...Март айы. Белорет ҡалаһында йәшәгән Саша лицейҙа икенсе синыфты тамамларға йыйына, өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа барыу өсөн түҙемһеҙлек менән яҙғы каникулды көтә. Был матур һәм аҡыллы малаҡай спорт ярата: ҡышын саңғыла шыуа, йәйгеһен йөҙөү менән шөғөлләнә, шахмат уйнай, тренер булырға хыяллана. 9 март көнө Саша урамда уйнап, ихатала тюбингта шыуа, ҡат-ҡат аунай, әммә ауыртыуҙы һиҙмәй, артабан уйнауын дауам итә. Бер көндән һуң һул тубығының һыҙлауына зарлана. Балаңдың ҡайһы ере ауыртһа ла, йөрәккә бәрә: хәстәрлекле ата-әсә уны йәһәтләп табиптарға күрһәтә. Табиптар, аяғын бәреп ауырттырған, тигән диагноз ҡуйып, тубыҡҡа май һөртөргә, эластик бинт менән бәйләргә ҡуша. Саша уҡыуын дауам итә, каникул алдынан контроль эштәргә әҙерләнә.
21 мартта, ауылға барыр алдынан, ҡабаттан травматология бүлегенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булалар: зарланмай, һуңғаса түҙгән бала һул аяғына баҫа ла алмай, ныҡ сатанлай. 5 – 6 сәғәткә һуҙылған тикшереүҙәрҙән һуң, “остеосаркома” диагнозын һорау аҫтына ҡуйып, Өфөгә Республика балалар клиник дауаханаһына йүнәлтмә бирәләр. Саша атаһы менән РБКД-ның хирургия бүлегенә ятҡас, тулы тикшереү үткәрелә. 27 мартта шештең биопсияһы Мәскәүгә ебәрелә. Бала бер ни аңламай, ата-әсә шаңҡып, Хоҙайға ялбара: “Диагноз раҫланмаһын инде!” Ике аҙна ут эсендә үтә. Һәм бына баш ҡаланан яуап килә. Үкенескә күрә, ҡурҡыныс диагноз раҫлана – “конвенциональ остеосаркома, 2-се стадия”. Остеосаркома – һөйәктәрҙең яман шеше...
Яман сиргә ҡаршы көрәш химиотерапиянан башлана. Дауалау курсы еңел бирелмәй: Сашаның ҡан күрһәткестәре йыш һәм кинәт насарая, анемия, юғары температура йонсота, сәсе ҡойола, тырнаҡтары, ауыҙ эсе боҙола, ашҡаҙаны, эсәктәре ауырта. Ауыҙ эсен тотошлай тиерлек баҫып алған стоматит арҡаһында йүнләп ашай ҙа, эсә лә алмай. Иммунитеттың “и” хәрефе лә ҡалмай. Йөрәге болғанып, ҡоҫоп, аппетиты юғалып йонсой бала. Хәле бөтөп, башы әйләнеп ыҙалай. Әсәкәйе тәүлек әйләнәһенә улыҡайы янында. Уның янынан бер минутҡа ла алыҫ китмәй: ашарға әҙерләй, ашата, тамыҙғыстарҙы алмаштыра, балаһынан, аппараттан күҙ яҙҙырмай.
– Бер мәл, улымдың ҡапыл өлкәнәйгәнен айырата асыҡ тойоп, тетрәндем, – тип һөйләй Динә Басир ҡыҙы. – Ул үҙен түгел, мине йәлләне. “Әсәй, һин бөтөнләй йоҡламайһың, көнө буйы минең ауыр тимер колясканы этеп йөрөйһөң, ә төндә аппаратты ҡарауыллайһың. Ят, ял ит, кино ҡарап ал – мин берәй нисек үҙем. Һин бит шундай арығанһың”, – тине...
Курстар араһында Сашаны бер-ике тапҡыр өйөнә ялға ҡайтаралар. Бер урында ултырыуҙың нимә икәнен белмәгән, һәр ваҡыт йүгереп, елдереп йөрөгән баланың атлай ҙа алмай, уның тирәләй йүгерекләгән туғандарын ғына күҙәтеп ултырыуына, ятыуына күҙ йәшһеҙ ҡарап та булмай. Саша хәлһеҙлеге арҡаһында оҙаҡ ултыра, бер торошта ята алмай, ләкин үҙ хәлен үҙе аңлап, артыҡ һорауҙар менән ата-әсәһен ҡаҡшатмай, зарланмай, түҙергә тырыша.
Августа Сашаға Мәскәүҙә операция яһайҙар. Аяҡты һаҡлап алып ҡалыу өсөн яман шеш менән бергә һөйәктең зарарланған өлөштәрен дә ҡырҡып алалар һәм бөгөлмәй торған ваҡытлы протез ҡуялар (пандемия сиктәрҙе япҡас, табиптар сит илдәге эндопротезға заказ бирә алмай).
Операция һигеҙ сәғәт дауам итә. Һигеҙ сәғәт ата-әсә үҙҙәренә урын таба алмай, Хоҙайға ялбара. Наркоздан һуң иҫенә килгән балаға күҙ йәштәрен, ҡурҡыу, борсолоуҙарын күрһәтмәй, Сашаны ҡосаҡлайҙар. Бәләкәй батыр малай үҙе генә үҙен аяҡҡа баҫтыра аласағын аңлап, операциянан һуң тешен ҡыҫып, ҡултыҡ таяҡтарына таяна. Һәм химиотерапияны дауам итәләр.
Сашаны әле тағы бер ҡатмарлы операция көтә. Бала аяғына баҫып, атлай, йүгерә алһын өсөн эндопротез талап ителә. Ә уның хаҡы – 1 750 000 һум. Ябай ғаилә ундай аҡсаны үҙаллы ғына йыя алмай. Әммә күмәкләгәндә, беҙ Сашаға ярҙам итә алабыҙ. Һәр кемебеҙ хәлдән килгән тиклем аҡсаны Мөхәмәтҡужиндар иҫәбенә күсерә ала.