Махсус биттәр
7 Октября 2020, 02:14

Ҡоштарҙы ғына ашатып йөрөһөн үҙ яйына

– Китегеҙ хәҙер үк, кемгә әйтәм, китегеҙ! Теймәгеҙ күгәрсендәргә! – ҡатын-ҡыҙҙың ярһыу тауышы ихатаны яңғыратты. Башты күтәрҙем: балкондан зәһәрләнеп йоҙроҡ төйгән ҡатын ҡарашының траекторияһын самалап, шул яҡҡа ҡараным – унда өс малай велосипедта йөрөй ине. Ә эргә-тирәләрендә – бер өйөр күгәрсендәр!

– Ҡоштарға ем ашарға ла ирек юҡ ошо зимагурҙарҙан! Хәҙер сығайым әле, кәрәгегеҙҙе бирәм мин һеҙҙең!
Ҡатындың бар донъяға яр һалып ирешеүе хәтер тәгәрмәсен артҡа тәгәрәтеп, бала саҡҡа алып ҡайтты ла китте. Беҙ, бер урам бала-сағаһы, әллә ни эш тә боҙмайбыҙ кеүек, әммә өлкәндәрҙең, бигерәк тә әбей-бабайҙарҙың, беҙгә бәйләнергә сәбәптәре табылып ҡына тора. Мәҫәлән, Мансур, Ирек, Гөлшат менән гел дә буралар өҫтөнән ат кеүек сабышып, баҫтырышып уйнайбыҙ. Күҙгә аҡ-ҡара күренмәй елдерәбеҙ. Ике-өс метр бейеклектә баҫтырышыуҙа эшебеҙ ҙә юҡ. Мөйөштәрҙе ҡыҫҡартып, осоп ҡына үтәбеҙ. Ҡай ваҡыт аяҡ тайып, яҙатайым баҫып, саҡ ергә түңкәрелеп төшмәйбеҙ. Ундай мәлдә тешең-тырнағың менән тигәндәй, ниндәйҙер мөғжизә менән бүрәнәләргә йәбешеп, бура өҫтөнә йәһәт кенә, маймыл кеүек, кире үрмәләп менә һалып, уйынды дауам итәһең. Ниндәй ҡурҡыу, ти ул?! Шөбһәләнергә лә өлгөрмәйһең! Үҙебеҙҙе әллә ни етеҙ, сос, ҡыйыу, тип тә һанамайбыҙ, барыһы ла тәбиғи килеп сыға. Беҙҙең өсөн ер өҫтөнән йүгер ни, бура өҫтөнән сабыш ни – бер тигеҙ. Ә бына “теште әзәйем” бура өҫтөндә уйнағанды күрһә, беҙҙең ғүмер, һаулыҡ өсөн ғауғалап, ихласлап асыулана:
– Хәҙер сығайым әле, кәрәгегеҙҙе бирәм мин һеҙҙең!
Йәки ҡараңғы төшһә лә, ҡайтыуҙы онотоп, ҡыҙышып шар ҙа шор ҡапҡа янында уйнап йөрөгәндә, күрше Мөжәһидә әбей тәҙрәһенән һонолоп:
– Ҡайҙа кесерткән?! Ҡайҙа сыбыҡ, ух, кәрәктәрен бирергә! – тип ҡысҡыра. – Хәҙер сығайым әле!
Күршебеҙҙең юрый ғына ҡаты итеп орошоуын беләбеҙ, сөнки ул һәйбәт, изге күңелле, шаян кеше. Ҡай ваҡыт Мөжәһидә әбей үҙе лә түҙмәй, беҙҙең ыңғайға шаярырға булып китә: йә арттан баҫтыра, йә һыу ҡойоша. Бәләкәй генә буйлы, ҡупшы ғына кәүҙәле күршебеҙ беҙҙе ҡыуып етә алмай, әлбиттә, ләкин беҙ уяулыҡты онотҡанда, ул кинәт кенә йәшеренгән еренән килеп сығып, һыу менән ҡойондорғаны – бихисап!
Беҙҙе гелән ылыҡтырған “зерноток”ка мажара эҙләп барып сыҡһаҡ, шунда эшләгән Салауат бабайҙың да йыш ҡына бармаҡ янағаны булды:
– Хәҙер тотайым әле, ҡолағығыҙҙы борам!
Күҙҙәре көлөп торған йомшаҡ тауышлы бабайҙың яҡшы икәнен белгәнгә, янауҙарына иҫ тә китмәй. Хәйер, ҡалай ҙа ҡурҡҡан булабыҙ. Табан ялтыратабыҙ. Йәнәһе лә, бәләһенән баш-аяҡ...
Ошо яҡты хәтирәләргә сумып, инде мәрхүм булған ауылдаштарҙы иҫләп, яй ғына атлап барғанда, бая ғына балконда торған ҡатын урамға елберләп килеп сыҡты. Үҙенән алдараҡ – сәрелдәк тауышы:
– Хәҙер мин һеҙгә күрһәтәм!
Нимә күрһәтергә йыйынғандыр, әйтеүе ҡыйын, тик велосипедта йөрөгән малайҙар тайыу яғын ҡараны. Береһе минең яндан үтешләй:
– Нимә беҙгә аҡыраһығыҙ?! Беҙ бер нимә лә эшләмәнек тә һуң! – тип һөрәнләне.
Ишетте бит теге ҡатын:
– Ишшу эшләп ҡарағыҙ! – тип малай артынан кескәй йоҙроғон һелкетте. Шул мәлдә беҙҙең ҡараштар осрашты. Мин йылмайыуымды йәшерә алманым. Көтмәгәндә ул да йылмайҙы. Аҡланғандай, сәсен һыпырҙы:
– Көн дә ошонда күгәрсендәрҙе ашатам, был малай-шалай ҡурҡытып бөтөрөр, тип борсолам.
– Юҡҡа борсолаһығыҙ, күгәрсен­дәрегеҙҙе күмәкләп ҡыуһаҡ та, кире киләсәктәр. Бына күрегеҙ ҙә тороғоҙ! Һынап та ҡарай алабыҙ, – тип шаярттым.
– Ҡуй-ҡуй, һынамайыҡ, – ул көлдө. – Минең башҡа эшем юҡ та инде, ошо ҡоштарҙы ҡарауҙан башҡа. Мин дә, яртаҡыл, тапҡанмын үҙемә шөғөл. Бер эсем бошоп йөрөгәндә, ошонда эскәмйәгә ултырып, күгәрсенкәйҙәрҙе ашата башлағайным, эҫендем дә киттем үҙҙәренә. Күпме аҡса китә шуларға... Бөттө, башҡаса ем алып ҡаңғырмайым да, аҡсамды тәләфләмәйем дә, тип тәүбә итәм дә, бер-ике көндән сыҙамай, йәнә ашатырға тотонам. Улар ҙа миңә өйрәнеп бөткән, көн дә киләләр, аҙыҡ көтәләр. Ашатмаһам, нисектер өмөттәрен селпәрәмә килтергән, алдаған кеүекмен.
– Һеҙҙең хәстәрлек күрергә яҡынығыҙ юҡмы әллә? – был һорау үҙенән-үҙе телдән ысҡынды.
– Эй-й, – ҡатын бошонҡо ғына ҡулын һелтәне. – Юҡ шул. Булһа, былайтып кеше көлдөрөп йөрөр инемме ни... Ашыҡмаһағыҙ, эскәмйәгә ултырайыҡ.
Эскәмйәгә артты терәр-терәмәҫ ул һүҙен дауам итте:
– Бөтөнләй үк юҡ түгел, ҡыҙым бар. Тик ул алыҫта йәшәй. Ике-өс йылға бер генә ҡайта. Унда ла ҡайтһа ҡайта, ҡайтмаһа – юҡ. Әлеге лә баяғы шул етешһеҙлек инде. Юлға күпме аҡса кәрәк. Ейәнем бар. Уныһы мине йүнләп иҫләмәй ҙә. Гел дә аралашып тормағас, онота.
– Ә ниңә видео аша булһа ла күрешеп, аралашмайһығыҙ?
– Ммм... Ҡыҙым туңыраҡ минең.
– Ә ирегеҙ?
– Ир... – ҡатын көлдө. – Мин кейәүгә сыҡҡан, тиһеңме? Ҡыҙымды берәүҙән таптым да, ун алты йәштә, шуның менән минең ирекле, хәстәрлекһеҙ тормош бөттө. Балалы бисәне кем алһын? Берәүгә лә өҫтәмә йөк кәрәкмәй.
– Ике-өс бала менән дә кейәүгә сығаларсы, – тим.
– Бәхетлеләр сығалыр ҙа... Мин дә берәү менән ныҡ итеп йөрөп киткәйнем ул. Яратҡайным. Ул да мине яратҡан һымаҡ ине. Һәр хәлдә етди йөрөнөк, ул миңә күсеп килгәйне. Әйҙә, өйләнешәйек, тип әллә нисә һораным, ЗАГС-та мөнәсә­бәттәрҙе нығытып ҡуяйыҡ, тип ҡат-ҡат әйттем. Ул, ҡайҙа ашығаһың, бар ғүмер алда, тип шаяртыуға борҙо. Бер көндө әсәйемдең юбилейына барҙыҡ. Унда нығытып байрам ителде. Ике көн мас булып, ҡайтырға сыҡҡайныҡ, юлда «гаишник»тар туҡтатмаһынмы! Ҡағиҙә лә боҙмай, ипләп кенә ҡайтып килгәндә, ҡайҙан беҙҙең эсеп алғанды тойғандар­ҙыр, аптыраҡ. Минең һөйәркәнең “право”һын алдылар, әлбиттә. Ә ул – водитель! Уға “право”һыҙ бер нисек тә ярамай! Аҡса туплап, “право”һын кире һатып алырға был план ҡора. Ә мин үҙемсә план төҙөнөм: алынған “право”һы менән шантажлап, уны өйләндермәксемен. Йәнәһе лә, эт к...нә лә бармаҫ, өйләнер. Шулайта икән... Икенсе көндө үк уны, әйҙә, өйләнешәйек, тип, һылап-һыйпарға ке­реш­кәйнем, бер ҙә ыҡҡа килмәй, өйләнмәҫкә ҡырҡ сәбәп таба. Тураһын әйттем: “Әгәр ҙә мәгәр, миңә өйлән­мәйһең икән, мин һинең етәкселәреңә “право”һыҙ йөрөгәнеңде еткерәм!” Аңшайып, миңә ҡарап китте был. Шаярталыр, тип уйланы шикелле. Ә минең шаяртырға уйымда ла юҡ. Кейәүгә сыҡҡым килә! Ул, миңә әле өйләнергә иртәрәк, ти. Ә минең менән йоҡлап йөрөргә иртәрәк түгелме, тим асыуланып. Ул, юҡсы, самый раз, тип ауыҙ йыра. Миңә ғаилә ҡамытын кейергә иртә, азат килеш оҙағыраҡ рәхәтлектә йәшәп ҡалырға теләйем, тигәйне, йәнем көйөп, уны ҡыуҙым да сығарҙым. Һәм эшенә шылтыратып, яратҡан водителдәренең “право”һыҙ йөрөгәне хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙем. Уны эштән ҡыуҙылар, әлбиттә. Эсеп алған да, ниңә улайттың, тип шылтырата ишшу. Әсәңдең психбольницала ятып сыҡҡанын да эшенә еткерәм әле ул мин, тинем. Әсәйемде ниңә ҡыҫтыраһың, алйот­ланма, аҡылыңа кил, тип ҡысҡыра миңә телефондан. С...м башына. Үсем ҡанғансы ҡаныҡтым. Әсәһе лә миңә иламһырап шылтыратты. Имеш тә, башыма гонаһ алып, улайтып түбәнселеккә төшөүем үҙемә кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Мине ҡурҡытмаҡсы инеләр.
Был ҡатын хәбәрен сурытҡан арала ултырған килеш унан шым ғына ситкәрәк күсә барҙым. Күгәрсендәрҙе ашатырға яратҡан ҡатынҡай бер ни һиҙмәй артабан хәбәрен теҙҙе:
– Ә мин бер нәмәнән дә, бер кемдән дә ҡурҡмайым.
– Юғары көстән дә шөрләмәйһегеҙме?
– Һе-ей... Булғаны был донъяла ғына була ул. Теге донъя әллә бар, әллә юҡ. Мин Хоҙайҙан ҡурҡыу менән дә. Башҡалар ҡурҡмай, үҙ рәхәтенә, типтереп йәшәйҙәр ҙә һуң. Һәм уларға бер ни ҙә булмай. Кешеләрҙе талаһалар ҙа, алдаһалар ҙа, үлтерһәләр ҙә, кеше рәнйетеп байлыҡ туплаһалар ҙа, һин дә мин йәшәйҙәр. Ә мин кемдән кәм?
– Уй, һеҙҙең кафыр һүҙҙәрегеҙҙән минең йән өшөй.
– Ә нимә, һүҙҙәремдә ғәҙеллек юҡмы ни? Бар бит. Ғөмүмән, был донъяла ғәҙеллек юҡ, тигән һығымтаға килдем. Шуға ла нисек теләйем, шулай йәшәйем. Миңә бер кем дә былай ғына яҡшылыҡ эшләгәне юҡ, мин дә һис кемгә бушлай изгелек ҡылырға йыйынмайым.
– Кешеләрҙең тормошон, еңел генә уйлап, пыран-заран килтергәнһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта бар күңелегеҙҙе һалып, ҡоштарҙы ашатаһығыҙ. Бушлай, – башыма тотондом. – Нисек һеҙҙә яҡшылыҡ менән яуызлыҡ шулай тип-тигеҙ һыйыша ул?!
– Этем белһен, – ти. Һүҙҙәремә ихлас аптырағаны йөҙөнә яҙылды.
Әйтке килде инде, яратылмағанға яуызға әйләнгәнһегеҙ, тип. Әммә ҡай саҡ ваҡытында телеңде тешләүең зарур. Ә бындай кешеләрҙән ары йөрөүең бигерәк тә хәйерле. Нисектер ҡурҡыныс улар янында. Эс-бауырыңа инеп, бар сереңде белер ҙә уларҙы һуңынан хәнйәр итеп арҡаңа сәсер. Тәүбә-тәүбә! Ҡоштарҙы ғына ашатып йөрөһөн үҙ яйына.
– Ә миңә китергә ваҡыт, – тип эскәмйәнән йәһәтләп ҡалҡындым.
– Сәй эсергә инегеҙ, тип ҡыҫтамайым, өйөм бола, әммә юлығыҙ төшкәндә инеп сығығыҙ, ана, минең балкон, икенсе ҡат, – ул да артымса торҙо.
Саҡырыуы өсөн рәхмәт әйтеп, китеү яғын хәстәрләнем. Унан алыҫлашҡан һайын еңелерәк була барҙы.
Ҡайҙа һуң бала сағымдағы мәрхәмәтле кешеләрем?! Бына кемдәр янында тын алыуҙары иркен булған икән дәһә! Бар донъя иркен, кешеләр саф булған саҡтарҙы һағындырҙы ла ҡуйҙы...
Фото: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Читайте нас