Махсус биттәр
25 Августа 2020, 02:11

Ташҡын менән алыш

Беҙҙең бәләкәй генә Ябалаҡ ауылы яҙ һайын тотош һыу уратҡан утрауҙа тороп ҡала. Сөнки тирә-яғында әллә күпме йылға-күл, шишмә тулып ята. Йылдың башҡа ваҡытында улар һай ғына булып тыныс ҡына аҡһа, яҙын ярһып, танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Әле республика буйлап ҡойма ямғырҙар уҙғас, ташҡын тураһында бер ваҡиға иҫкә төштө.

Ауылдан яҡынса бер саҡрым алыҫлыҡта ғына мул һыулы, киң Ағиҙел йылғаһы бормаланып-бормаланып ағып ята. Йыл да ауыл халҡы бик ҡыҙыҡ тәбиғәт күренешен күҙәтә: Ағиҙелдең һыуы ауыл эргәһендәге күлдәргә өс тапҡыр өсәр көн ташып инеп, өс тапҡыр өсәр көн кире ҡайта, йәмғеһе 18 көн дауам итә ташҡын.
Ололарҙың һөйләүе буйынса, был Нөгөш, Һаҡмар, Яйыҡ йылғаларында боҙ китеп, һыу ташыуҙан һәм тауҙарҙан ҡар һыуҙары ағып төшөүгә бәйле икән.
Күҙ алдына килтерегеҙ әле: Ағиҙел Ҡажат тамағына ҡойоп, балаларҙың йәй буйы яратып һыу ингән йылғаһын мөлдөрәмә тултырып ҡуя, шунан ташҡын Ҡажаттан уйһыуыраҡ ятҡан Һыуалмаға, унан баҡса артындағы Ерек буйына, аҙаҡ йомро ғына Сүгермәккә, шунан Әнифә йырынынан ағып килеп, ауыл башындағы Ҡаҙисаға барып етеп, Боралҡыға барып ҡоя. Икенсе яҡтан Ағиҙел Аҡмалсыҡ, Тоба, Ыуарҙы күлдәре, Ҡаракүл аша килеп, уйһыу Боралҡыға ҡоя. Өсөнсө яҡлап Вәрәҙе күленән, шишмәһенән шул уҡ Боралҡыға ағып төшә. Шулай итеп, һыу өс яҡтан уратып алып, даръя булып йәйелеп, ауыл халҡына хәүеф тыуҙырып, йыш ҡына бөтә донъянан "өҙөп" ҡуя...
Бер йылы колхоз рәйесе Фәнил ағай көҙҙән үк йүнен күрергә булды. Ерек буйынан Сүгермәк күленә ағып төшә торған йырындың уртаһына тимерҙән ыҡсым ғына баҫма һалдыртты. Ул бейегерәк булып терәлеп ятһын өсөн йән-яҡтан трактор менән ер эттереп, ярҙарын нығыттырҙы.
– Үәт, булдырған бит Фәнил! Ит аҫы­лы ҡарталыр, зат затына тарталыр, – тине ауыл ҡарттары, уның атаһын иҫләп. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙеке бит.
Күрше Үзбәк ауылына дүрт километр араны йәйәү йөрөп уҡыған балаларын яҙғы ташҡында йырын аша кәмә менән сығарып аҙапланған ата-әсә быға бик шатланды.
– Балалар, тыҡылдата баҫып, баҫ­манан иркенләп атлап йөрөр. Наканис, ошо йырындан үткәндә итектәренә ауыр шәре һыуы тулмаҫ, улар ҡар эсендә батып тороп та ҡалмаҫ, ташҡында ла береһе лә йонсомаҫ.
...Апрель айының яҙғы иртәһе. Көн һалҡынса. Мағаш тауы артынан яңы сыҡҡан ҡояш һаран нурҙарын һибә. Күршебеҙ Фәнил ағай ажарланып торған айғырында Үзбәк ауылындағы кәнсәләргә юл тотто. Кистән генә баҫма аҫтынан һыу сылтырап ағып, Сүгермәккә йырлап төшкәнен күҙәткән ағай иҫ-аҡылы китеп ҡарап торҙо. Төнө буйы Ағиҙелдән һыу килеп, Ерек буйы диңгеҙгә әйләнгәйне. Һыу кимәле ныҡ күтәрелеп, баҫма аша урғып, ажғырып йылға булып ағып ята ине. Фәнил ағай баҫма эргәһенән йырынды кистереп сыҡҡанда, атының әллә тояҡтары тайып киттеме, әллә соҡорораҡ ергә баҫ­тымы, һөрлөгөп китте лә хужаһы менән ҡуша шарлап ятҡан йырындан ағып киттеләр ҙә, аҫтараҡ ятҡан бәләкәй генә ҡаҙан кеүек Сүгермәккә барып та төштөләр.
Һалҡын, үҙәккә үтерлек һыу бөтә тәнде ҡурырлыҡ. Йырындан ҡотороп-ҡотороп аҡҡан һыу, тиҙерәк тултырайым тигәндәй, Сүгермәктең уртаһында өйрөлмәк барлыҡҡа килтереп, ҡаҙан һымаҡ ҡайнай. Үҙенең тирәһендә аты менән хужаһын әйләндерә лә башланы. Сүгермәктең ҙур булмаған соҡоро шул арала яртылаш һыу менән тулды ла инде.
– Нисек тә атты ысҡындырмаҫҡа, талпан һымаҡ ялына йәбешергә... – Фәнил ағайҙың уйы шул була.
Тәүҙә албырғап ҡалған айғыр сығыр өсөн тирә-йүнде байҡап алды. Шунан ҡапыл ярҙың һөҙәгерәк еренә ынтылып ҡалҡынды, алғы аяҡтары ҡаты ерҙе тойҙо, ләкин көслө һыу ағымы арт һанын күтәрергә бирмәне, әйләндереп алып та китте. Тән ойой, тартыша башланы.
– Балаларым бәләкәй, ҡатыным, инәйем нишләр... – Шулай айҡалаша торғас, баяғы һөҙәк ергә етәрәк Фәнил атты ебәрҙе лә дәртләндерҙе. – Әйҙә, малҡай! Әйҙә! Һоп! Һоп!
Айғыр бөтә көсөнә ярға ынтылды.
– Сыҡтыыыы!!! Ҡотолдо, – хужа ла еңелерәк һуланы.
– Бар, ҡайт! Бар!
Йырындан ҡар ҡатыш һыу һаман ажғырып аға ла аға, Сүгермәктең со­ҡоро инде һыу менән күҙҙәй тулды. Ул, артылып, аҫҡа табан, Әнәфи йырынына аға башланы. Ә өйрөлтмәк ирҙе һаман ебәрмәй, уртала әйләндереп тик йөрөтә.
Кейемдәр еүеш, итектәр ауыр, сисергә кәрәк: сумды – берәүһенән ҡотолдо, тағы – икенсеһе йәбешкәнме ни, тартып сығара алманы. Шул саҡ ауыл ҡарттарының аҡыллы кәңәше иҫенә төштө:
– Хоҙайым, ярҙам ит! – Фәнил өй­рөлтмәктең уртаһына сумды ла, самалап, ҡапыл ярға ынтылды.
– Ыһ! Сыҡты! Килеп сыҡты!!!
Ҡулдары менән яр буйындағы былтырғы ҡоро үләнде ҡармап хәл алып торҙо, шунан теше-тырнағы менән ергә йәбешеп, мүкәйләп яр башына менде лә салҡан тәгәрәне.
Уффф! Иҫән ҡалды. Үлем менән йәшәү араһында үҙенә ғүмер һораған Фәнил был ваҡытта Хоҙай Тәғәләнең уның алдағы юлдарын асҡанын белмәй ине әле...
Һаман китмәй хужаһын көткән аты бышҡырып эргәһенә килде, мороно менән битенә төртөп-төртөп алды.
– Ятырға ярамай, – тип уйланы ағай.
Аты ла дер-дер ҡалтырай. Ир, аҡтыҡ көсөн йыйып, тубыҡланды, дүрт аяҡлы дуҫының ялына тотоноп, ҡалтырана-ҡалтырана саҡ баҫты.
– Саптарым! – хужаһы атының муйынын ҡосаҡлап, тын алып торҙо. Күҙҙәре йәшләнде...
Яҙғы ташҡын ярһыуын еңгән, үлем­дән ҡотолған Фәнил, тормоштоң йә­мен, ҡәҙерен белеп, халҡым, тип йәшнәп йәшәне: фермалар төҙөттө, ауылдарға юлдар күтәртте, һыуҙар үткәртте. Ағас нәҫеле – ерҙә, ир нәҫеле – илдә, тип, ҡасандыр атаһы Фахразый башлап йөрөп төҙөгән колхозды районда ғына түгел, республика кимә­лендә алдынғылар рәтенә сығарыуға өлгәште ир уҙаманы.
Фото: Гөлназ НАФИҠОВА
Читайте нас