Махсус биттәр
6 Февраля 2020, 02:57

Беҙҙең Самат ағай

Беҙ уға рәсми рәүештә Самат Исҡужа улы тип өндәшһәк тә, үҙ-ара һөйләшкәндә “Самат ағай” тип йөрөттөк. Уның менән эшләгән йылдарҙы иҫкә төшөргәндә: “Мин тәүге мөхәрриремдән уңдым”, – тип ҡабатларға яратам. Һәр кемдең тормошонда яҙмышын дөрөҫ юҫыҡҡа бороп ебәргән остаз булалыр. Минең өсөн ул тап ошондай абруйлы шәхес, тәүге һөнәри аҙымдарҙы яһарға өйрәткән етәксемә рухи таяныс булыуы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлемен.

Мөхәрриремә ҡасандыр үпкәләгә­немде йәки уның үпкәләгәнен хәтер­ләмәйем. Сөнки Самат ағай ҡул аҫтындағыларҙы, гәзит уҡыусыларҙы, ғөмүмән, барыһын да яратты, хөрмәт итте. Әле лә кешелекле, изге күңелле ул. Яҙған һәр мәҡәләне уға бирәбеҙ. “Бер аҙ төҙәттем инде”, – тигән була, ә ҡулъяҙмаң – сып-сыбар! Тик бер ваҡытта ла мәҡәләңдең хатаһы, етешмәгән ере өсөн тәнҡитләмәй, төплө кәңәшен бирә, төҙәтә. Ә коллективының уңыштарына бала кеүек ҡыуаныуы! Хәбәрселәр маҡтап телгә алынһа, ижади конкурс­тарҙа еңеү яулаһа, журналистың үҙенән бигерәк етәксебеҙҙең түбәһе күккә тейә! Кемделер айырыу, өҫтөн күреү уға хас түгел, барыһына ла тигеҙ ҡарай белде. Күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған редакция коллективында берәй низағ килеп тыуһа, ике яҡты ла тыңлай, тыныс ҡына хәл итә ине.
– Самат Исҡужа улы “ҡара” эштәрҙән дә баш тартманы: хаталарҙы ла төҙәтте, командировкаға ла йөрөнө, мәҡәләләр ҙә яҙҙы, тәржемә лә итте, хаттарҙы баҫыуға әҙерләне. Гәзит сыҡҡан көндө кемдер өлгөрә алмай, башҡаларҙы тотҡарлаһа, ярҙамға тәү сиратта мөхәррир үҙе ашыға торғайны. Ҡабалан саҡта хәбәрсе ҡулы аҫтынан сыҡҡан ҡағыҙ биттәрен берәм­ләп мөхәррирләй һалып, машинистка­ларға йүгертеп ташыуҙан да ҡыйынһынып торманы. Талапсанлығы булһа ла, “ҡамсы менән перәник” араһында ул һәр саҡ һуңғыһын һайланы, бер ҡасан да ҡаты бәрелмәй, кешенең хәленә инә белде. Етәксе кешелә мотлаҡ булырға тейешле һығылмалылыҡҡа, дипломатияға эйә булды, шул уҡ ваҡытта төп эшкә – гәзиткә зыян килтермәүҙе лә ҡайғыртты. Редакция шундай урын: унда күберәк ҡағылған-һуғылған, проблемалы кеше­ләр яҡлау эҙләп, кәңәш һорап йә, һис юғы, эс-бауырын бушатырлыҡ тыңлаусы табырға теләп килә. Һәр береһенә ваҡытын, йылы һүҙен йәлләмәй, ҡайһы саҡ “ҡыҙҙар, апаға йә инәйгә сәй эсереп сығарығыҙ” тип беҙҙе лә өтәләп торған редакторҙы кем яратмаһын?! – тип һөйләй уның менән оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәп эшләгән Рәхимә Мусина.
Йәшермәйем, Самат Исҡужа улының сығышы менән икенсе райондан булыуын тәү тапҡыр ишеткәс, аптырауымдың сиге булманы. Нисек инде, Әбйәлил өсөн оло тырышлыҡ күрһәткән, район мәнфәғә­тенә бар күңелен һалып эшләгән етәксем Баймаҡтан булһын? Мөхәрриребеҙ хатта халыҡ араһында киң таралған “Әбйәлил” йырының авторы ла!
Баҡһаң, ул Үрге Ғәҙелбай ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә донъяға килгән. Олатаһы Ҡәнзәфәр үҙ заманының уҡымышлы кешеһе була. Репрессия осоронда дин әһелдәре, муллаларҙы эҙәрлекләү башланғас, ике йөк китабын ат арбаһында тау артына алып барып йәшерә. Туҙға төрөп китап күмгән ерҙе бер улына күрһәтеп ҡалдыра. Үкенескә күрә, был тиңһеҙ хазинаны балаларына ҡаҙып алырға насип булмай – серле урынды белгән Ишбулды йәш кенә көйө Бөйөк Ватан һуғышында башын һала.
Самат бала саҡтан уҡ белемгә тартыла – йортҡа бер ҡосаҡ гәзит-журнал килгәндә уларҙы уҡымау мөмкинме һуң? Атаһы ла, әсәһе лә район һәм республика гәзиттәрен йотлоғоп уҡый. Колхоз эшендә тир түккән Исҡужа ағай ауыл хужалығы эштәре таблицаһын күҙәтеп бара, үҙҙәренең хеҙмәт барышы менән сағыштыра. Ир Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы уңышлы хеҙмәте өсөн миҙал менән дә бүләкләнә.
Колхоздың алдынғы трак­торсыһы, комбайнсыһы, кукуруз­сыһы комбайн салғыһына ҡулын йәрәхәтләй. Шун­лыҡтан Исҡужа ағай хеҙмәт урынын алмаштырырға, почтальон булып эшкә урынлашырға мәжбүр була. Беренсе Этҡол мәктәбендә белем алған Самат, атаһына ярҙамлашыу өсөн, дәрестән ҡайтышлай корреспонденцияны тейәп ала һәм йәйәүләп ауылына ҡайта. Малай ошо осорҙа “Правда”, “Труд”, “Советская Башкирия”, “Известия” гәзиттәре менән яҡындан таныша, бер һанын да ҡал­дырмай уҡып бара. 5-се класс уҡыусыһы хаттар таратҡанда уларҙы һөйөнсөләп тапшырырға ярата. Ә әрменән сәләм көткән апайҙарға хат килтереп: “Бер лампасый!” – тип үк ебәрә.
Һигеҙенсе кластан һуң, әсәһе яҡлап олатаһы, империалистик, Граждандар һуғышта­рын үткән Нотфулла Хәмитов үҫмерҙе Сибайға педагогия училище­һына алып килә. Уҡыу йортон тамам­лағас, Самат Башҡорт дәүләт универ­ситетының башҡорт-рус бүлегенә юл тота. Бында ул гәзит сығарыу менән мауығып китә. Һабаҡташы Зәки Мәүлетбаев яҡын фекерҙәшенә әйләнә, дәртле егеттәр “Шоңҡар” стена гәзитен ойоштороп ебәрә. Училищелағы кеүек үк, вузда ла әҙәби түңәрәктә ҡайнаған Самат “Совет Башҡортостаны” гәзитендә ай һайын бер колонкалыҡ “Университет хәбәрҙәре”н баҫтырырға ла өлгөрә.
БДУ-ны тамамлағас, Самат Фәйзул­линды Сибай педагогия училищеһына эшкә ебәрәләр. Ул саҡта инде ике балалы ғаилә башлығына әйләнгән була. Тик фатир мәсьәләһен хәл итә алмайынса, Фәйзуллиндар Асҡарға килеп төпләнә. Ир уҡыуын Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында дауам итергә була. “Бер аҙҙан уҡытыусым Кирәй Мәргән вафат булғас, урамда тороп ҡалған кеүек булдым, – тип хәтерләй. – Институтҡа эшкә урынлашҡайным, минең менән бер кем ҡыҙыҡһынмай, хатта планымды раҫлаусы юҡ. Зыялыларҙың ҡағылып-һуғылып, тиҫтәләрсә йыл фатирһыҙ йәшәгәнен күреп туйҙым. Ҡул һелтәп, Асҡарға кире ҡайтып киттем. Етмәһә, район гәзитендә вакансия бар ине”.
“Районка”ла тәүҙә тәржемәсе, унан инде бүлек мөдире, радиотапшырыу­ҙарҙы ойоштороусы, мөхәррир урын­баҫары – Самат Исҡужа улы үҫеш баҫҡысы буйлап лайыҡлы күтәрелә. Ауыл хәбәрселәрен берләштереп, тотош мәктәп булдырыуға ирешә. Эшкә тилбер белгесте район хакимиәтенең ойоштороу бүлеген етәкләргә саҡыралар, артабан Асҡар ауыл хакимиәте рәйесенең тынғыһыҙ вазифаһын йөкмәтәләр.
Суверенитет, тип, әбйәлилдәр бер түгел, ун автобусҡа шығырым тулып Өфөгә юллана, ә Самат Исҡужа улы митинг ойоштороуҙың уртаһында ҡай­най. Шунсама халыҡты алып барыу, ашатыу, йоҡларға урын табыу яуаплылығын иңенә алырға һәр кем йөрьәт итә алмайҙыр.
Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс журналистика үҙ тотҡононан барыһын да ебәрәме һуң – Самат Фәйзуллин 1994 йылда яратҡан “районка”һына мөхәррир булып кире ҡайта. Коллектив яңы етәксене ҡуш ҡуллап ҡабул итә. Ә ул барыһын да ҡойма яңыртырға өмәгә сығара. Редакция машиналары өсөн гараж төҙөтә, бинаға ремонт яһата, тәҙрәләрҙе алмаштырта. Тора-бара Урал аръяғы редакцияларында тәүге цифрлы фотоаппарат, офсет ысулы менән гәзит баҫыу – мөхәррирҙең район гәзите өсөн ҡаҙаныштарын һанай китһәң, улар бик күп. Райондың ижад яратыусыларына ла “йәшел ут” аса, улар Асҡар типографияһында бер-бер артлы китабын сығарып ҡыуана. “Германия проекты менән Һиндостанда йыйылған гәзит баҫтырыу станогын һатып алдыҡ, ә аҡса район бюджетынан бүленде. Ғорурлығыбыҙ булған аппарат бер мәл ватылып ҡуйҙы, уға подшипникты ҡайҙан ғына эҙләмәнек! Магнитогорск металлургия комбинаты етештерә алманы, Өфөлә тапманыҡ, ахыр сиктә әмәл Японияла табылды! Кәрәкле деталде диңгеҙ аръяғынан яҙҙыртып алырға тура килде”, – тип һөйләй геройым.
Булмышы менән тыйнаҡ, ипле һүҙле һәм итәғәтле кеше булараҡ, мөхәр­риребеҙ оло сараларҙа күренеп барманы. Мәҫәлән, заманында район ҡоролтайын ойоштороп, асып ебәргән кеше булһа ла, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының дүртенсе йыйынына ғына делегатлыҡҡа ризалаша. Үҙенә маҡтаулы исемдәр юллау менән дә шөғөлләнмәне Самат ағай, күбеһенсә ҡул аҫтында­ғыларҙы хәстәрләне. Әлбиттә, ҡайһы бер яҡын күргән кешеләренең ике йөҙлө­лөгөн күтәреүе еңел булмағандыр, сөнки уның йомшаҡ холоҡло, изге күңелле булыуынан бәғзеләр оҫта файҙаланды. Әммә лайыҡлы кешенең абруйы һәр ваҡыт юғары булып ҡала.
Хәләл ефете Нажиә Әнүәр ҡыҙы менән тигеҙ ҡанатлы, матур пар булып донъя көтәләр. Ике ҡыҙҙы кеше итеп, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәренә лә ярҙам итергә тырыша Фәйзуллиндар. Балаңдың балаһы балдан татлы, улар тураһында һүҙ сыҡһа, олатай кеше сәғәттәр буйы туҡтамай һөйләйәсәк.
Бөгөн ул – дингә ныҡлы аяҡ баҫҡан аҡһаҡал, райондаштары тураһында иҫтәлектәр яҙа, дини йыйынтыҡтарҙы мөхәррирләй, йәмәғәт эштәрен, дини байрамдарҙы ойоштора. Ағайыбыҙҙың һәр саҡ алғы сафта, әүҙем, тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуы оло һоҡланыу уята.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас