Махсус биттәр
30 Апреля 2020, 03:07

“Йондоҙло табын” - Розалия ИҘЕЛБАЕВА-ҠАРАСУРИНА

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Нефтекама филармонияһы артисы Розалия ИҘЕЛБАЕВА-ҠАРАСУРИНА бүлешә.

Өлөш

Сөм табаға йәки суйын ҡаҙанға артыҡ ваҡ итмәй генә туралған итте (мин ғәҙәттә ярты ҡаҙ алам. Шулай уҡ һыйыр, һарыҡ, йылҡы ите лә ярай), картуфты, кәбеҫтәне, ки­шерҙе, һуғанды теҙеп һалам. Йылымыс һыуға 1 ҡалаҡ хмели-сунели тәмләткесе менән самалап тоҙ һалып бутарға ла ит менән йә­шелсәнең өҫтөнә ҡойорға.

Өлөштө талғын утта сәғәт ярым бешерергә. Табынға биргәндә йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәргә. Шулай уҡ ҡоротлап һурпаһын да эсергә була.


“Байрамдан һуң” салаты

Ғәҙәттә, байрам табынынан һуң һыуытҡыста аҙ-аҙлап төрлө ризыҡ ҡала. Уларҙан мин икенсе көндө салат эшләргә яратам. Тәмле лә була, аҙыҡ-түлек тә әрәмгә китмәй.

Ҡыяр, консерваланған кукуруз, корейса кишер, һарымһаҡ, “Кириешки” сухарийы, бешкән йомортҡа, ит, йәшел тәмләткестәр һәм майонезды бутарға. Бына тигән ризыҡ әҙер.


Фото: Т.Аманов
Читайте нас