәй генә ташый һыуҙы.

Төш үткәс, ҡыҙый әхирәттәрен барларға тыҡрыҡтан атланы. Тәүҙә Асияларға барҙы, унан Люциәне эйәртте, шунан Зәкиәгә килде. Рәхәтләнеп, донъяларын онотоп туп уйнанылар.

– Гөлшат, һыйырыңды һауҙым, кәртәгә яп, әтеү үгеҙ эйәртеп алып ҡайтҡан, – тип, күрше инәйҙең өндәшеүе генә уны ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы.

– Әхейҙәр, һеҙ уйнай тороғоҙ, мин һыйырҙы ялан кәртәгә генә ябайым да, тағы уйнарбыҙ, йәме, – тип ҡулындағы тубын ҡыҙҙарға сөйҙө.

– Юҡ, миңә лә малды апҡайтырға кәрәк, әтеү әсәйем утауҙан килмәгән, – тип ҡабаланды Люциә.

– Беҙҙе һарыҡтарҙы ябышырға әсәйебеҙ көтәлер, – тип Зәкиә менән Асия ла ҡайтырға ашыҡты.

– Улайһа, мин дә һеҙҙең менән барам, хәҙер һыйырҙы ғына бикләйем дә, – тип эйәреп ҡайтҡан ауыл үгеҙен көс-хәл менән айырып, һыйырҙы ялан кәртәгә ябып, ваҡ малды ҡаршыларға көтөү ҡаршыһына саптылар.

Ҡараңғы төшөүгә генә арып-талып ҡайтты Гөлшат.

– Утъяҡҡысҡа әллә бурҙар ингән инде, Хоҙайым!? – тине тертләп. – Әллә нәмәләр гөрҫ итеп ҡалдысы?!

Ҡурҡа-ҡурҡа ғына ҡапҡанан инде лә аяҡ остарына баҫып үрелеп, тәҙрәнән ҡараны. “Әллә нәмә баҙлап яна, әллә убырмы юғиһә?” Утъяҡҡыс ишеге асыҡ. Шалтыр-шолтор итеп барып төшкән күнәктәр тауышына һикереп китте ҡыҙ.

– Разифа инәй!!! Беҙҙең утъяҡҡысҡа бурҙар ингән! Уй, ҡурҡам! – тип һөрәнләп, күршеләргә табан йән-фарман сапты.

Күрше инәй улы Шәмселхаҡ менән фонарь тотоп йүгерешеп килеп етте. Ут менән яҡтыртып ҡарағас, Шәмселхаҡ эсен тотоп көлә башланы.

– Уф, үләм! Ха-ха-ха! Ай, үләм!

– Ай, Алла, нимәгә ул тиклем көләһең? – тип аптырашты Разифа инәй менән Гөлшат. Тыйыла алмай көлгән малайҙың ҡулынан фонарын һыпыра тартып алып, асыҡ ишектән яҡтыртып ҡаранылар. Ысынлап та, йығылып көлөрлөк ине шул. Тар ғына утъяҡҡысҡа ике һыйыр ингән. Береһе урындыҡҡа баҫҡан, быныһы Гөлшаттарҙың һыйыры – Уҫал. Икенсеһе – ауыл үгеҙе. Уныһы иҙәндә тора. Утъяҡҡыстан боролоп сығырлыҡ түгел.

– Ай, Алла, утъяҡҡысты япмағанһың, күрәһең? – тип аптыраны Разифа инәй. – Йә, етер инде! – тип әрләне һаман быуылып көлгән улын. – Уның ниндәй көлкөһө булһын? Хәҙер нисек сығарыу хаҡында уйлар кәрәк.

– Көлмәй, көлкө ләһә. Кем индергән, шул сығарһын. Тәҙрәнән сығарырға кәрәк.

– Бынау ғына тәҙрәнән һыйыр сығарып була тиме? Юҡты һөйләп торма инде!

– Мин һарай ҡапҡаһын бәйләмәй, былай ғына япҡайным, шуға һыйыр сыҡҡан да инде. Утъяҡҡыстың ишеген үҙе мөгөҙө менән аса белә. Утъяҡҡысҡа еләк йәйгәйнек киптерергә, шуны ашаған инде...

– Ярай, илама, һыйыр һиңә ҡайнатма итеп сығарып бирер, – тип тағы көлә күрше малай.

– Туҡтайһыңмы, юҡмы?! Етәр, тим мин һиңә! – тип һуҡрана Разифа инәй. – Хәҙер ни төн етте. Ярай әле һауып өлгөргәйнем.

– Уҫал, Уҫал, мә, сыҡ, – тип өгөтләп тә, саҡырып та ҡаранылар һыйыр менән үгеҙҙе.

Үгеҙ боролорлоҡ түгел, утъяҡҡыс тар.

– Кит, кеше шул тиклем дә бәләкәс итеп утъяҡҡыс һалыр икән! – тип һөйләнә күрше инәй.

– Үгеҙ менән һыйыр Гөлшатҡа ҡунаҡҡа килер тип кем уйлаған, хи-хи-хи, – тип хихылданы Шәмселхаҡ. – Еләкте күп йыйғайныңмы? Эстәренә теймәҫ микән?

– Ике күнә-ә-әк,– тип буҙлай башланы ҡыҙый.

– Йә, йә, илама! Сеү! Әйҙә, өй ишегеңде биклә лә, беҙгә инеп йоҡла. Иртәнсәк һыйыр менән үгеҙ, көтөүгә китер ваҡыт еткәс, үҙҙәре сығыр әле.

– Әсәйем әрләр инде, – тип илай ҡыҙыҡай.

– Әрләр инде, ни хәл итәһең. Әрләр ҙә бөтөр. Әсәйҙәр насарлыҡҡа әйтмәйҙәр ул.

Башҡа саҡта көн эҫермәйенсә йоҡоһонан айырыла алмаған ҡыҙ икенсе көн таң һарыһынан һикерә һалып тороуға, Разифа инәй менән Шәмселхаҡ аяҡ өҫтөндә ине инде. Гөлшат тиҙ генә кейенеп, аяғына калуш эләктерә һалып, иртәнге һалҡын һауанан сирҡана-сирҡана үҙҙәренә табан йүгерҙе. Утъяҡҡыс ишеге асыҡ. Иҙәндә, ҡойроғон тегеләй-былай һелтәп, үгеҙ ята. Урындыҡта һыйыр көйшәп тора.

– Уҫал, әйҙә сыҡ, сыҡ, тиҙ бул, – тип асыуланып ҡысҡырҙы кескәй хужабикә.

– Му-у, – тип яуап бирҙе һыйыр.

– Йәнәһе, иҙән тултырып үгеҙ ята. Ни хәл итеп сығайым, ти инде, –тип хупланы һыйырҙы Разифа инәй.

– Бында тәҙрәне алмай булмаҫтыр. Тәҙрәнән йә таяҡ менән төртөп тәүҙә үгеҙҙе сығарырға, йә сыбыртҡы менән икеһен дә ярырға кәрәк, – тине Шәмселхаҡ.

Гөлшат ҡурҡа-ҡурҡа ғына үрелеп үгеҙҙең ҡойроғонан да тартып ҡараны. Үгеҙ тибенә, тик боролоп сыға алмай. Шәмселхаҡ тәҙрәне алып, ҡоҙоҡтан күнәк ҡармалай торған оҙон багор килтереп, үгеҙҙең маңлайынан этәрҙе. Мал арты менән сигенә-сигенә саҡ килеп сыҡты. Унан малай сыбыртҡыһын алып тәҙрә аша һыйырҙы һыҙырҙы. Һыйыр гөрҫ итеп таҡталары-ниҙәре менән урындыҡтан килеп төштө лә үгеҙ артынан урамға ташланды.

Ике көндән Гөлшаттың әсәһе ҡаланан ҡайтыуға, тәҙрәләр урынына ҡуйылған, урындыҡ таҡталары ҡағылған, ҡайтанан йыйылған еләк киптерергә йәйелгәйне.
Фото: Т.Аманов

Читайте нас