1 стакан йылы һыуға яртышар балғалаҡ тоҙ менән шәкәр, 20 г ҡоро сүпрә һалып бутарға. 15 минуттай ҡабарғас, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, 3 –3,5 стакан он һалып, йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Уның өҫтөн ҡаплап, 1 сәғәткә ҡабартырға йылы урынға ҡуйырға.
Ул арала фарш әҙерләргә. 500 г артыҡ майлы булмаған итте эре тишекле ит үткәргес аша үткәреп, уға ваҡлап туралған ике һуған, 100 мл һыу, тәменә ҡарап тоҙ, ҡара борос һалып, яҡшылап бутарға.
Ҡабарған ҡамырҙы бүҙәнә йомортҡаһы ҙурлығындағы өлөштәргә бүлеп йәйергә. Йәймәнең уртаһына 1 ҡалаҡ фарш һалып, бәрәмәс бөрөргә. Уларҙы үҫемлек майында ике яҡлап (тәүҙә асыҡ яғын аҫҡа ҡаратып һалырға) алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға. Бешеп сыҡҡан бәрәмәстәрҙе салфетка өҫтөнә һалып, артыҡ майын һеңдереп алырға кәрәк.
Ғаиләбеҙ ошо тәмлекәс менән сәй эсергә ярата. Әҙерләүе еңел генә, арзан да.
1 ҡап (400 – 500 г) шоколадлы прәникте түңәрәкләп йоҡа телемдәргә (3 телемгә) бүлергә. Уны һауытҡа теҙеп һалғас, ҡаймаҡ һыларға, өҫтөнә банан телемдәрен теҙергә. Артабан тағы ла шундай уҡ ҡатламдар эшләргә. Был тортты кистән эшләп, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Иртәнге табынға бынамын тигән тәмлекәс әҙер буласаҡ.