Махсус биттәр
10 Апреля 2020, 01:58

Әбйәлил ҡыҙы Рәмзиә

Башҡаларҙың ҡайғы-хәсрәтенә битараф булмауы, кешеләргә һәр саҡ ярҙам итеүеөсөн билдәле тележурналисты “Мать Тереза” тип йөрөтәләр Миңә үҙ ғүмеремдә тыуған яҡтан ситтә йәшәгән әбйәлилдәр менән күп аралашырға тура килде. Шуныһы ҡыуаныслы, бер ҡасан да яҡташтар өсөн йөҙөм ҡыҙарғаны булманы, һәр ваҡыт ғорурлыҡ һәм һоҡланыу тойғолары ғына кисерергә насип итте. Әбйәлилдәр башҡаларҙан берҙәмлеге, ихласлығы, ҡунаҡсыллығы, бер-береһен туғанындай тартып, аралашып йәшәүҙәре, кәрәк саҡта ярҙам итергә әҙер тороуы менән айырыла. Электән, Өфөлә үткән студент саҡтарҙан, шулай булды. Әлеге йәштәрҙең дә райондан ситтә шул матур сифатҡа тоғро ҡалыуҙарына ҡыуанам.

Бөгөн баш ҡалала йәшәүсе шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе – Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" программаһы журналисы Рәмзиә Кәримова-Байбулатова тураһында һөйләргә теләйем. Өфө урамында осраҡлы тап булышҡас, уның туғанындай күреп ҡосаҡлап күрешеүе, ай-вайға ҡуймай өйөнә алып ҡайтыуы яҡташтарым тураһындағы ыңғай фекеремде тағы нығытты ғына. Һөйләшә торғас, Өфөлә йәшәгәне бирле Рәмзиәнең йортонда төрлө йомош менән ярты Әбйәлил халҡының булып киткәне асыҡланды. Ә бына уның ире, шулай уҡ Әбйәлил егете Илдар Байбулатовтың һөйләгәндәре, моғайын, иң ҡыҙығы булғандыр...

Илдар, уҡырға ингәс, Хәлилдән Өфөгә ауылдаш апай менән бергә килә. Баш ҡалала туҡтар урындары юҡ. Поездан төшкәс, был апай: "Әйҙә, мин һине бер фатирға алып барам, унда күрше Әбделмәмбәт ауылы ҡыҙы йәшәй. Бөтә Әбйәлил шул Рәмзиәлә туҡтап йөрөй ул", – ти. Барһалар, ысынлап та, абитуриенттар, ауылдан йомош менән килгәндәр хатта иҙәндә лә теҙелешеп йоҡлап ята. Хужабикә үҙе командировкаға киткән, тип әйтәләр. Илдар, урын тапҡансы, үҙен күрмәйенсә, ҡыҙҙың ҡуртымға алған фатирында бер аҙна йәшәп сыға. Шул хужабикәнең Рәмзиә булғанын аҙаҡтан бер телетапшырыу төшөргән саҡта танышҡас ҡына белә ул.

Ғөмүмән, миһырбанлыҡ, киң күңеллелек, йомартлыҡ, ауыр хәлдәге кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороу – Рәмзиәнең холҡондағы төп сифаттар. “Мать Тереза” тип юҡҡа атамайҙар уны. Башҡаларҙың ҡайғы-хәсрәтенә битараф була белмәй, берәйһе дауаханала ятҡанын ишетһә, хәлен белергә барып етә, йыш ҡына ауырыу балаларға, инвалидтарға, ауыр ситуацияға юлыҡҡан кешеләргә ярҙам ойоштороу, төрлө льгота, пособие юллау менән шөғөлләнә, хәйриәлеккә бер ваҡытта ла аҡсаһын да, ваҡытын да, күңел йылыһын да йәлләмәй, хәленән килгәнен бүлешергә ашҡынып тора. Ныҡ кәрәккәндә юғары дәрәжәле, ҙур вазифалы кешеләрҙе борсорға ла саялығы етә. Үҙенең дә билдәле шәхес булыуы киң мөмкинлектәр аса. Ул ярҙам иткән кешеләрҙең иҫәбе-һаны юҡ, шуға командировкаға республиканың ҡайһы төбәгенә барһа ла, ҡолас йәйеп үҙен көтөп торалар. “Кешенең рәхмәте төшә” тигәнгә ысын күңелдән ышана Рәмзиә. Уның әкиәт булып тойолған пландарының да уйламаған ерҙән бойомға ашып ҡуйыуынан, тормошоноң үҙе хыялланғанса матур ҡоролоуынан, үҙен тик яҡшы кешеләр уратып алыуынан, ғаиләһендә бәхетле булыуынан сығып, изгелек бумерангы ысынлап та эшләй, тигән һығымта яһап ҡуяһың.

Бала сағы тураһында тыңлаһаң, геройымдың бөгөнгө булмышына өләсәй тәрбиәһе тәрән эҙ һалыуын аңғараһың. “Ағайым менән мине өләсәйем көттө. Сөнки атайым беҙ бәләкәй саҡта мәрхүм булған, ә әсәйем ауырыған, – тип һөйләй Рәмзиә. – Фәхрийыһан өләсәй беҙҙе көтөргә алғанда 70 йәшкә аяҡ баҫҡан була, ә үҙе иҫ белгәнемдә лә колхозда эшләп йөрөй, мал тота, һыҙырып бесән саба, утарға гектарлап сөгөлдөр ала ине. Бер ваҡытта ла беҙҙе иҫке кейемдә йөрөтмәне, иртән тороуға усаҡ яғылған, ашарға бешкән булды, хатта мәктәпкә оҙатып ҡуйыр, ҡаршы алыр ине. Ағайым миҫалында ир-атҡа ҡарата ихтирам тәрбиәләне, эшкә, тәртипкә өйрәтте. Бәләкәс саҡта ыҙғышып китеп, "Мөнир ҙә миңә һуҡты бит", – тип ошаҡлашһаң, яуабы: "Ир һуҡҡан ер тамуҡта янмай", – булыр ине. Мин дә хәҙер балалар алдында атайҙарының абруйын төшөр­мәҫкә, уның һүҙе гел һуңғыһы булырға тейеш, тип тырышам. Өләсәйемдең тағы бер һабағы – белемгә ынтылыш тыуҙырыуы. Китап тотоп ултырһаң, аяҡ осона баҫып йөрөр, хатта эш ҡушмаҫ ине”.

Шуға ла ул Рәмзиәне төплөрәк белемгә эйә булһын өсөн Өфөләге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға бирә. Бәләкәй сағынан уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ мәктәптән һуң БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетын һайлай. Өләсәһенә матди яҡтан ауырға тура килмәһен тип, ҡыҙ йәйҙәрен төҙөлөштә лә эшләй, йәйләүҙә һыйыр ҙа, бейә лә һауа. Йәштәштәрен кейем-һалым, биҙәнгестәр ҡыҙыҡһындырған саҡта Рәмзиәне ауылда яңы өй һалдырыу мәсьәләһе борсой. Өләсәһенә күрһәткән изгелектәре өсөн шулай рәхмәт белдерергә теләй ул. “Эшләп тә йөрөгәс, стипендияға ла өлгәшкәс, ағайыма аҡсалата ла, ойоштороу мәсьәләләрендә лә ярҙам итә алдым. Урмандан ағас сығарттырыу, таҡта ярҙыртыу кеүек ирҙәр бурыстарын да үҙ елкәмә алырға тура килгеләне. Нисек булһа ла, өләсәйем яңы, заманса өйҙә үҙенең бүлмәһендә, газға, йылы һыуға, башҡа уңайлыҡтарға ҡыуанып, автомат кер йыуыу машинаһы тотоноп йәшәргә өлгөрҙө. Ул 97 йәшкә етеп донъя ҡуйҙы. Шундай бәхет бүләк итә алыуыбыҙға шатмын”, – ти Рәмзиә Рафаил ҡыҙы. Үҙе лә ошонда ҡайтып, урындағы мәктәптә уҡытыу өсөн күргәҙмә әсбаптар, китаптар йыя, фотоаппарат һатып алып, яҙыусылар менән осрашыуҙарҙы, башҡа әҙәби сараларҙы мәңгеләштерә, киләсәктә уҡыусыларына һөйләү өсөн материалдар туплай.

Тик 4-се курсҡа еткәс, йәштәрҙе телевидениеға эшкә саҡырыусы иғлан ҡыҙҙың бөтә планын үҙгәртә. Конкурсты үтеп, бергә уҡыған бер нисә иптәше менән тележурналистар булып эш башлайҙар. Һәм бына Рәмзиә Кәримова 25 йыл инде ошо ҡатын-ҡыҙ өсөн еңелдән булмаған йөктө тарта. “Яңылыҡтар хеҙмәтендә башҡа урында эшләп ҡарамағандар ғына тороп ҡала. Ошо уҡ аҡсаны мин башҡа тынысыраҡ, мәшәҡәте әҙерәк ерҙә лә таба алам тип уйлай башҡа кеше”, – тигәнде бер нисә тапҡыр ҡабатланы ул. Ысынлап та, телевизор ҡараусылар көн һайын яңы мәғлүмәттәр, көнүҙәк темаларҙы тиҙерәк еткереп тороу өсөн репортерға ни тиклем етеҙ, өлгөр, яуаплы, һәр өлкәлә белемле һәм ҡыйыу булырға кәрәклеген аңлайҙыр. Бөгөн һин янғынды, иртәгә ташҡынды, йә ферманы, йә берәй халыҡ-ара форумды йәки Аҡ йорттағы кәңәшмәне яҡтыртаһың. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ байтаҡ йылдар “президент пулы” тип йөрөтөлгән командала ла эшләй. Йәғни республика башлығы ҡайҙа – пулдағы журналистар ҙа шунда. Унда иһә иртәнән ҡара төнгә хәтлем Башҡортостандың төрлө төбәгенә йөрөп эшләү талап ителә. Йыш ҡына, ҡасан ҡайтып етеүҙәренә ҡарамай, төшөргән сюжеттарын эфирға әҙерләмәйенсә, өйгә лә ҡайтып китә алмайҙар. Күп осраҡта тура репортаждар яһарға тура килә. Ә был иһә төрлө өлкәлә компетентлы булыуҙы, закондарҙы, сәйәсәтте, иҡтисадты һ. б. белеүҙе, ҡыҫҡаһы, даими рәүештә үҙ өҫтөндә эшләүҙе талап итә (Рәмзиә шуға икенсе юғары белемде иҡтисад буйынса алған да инде). Эфирға сығыр алдынан ниндәйҙер китаптан йә интернеттан өҫтәмә мәғлүмәт эҙләп торорға ваҡытың юҡ – бөтәһе лә башыңда, хәтер һан­дығыңда булырға тейеш. Шуға һәр ваҡыт әҙерлек хәлендә, һәр ваҡыт юлда. Байбу­латовтарҙың бөтә тормошо ошо эшкә ҡулайлаштырып ҡоролған. Фатирҙары телеүҙәктең эргәһендә булыуынан алып. Теләһә ҡайһы ваҡытта эшкә саҡырып алыуҙары мөмкин. Улар шулай өйрәнгән һәм барыһын да тыныс ҡабул итә. Оҙаҡ йылдар “Яңылыҡтар”ҙа репортер булған Илдар Зөлфәр улының да эше бик көсөргәнешле һәм яуаплы. Ул сығарылыш мөхәррире вазифаһын башҡара.

Ғәҙәттә, эш тип янған кешеләрҙең көнкүреше аҡһай. Ысынлап та, бөтә яҡтан шәп булып бөтөп булмай, һәм бының бер ғәйебе лә юҡ. Әммә Байбулатовтарҙың эске зауыҡ менән ҡотло итеп ҡоролған йортона, Алтынай һәм Айгүзәл исемле бик аҡыллы,тәрбиәле ҡыҙҙарына, осраҡлы тап булып барып ингәндә лә хужабикә үҙ ҡулдары менән әҙерләгән, өҫтәл тулы һыйға ҡарап, Әбйәлил ҡыҙының был яҡтан да булдыҡлылығын маҡтап үтмәйенсә булмай. “Ә бит ваҡыты тығыҙ булған һайын кеше күберәккә өлгөрә ала, – тип яуаплай ул. – Мин ялда уҡ аҙнаға етерлек ризыҡты әҙер­ләп, туңдырып, һалма ҡырҡып, бил­мәндәрҙе бөрөп, туңдырғысҡа һалып ҡуям. Ғаиләмде үҙем әҙерләгән ризыҡ менән генә туҡландырырға тырышам. Хәҙер ҡыҙҙар ҙа үҫте, ярҙам итәләр. Элек тынғыһыҙ эш арҡаһында балаларыма тейешле иғтибар бирә алмағаныма йәнем үртәлә торғайны. Хәҙер киреһенсә ҡыуанам: ҡыҙҙарым үҙаллылыҡҡа өйрәнгән, эш белеп үҫкән”.

Үҙ өлгөһөнән сығып, өләсәй тәрбиәһен күберәк алып ҡалһындар тип, Рәмзиә ҡыҙҙарын ауылда йөрөтөргә тырыша. Йәйге ялдарын диңгеҙ буйында түгел, ә Хәлилдә баҡса үҫтерешеп, бесән әҙер­ләшеп үткәрә улар. Ҡәйнәһе Рабиға Зыя ҡыҙы – иң яҡын әхирәте, уның менән һөйләшергә, серләшергә ярата. “Беҙҙең уртаҡ яҡтарыбыҙ күп, тормошҡа ҡара­шыбыҙ, зауығыбыҙ, пландарыбыҙ оҡшаш. Ҡәйнәм менән ҡайныма мин улдарына күркәм тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәт­лемен. Илдарҙы ысын ғаилә башлығы итеп үҫтергәндәр”, – ти ул.

Экранда беҙ күберәк Рәмзиәне рәсми ҡоро телдә сығыш яһағанын күреп өй­рәнгәнбеҙ. Тормошта ул киреһенсә йор, тапҡыр телле әңгәмәсе булып сыҡты, һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере, үҙ ҡарашы, үҙ фәлсәфәһе булыуы оҡшаны. “Хәҙер тормош яһалмаға әйләнде, – тип үҙен борсо­ған уйҙары менән дә уртаҡлашты. –Бөгөн социаль селтәрҙәр аша бер тапҡыр саңғы тағып сығып, үҙеңде спортсы итеп, йә бер тапҡыр бәлешең уңып бешһә, оҫта ашнаҡсы итеп “танытырға” мөмкин. Тик һин ошо һыйлы табыныңды яҡын кешеләрең менән уртаҡлашаһыңмы? Спортсы булып, сәләмәт йәшәү рәүешенә башҡаларҙы ла ылыҡтыраһыңмы? Йәғни һүҙең эшеңә тура киләме? Шулай уҡ хәҙер «туған тел» тип лаф ороусылар күбәйҙе. Тик йыш ҡына шул кешеләрҙең балалары башҡортса һөйләшә белмәй булып сыға. Беҙҙә тоталар ҙа йәмғиәтте тәрбиәләй башлайҙар. Ә тәрбиәне үҙеңдән, ғаиләң­дән башларға кәрәк. Миңә, мәҫәлән, күрше-тирәм: “Эргәбеҙҙә туған телендә һөйләшкән матур башҡорт ғаиләһе йәшәй”, – тип һоҡланһа, шул етә. “Әбйә­лилдәр бит ул” тип өҫтәп ебәрһәләр –уныһы инде иң ҙур бәхет...”

Байбулатовтарҙы күрше-тирәһе нәҡ шулай атап йөрөтөүен ишеткәнем бул­маһа ла, иманым камил. Ә бына уларҙың татыу, мөхәббәтле ғаиләһенә, Рәмзиәнең уңған хеҙмәткәр, әсә булыуына һоҡла­ныуҙарын күп кешенән ишетеп-белеп йөрөйөм. Һәм яҡташтарым булыуҙарына ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм.
Фото: Т,Аманов
Читайте нас