Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
1 Октябрь 2020, 09:12

Һуған ҡайҙа яҡшы һаҡлана?

Мул уңыш йыйып алған баҡ­сасы, йәшелсәне ҡышын нисек һаҡ­ларға, тип баш вата. Берен­сенән, һәр береһен ваҡытында һәм ҡоро көндә йыйып алырға кәрәк. Икен­сенән, уны һаҡлай торған урын – баҙмы ул, подвалмы – алдан әҙерләнгән булыр­ға тейеш.

Кишер менән сөгөлдөрҙө баҙға урынлаштырыр алдынан бәрел­гән­дәрен, киҫелгәндәрен йәки серей башлағандарын айырып алып, яҡшыларын ҡоро аҡбур йәки көл менән бутарға кәңәш ителә (10 килограмға 150 – 200 грамм иҫәбенән). Шулай эшләгәндә, улар тиҙ боҙол­маҫ. Уңышты тартмала һаҡлау яҡшыраҡ булыр. Йәшелсә өҫтөнә 2 – 3 сантиметр самаһы дымлы торф йә иһә ҡом һибеп ҡуйыу ҙа һәйбәт тотасаҡ.
Кәбеҫтәне көндәр һалҡынайта башлағас, тышта һауа темпера­тураһы 0-дән 5 градусҡа тиклем булғанда йыйһаң, яҡшыраҡ һаҡла­насаҡ. Туң­ған­дарын шунда уҡ ҡул­ланығыҙ. Һаҡлау өсөн боҙолмаған һәм тығыҙ күсәнлеләрҙе генә һайлап алығыҙ. Кәбеҫтә оҙаҡ һаҡланһын өсөн ҡырҡҡанда күсәнен оҙон итеп ҡалдырырға тырышығыҙ. Шулай уҡ япраҡтарҙың тышҡы ҡатламын да алып ташларға кәңәш ителмәй. Кәбеҫтәне подвалда йәки баҙҙа ағас кәштәләргә күсәнен өҫкә ҡаратып, 2 –3 рәт шахмат тәртибендә теҙеп урынлаштыралар. Был осраҡта вентиляция һәм һауа йөрөшө яҡшы буласаҡ. Кәбеҫтәне яҡшы елләтелә торған урында 0 – 1 градус температурала һаҡлайҙар.
Һуған һәм һарымһаҡ яҙға тиклем һаҡланһын тиһәгеҙ, уларҙың сорттарын дөрөҫ һайлағыҙ. Һаҡлау өсөн әсе һуған һәм эфир майҙары күп булған яҙғы һарымһаҡ кәңәш ителә. Уларҙы түтәлдән йыйып алғас, оҙаҡ итеп киптерергә кәрәк. Һуғанды ағас тартмаларҙа һәм үреп һаҡларға мөмкин. Һарымһаҡты парафинлау яҡшы һөҙөмтә бирә. Бының өсөн сеткаға тултырылған һарымһаҡты 2– 3 секундҡа иретелгән парафинға тығып алырға кәрәк. Һыуынғас, киндер ҡапсыҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуялар. Шулай уҡ һарымһаҡты быяла банкаларға он менән бутап тултырырға ла була. Һуғанды – 1– 2 йәки 18 – 22 градус, ә һарымһаҡты 1- 3 градус йылылыҡта һаҡларға мөмкин.
Фото: Т,Аманов
Читайте нас: