– Бер тапҡыр йөрөгән юлды ғүмерлеккә иҫтә ҡалдырам, аҙашып йөрөү миңә хас түгел. Айырыуса урманды биш бармағым кеүек яҡшы беләм, – ти Илнур Илдар улы. – Ҡолоштоң әйләнә-тирәһе тик урман бит, ун аҙым ситкә китеүең була, шунда уҡ ҡуйы ағаслыҡҡа барып инәһең. Әлбиттә, бәләкәйҙән һәр ағасты, үләнде, тау-ташты, ҡош-ҡортто танып, ятлап бөтәһең, ябай урамда йөрөгән кеүек иркен йөрөйһөң. Ниндәй генә урманға барып сыҡһам да, ҡурҡыу тойғоһо бөтөнләй юҡ – бөтәһе лә үҙ, яҡын, таныш. Урманда ниндәй йәнлек, ҡош йәшәй: айыу, бүре, төлкө, һеләүһен, мышы, ҡоралай, һуҫар, ҡор, өкө – шуларҙың барыһын да осратҡан, күргән бар. Улар ҙа беҙгә өйрәнеп бөткән һымаҡ, һәр хәлдә, бер-беребеҙгә ҡамасауламайбыҙ: һин дә үҙ эшең менән йөрөйһөң, улар ҙа бушамай.
Әлфиә менән Илдар Ямалетдиновтарҙың улы Илнур мәктәптә уҡығанда атаһы һымаҡ водитель булырға хыяллана. Тик үҫә килә урмансы булып эшләгән ике туған ағаһының һөнәре нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Белем усағын “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә тамамлағас, ул Башҡорт дәүләт аграр университетының урман факультетына документтарын тапшыра. Инергә саҡ ҡына балы етмәйерәк ҡалғас, урман-техника техникумына йүнәлә. Уны тамамлағас, юғары уҡыу йортона инергә тағы өлгөрмәйерәк ҡала, егетте армияға алып китәләр. Ил сиге һаҡсылары сафында дан итеп хеҙмәт итеп ҡайтҡас иһә, Юлиә исемле һылыуҙы осратып, ғаилә ҡора, ҡатырға-рубероид заводына эшкә урынлаша. Бер аҙҙан Илмир улдары, игеҙәктәр Динар менән Диана тыуа. Күңеле гел дә иркенлеккә тартылып торғанғалыр, ахыры, Илнур заводта оҙаҡ эшләй алмай, Учалы урман хужалығына ғариза яҙа. Һәм тәүге йылдарҙа уҡ үҙенең уңған, яуаплы урмансы, булдыҡлы етәксе икәнен күрһәтеп өлгөрә. Учалы урман хужалығы директоры Айбулат Байғариндың һүҙе буйынса, Илнур Илдар улы – эшен еренә еткереп, сифатлы башҡарған ышаныслы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе:
– Беҙҙең төп бурыс – ағас үҫтереү һәм урман янғындарына юл ҡуймау. Шулай уҡ халыҡҡа диләнкәләрҙе дөрөҫ бүлеү ҙә бурыстарыбыҙ иҫәбенә инә.