+14 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Махсус биттәр
27 Октября 2019, 03:43
Йәшелсәне нисек һаҡларға?
Баҡсалағы уңышты серетмәй һаҡлау өсөн тик ҡышҡы сорттарҙы ғына һайлап алырға кәрәк. Йәшелсәне һалҡын һәм ҡараңғы урынға ҡуйыр алдынан яҡшылап киптерәләр.
Кишерҙе һаҡларға ҡуйыр алдынан башын ҡырҡырға. Йәшниккә ҡом йәки балсыҡ һалып, шуға күмеп ҡуябыҙ. Был йәшелсә һыуытҡыста, полиэтилен ҡапсыҡта ла яҡшы һаҡлана. Тик шыптырҙы, һауа инһен өсөн, бер нисә урындан тишеп сығырға кәрәк.
Орлоҡ өсөн әҙерләнгән картуфты көлгә бутап һалығыҙ.
Сөгөлдөр ҙә ҡом эсендә яҡшы һаҡлана.
Һаҡларға ҡуя торған кәбеҫтәнең күсәнен оҙон итеп ҡалдырығыҙ ҙа ҡағыҙға төрөп ҡуйығыҙ.
Һуғанды баҙға иҫке капрон ойоҡҡа тултырып һаҡлағыҙ.
Һарымһаҡ – тиҙ кибеп бара торған йәшелсә. Тәүҙә һабағын зажигалка менән өтөп алығыҙ, тамырҙарын ҡырҡығыҙ. Һуңынан банка эсенә һалып, тоҙ менән күмегеҙ.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"