Махсус биттәр
24 Ноября 2019, 02:07

Һанға һөйөү – ҡандарында

Иғтибарлы булһаң, иҫәп-хисап та теүәл була, ти утыҙ йыл бухгалтер булып эшләүсе Фәүзиә Моратшина

Бөрйән районының Тимер ауылында Фәтхиә менән Зөфәр Ғайсиндарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә Фәүзиә. Ике ир баланан һуң тыуған бәпескә атаһы исемде үҙе ҡуша. Һөйөклө генә булып үҫә башлаған сағында, аварияға эләгеп, атаһы һәләк була. Донъя йөгө бөтә ауырлығы менән әсәһе иңенә төшә.


Атайһыҙлыҡтың ни икәнен кескәйҙән татыған ҡыҙ мәктәптә тырышып белем ала, йотлоғоп китаптар уҡый, үҙен киләсәктә агроном итеп күрә. Алтын башаҡтар тул­ҡынланған баҫыу­ҙарҙы күр­һә, йөрәге ярһып тибә генә. Ошо ерҙә мин дә игендәр үҫтерәсәкмен, тип хыялдар ҡора. Әммә бала саҡ хыялы тормошҡа ашмай ҡала: әсәһе уға, агро­номға бар­майһың, тип нығытып әйт­кәс, Фәүзиә мәктәптән һуң Йоматау ауыл хужалығы тех­ни­кумының бухгалтерҙар әҙерләү бүлегенә документтарын тапшыра. Тормошто күргән әсәһе, агрономдың эше ауыр икәнен белеп, бер бөртөк ҡыҙын йәлләгәндер инде.


Бухгалтерға уҡып сыҡҡас, Фәүзиә тыуған районының “Бөрйән” совхозына эшкә ҡайта. Дипломлы йәш белгес бер йылдан Таһир Моратшинға кейәүгә сығып, баш балалары – Зөлфиә­ләре тыуа. Декрет ялынан һуң ПМК-ла эшләй, унан һуң “Сбербанк” филиалына эшкә инә. Алдына маҡсаттар ҡуйып, шуларға сабыр ғына өлгә­шергә ынтылған йәш ҡатын Башҡорт дәүләт аграр университетына ситтән тороп уҡырға инеп, юғары белем ала. Бер ишек ябылһа, икенсеһе мотлаҡ асылырына ышанысы аҡлана Фәүзиә Зөфәр ҡыҙының: банкта ҡыҫ­ҡартылыуға эләкһә лә, уны мини һөт заводына баш бухгалтер итеп эшкә алалар. Ә инде ун биш йыл Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында баш бухгалтер вазифаһын башҡарғас, ул тормошон тағы ҡырҡа бороп, район дауаха­наһына иҡтисадсы булып урынлаша.


– Ҡайҙа эшкә инһәм дә, бер ҙә шөрләп, ҡалтырап торманым, эш­ләнем дә киттем, сөнки яңы эшкә ҡурҡмай тотонам, – тип тыйнаҡ ҡына көлә Фәүзиә Моратшина. – Бухгалтерияны теүәл алып барыу өсөн үтә яуаплы булырға, башыңды эш­ләтергә кәрәк. Шулай уҡ баҫылып эш­ләүсән, түҙемле, намыҫлы бу­лыуың да шарт. Әсәйемде тыңлап, ошо һөнәрҙе һайлаға­ныма бер ва­ҡытта ла үкенмәнем. Һанай китһәң, зат-зәүеребеҙҙә бухгал­терҙар күп. Хәйбулла районында, “Таналыҡ” совхозында, Ғәрифә апайым баш бухгалтер булып эшләне, Алһыу апайым райондың финанс бүлеген етәкләне, Шәмсиә апайым да ғүмер буйы баш бухгалтер вазифаһын атҡарҙы... Һандар менән ныҡ дуҫмын. Төшкә инһә инәләр, әммә, шөкөр, күҙ алдында бейеш­мәйҙәр, тыңлаусан ғына булып, һалдаттарҙай теҙе­лешеп торалар. Иғтибарлы булһаң, иҫәп-хисап та теүәл була, тимәксемен. От­чет ваҡы­тында эштән һуң ҡалып, ярты төнгәсә лә ул­тырырға тура килде. Элек бөтөн папка-доку­мент­ты ҡо­саҡ­лап өйгә алып ҡай­тып, иҙән­дәрҙе тултырып йә­йеп һалып, отчеттар яҙырға ту­ра килһә, һуңғы йыл­дар­ҙа бөтә эш ком­пьютерҙа бул­ғас, эштә ҡа­лып, балансты те­үәл­ләнек.


Фәүзиә Зөфәр ҡы­ҙы­ның бухгалтерияла утыҙ йыл­лыҡ стажы бар, шуның егер­ме йылы баш бухгалтер ва­зи­фаһында үткән. Балаларын, Зөлфиә менән Әлиәне, ул уҡы­тыусыға уҡырға ебәрһә лә, һуңы­нан ҡыҙҙары барыбер иҡти­садсыға уҡып сығып, әлеге ваҡытта “Уралсиб”та эшләй. Улдары Ильяс Белорет педколледжында физкультура уҡы­тыу­сыһына уҡып йөрөй. Аҙаҡ уны ла һандар иле тарта башлаһа, бер кем дә аптырамаясаҡ: һандарға һөйөү – ҡандарында.


Ғәҙәттә, бухгалтерҙарҙы, иҡти­садсыларҙы үтә етди, ҡоро кеше­ләр итеп күҙаллайбыҙ. Ә донъя көтөргә әүәҫ булған Фәүзиә апай көләкәс кенә, шаян кеше. Ҡыҙыҡ­һынған шөғөлдәренең береһе – миләүшә сәскәләрен үҫтереү. Гөл яратҡан ҡатындың өйөндә уларҙың утыҙҙан ашыу төрө бар, шунлыҡтан тәҙрә төптәре йыл әй­ләнәһенә төрлө төҫ менән балҡып тора. Хаҡлы ялға сыҡһа, бөтөнләй иркенләп тотонор әле был шөғөлөнә. Сөнки, үҙе әйтеүенсә, ер шарында миләү­шәләрҙең 400-ҙән ашыу төрө бар, үҫтерәм тиһәң – йәйелеп китеп, өйҙө тултырып үҫтерергә мөмкин! Ә әлегә уны һандар нығыраҡ ылыҡ­тыра. Бухгалтерия Фәүзиә Зөфәр ҡыҙы өсөн бер ҙә ҡара урман түгел, ә ап-асыҡ, аңлайышлы, яҡын булған яҡты донъя, һәм ул унда – күптән үҙ кеше.


Читайте нас