Махсус биттәр
18 Августа 2020, 03:47

Еңеүселәр затынан

– Ялҡманыңмы әле стройҙа йөрөп? Ҡайҙан ғына бында уҡырға индем, тип терһәгеңде тешләмәйһеңме? – тип РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт институтында икенсе курсты тамамлаған Нурислам Мөхәмәҙиевтан һорайым. – Юҡ, һис тә ялҡманым, киреһенсә, әлдә ошонда уҡырға индем, тип һөйөнөп бөтә алмайым, – Нурислам киң йылмая. – Яҡтыкүлдә янғын һүндереүсе булып эшләгән Сәлих ағай Вәлиев элек ошо юғары уҡыу йорто тураһында һөйләп, ҡыҙыҡтырғайны, һигеҙенсе синыфтан алып, их, шунда уҡырға инергә ине, тип хыялландым. Шөкөр, хыялым тормошҡа ашты. Буласаҡ һөнәрем күңелемә ятҡас, рәхәтләнеп уҡыйым, бер ауырлығын да тоймайым. Бигерәк тә физик культура буйынса электив курстар, янғын һүндереү-строевой әҙерлек, газ-төтөндән һаҡ­ла­ныуға әҙерлек кеүек дәрестәр ныҡ оҡшай.

Бик абруйлы һанал­ған юғары уҡыу йортона Нурислам уҡырға ингәндә дүрт йөҙҙән ашыу кеше һынау тота. Баш­ҡортостандан өс урынға туғыҙ кеше дәғүә итә. Уларҙың төркөмөндә башҡорттарҙан Нурислам бер үҙе генә. Әбйәлил районының Байым урта мәк­тәбен алтын миҙалға тамам­лаған спортсы егет милләтебеҙ йөҙөнә тап төшөрмәй, гел алдынғылар сафында йөрөй. Имтихандар мәлендә күп фәндән “автомат” алған егет аҙна һайын үткәрелгән ярыш­тарҙа ла даими ҡатнаша. Мәҫәлән, волейбол, еңел атлетика буйынса эстафетала уларҙың һигеҙ кешенән торған командаһы беренселекте бер кемгә лә бирмәй.
– Бында көн тәртибе ар­миялағы кеүек, – тип Нурислам һүҙен дауам итә. – Иртән сәғәт алтыла һикереп торабыҙ ҙа, биш минут эсендә шәп-шәп кенә кейенеп, сафҡа теҙеләбеҙ. Артабан – 35 минут йүгереү, зарядка. Йыуынып алғас, иртәнге ашҡа барырға теҙеләбеҙ. 9-сы 15 минутта уҡырға барырға сафҡа баҫабыҙ. Дәрестәр сәғәт көндөҙгө икегә йә дүртенсе яртыға тиклем дауам итә. Икелә – төшкө аш. Шуның араһында шәхси ваҡыт бирелә. Бишенсе егерме минутта үҙаллы әҙерлеккә барырға теҙеләбеҙ. Аҙаҡ киске аш һәм йоҡларға ваҡыт етә. Тик сафта ғына йөрөйбөҙ. Былай ғына йөрөп ятҡаныңда тотолһаң, сираттан тыш нарядҡа эләгәһең. Коронавирус арҡаһында өс ай бер ҡайҙа ла сыҡмай, бикле яттыҡ: казарма, уҡыу бинаһы һәм ашхана араһында ғына йөрөлдө, увольнениеға сығар­манылар. Уҡыу мәлендә практикаға ут һүндерергә барҙыҡ. Төшкө ашҡа тиклем, сәғәт берҙә, сығып киткәйнек, киске сәғәт туғыҙҙа ҡап-ҡара булып бысранып, баштан-аяҡ һыу­ланып, асығып, саҡ ҡайтып индек. Ике ҡатлы йорт мунсаһы менән бергә янды. Уны һүндереп, “рукав”тарҙы йыйып ҡына бөткәйнек, тағы ла бер адреста янғын сығыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Шул адрес буйынса барһаҡ, ике йорт яна. Бер өй янып киткән дә, ялҡынынан юл аша торған өйгә ут ҡапҡан... Янғын – бик ҡурҡыныс күренеш. Ләкин күптәр был турала уйлап та ҡуймай. Кисә генә кемдәрҙер шәм ҡуйылған һауа шарҙарын күккә осорҙо. Шулар ергә төшһә, ут сығыуын көт тә тор. Көндәр шундай эҫе, кескәй генә осҡондан да, хатта шешә ярсығынан да ут сығыуы ихтимал. Форсаттан файҙаланып, кешеләрҙең иғти­барлы, яуаплы булыуын һорар инем.
Буласаҡ янғын һүндереүсе Нурислам – бәләкәй сағынан ҡышын саңғыла шыуып, йәй­геһен футбол уйнап үҫкән бала. Туйыш ауылының бер урам балалары Фәнзил, Ғәзиз, Айгүзәл менән гел дә бергә булалар, әлегәсә дуҫлыҡтарын өҙмәй, аралашып йәшәйҙәр. Мәктәпкә уҡырға бармаҫ элек үк Максим Чудовты кумир итеп күргән Нурислам гел дә “Максим булып” ярыша, әсәһенән биат­лонсыныҡы кеүек шапка ла тектереп ала.
– Нурислам бәләкәйҙән, беҙҙе аптыратып, бөтә илдәрҙең флагын танып, һүрәтен төшөрөп, биатлон­сыларҙың ҡайһы илдән икәнен әйтеп ултырҙы, – ти әсәһе Гөлниса Ғелмитдинова. – Ике-өс йәшендә куртканың еңдәрен ҡырҡтырып, минән номер яҙҙырып, бәләкәй генә саңғыһын кейә лә, урамды бер нисә тапҡыр урап килеп, йығылып китә, шунан “ата”. Тренерым булырһың, тип мине лә шунда баҫтырып ҡуйып, ул “финиш”ҡа килеп етһә, еңеүенә икәүләшеп ҡосаҡлашып ҡыуанабыҙ. Хас та телевизорҙа күргәненсә ҡыланабыҙ. Биш йәшендә, көс­ләшеп, Баттал ауылына ярышҡа барҙы. Шунда сәй эсеп ултырғанда физкультура уҡытыусыһы Муса Бирғәлин, үҙең бәләкәй генә булһаң да, аяғың ҙур икән, ти. Нурислам, сәйен һемерә-һемерә: “Әй, бының эсендә ишшу быйма бар”, – тигәс, барыһы ла ятып көлдө. Әйт­кәндәй, иң бәләкәй саңғының да ботинкаһы уға ҙур булғас, быйма менән ҡуша кейгәйне. Шунда 500 метрға ярышта Нурислам да ҡатнашты. Уф, өлкәндәр этеп йығып ҡына китә инде улымды, тип ут йотоп, офоҡҡа ҡарайым. Бер заман балалар күренде, ә Нурислам юҡ. Тороп ҡалды инде, исмаһам, иң аҙаҡтан булһа ла килеп етһә ярар ине, тип теләп торһам, бер заман улымдың ҡыҙыл майкаһы күҙгә салынды. Елдереп килә, берәүҙе үтте, икенсене, өсөнсөнө.... Бер уҡыусы малай менән финишҡа бергә килеп еттеләр. Баҡтиһәң, ысынлап та, уның саңғыһына баҫҡандар ҙа, ул йығылып ятып ҡалған. Ләкин улым бирешмәй, еңеүселәрҙең береһе булып танылды. Нурисламды маҡтап, пьедесталға баҫтырып, шашка-шахмат бүләк иттеләр. Бүләк тик ятмаһын өсөн шашка-шахмат уйнарға тотондоҡ. Аҙаҡ саңғы менән дә шөғөлләнде, бейеүгә лә йөрөп өлгөрҙө, гимнастикала ла юғары уңыштарға өлгәште, уҡыуҙа ла һынатманы.
Бына шундай ул Нурислам Әхтәм улы Мөхәмәҙиев – еңеүселәр затынан. Халҡыбыҙҙың йөҙөн яҡтыртҡан яҡташыбыҙҙың уңыштарына нисек ҡыуанмайһың?!
Фото: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Читайте нас