Махсус биттәр
6 Июля 2018, 06:30

Тауышыңды үҙгәрт…

Күгәрсен аҡланда бер ят өкөнө күргән дә, яҡын килеп һорау биргән:– Әй, өкө, һин ҡайҙан килеп сыҡтың әле?– Анау яҡтарҙа, көнсығышта, йәшәгәйнем, хәҙер көнбайышҡа осам.Шулай тигән дә өкө бик ҡаты итеп ухылдай, зарланып, тауышлана башлаған.Күгәрсен йәнә быға өндәшкән:– Ә ни өсөн тыуған яғыңды ташлап китеп бараһың?– Сөнки мине, тауышың насар, тип яратмайҙар, – тигән өкө.– Юҡҡа йәнтөйәгеңдән китеп бараһың. Һиңә торған ерҙе түгел, ә бары тик тауышыңды бер аҙ үҙгәртергә лә, әҙерәк мыжырға кәрәк. Беләһеңме, көнбайышта ла, көнсығыштағы кеүек үк, туҡтауһыҙ ухылдағандарҙы яратмайҙар.Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Тауышыңды үҙгәрт…Тауышыңды үҙгәрт…
Тауышыңды үҙгәрт…

Күгәрсен аҡланда бер ят өкөнө күргән дә, яҡын килеп һорау биргән:
– Әй, өкө, һин ҡайҙан килеп сыҡтың әле?
– Анау яҡтарҙа, көнсығышта, йәшәгәйнем, хәҙер көнбайышҡа осам.
Шулай тигән дә өкө бик ҡаты итеп ухылдай, зарланып, тауышлана башлаған.
Күгәрсен йәнә быға өндәшкән:
– Ә ни өсөн тыуған яғыңды ташлап китеп бараһың?
– Сөнки мине, тауышың насар, тип яратмайҙар, – тигән өкө.
– Юҡҡа йәнтөйәгеңдән китеп бараһың. Һиңә торған ерҙе түгел, ә бары тик тауышыңды бер аҙ үҙгәртергә лә, әҙерәк мыжырға кәрәк. Беләһеңме, көнбайышта ла, көнсығыштағы кеүек үк, туҡтауһыҙ ухылдағандарҙы яратмайҙар.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.
Читайте нас