Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
28 Октябрь 2019, 07:47

Көҙҙән ултыртыла торған сәскәләр

Баҡсасыларҙың күбеһе көҙҙән сәскәләр ултыртып ҡалдыра. Шулай эшләһәң, яҙғы көндәр йылытыуға уҡ беренсе сәскәләр баҡсаға йәм бирә башлай.

Күптәр бүлбенән үҫә торған сәскәләрҙе ҡулай күрә. Улар – нәркәстәр, ләләләр, крокустар. Был сәскәләр ҡояшлы урындарҙы ярата.
Пиондар, иристарҙы ла ҡышҡа ингәнсе ултыртып ҡалдырырға кәрәк. Беҙҙә ҡыштар һыуыҡ. Шуға ла роза, лилиә, хризантема, пиондарҙы яҡшылап ябып ҡуйығыҙ. Төптәренә серетмә, торф, бысҡы вағы күмелһә, һыуыҡҡа бирешеп бармайҙар. Көҙгөлөккә космея, тырнаҡ гөлө, ромашка, бәрхәт гөл сәсеп ҡалдырырға мөмкин.
Читайте нас: