Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Март 2015, 14:41

Ә беҙҙең ауылда...

Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылы:[/b]– Урам-урам менән концерт ҡуйыу – беҙҙең ауылда элек-электән килгән матур йола. Быйыл да, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы менән кәңәшләшеп, һәр байрамға урамдарҙың концертын ойошторорға булдыҡ. 23 февралдә Тау урамының концерты булды. Ул бик матур үтте. 8 Мартта ауылдаштар Тыныслыҡ урамының концертын ҡарап кинәнде. Әйткәндәй, халыҡ бындай концерттарға бик теләп йөрөй. Зал шығырым тулы була. Беҙҙең ауыл клубында – 120 урын, буш урын ҡалмай, хатта йәштәр баҫып тороп ҡараны. Әле Йәштәр урамы менән Түләш урамы байрам сығыштарын әҙерләй. Ул ғына ла түгел, күрше ауылдар ҙа килеп концерт ҡуя. Ауылдаштар бындай сараларҙы көтөп кенә тора. Йыл аҙағында клуб ремонтланғандан һуң, уның эше лә йәнләнеп китте, йыл башынан алып бөтәһе биш концерт ойошторолдо. Әле, спектакль ҡуяйыҡ, тип дәртләнәләр. Аллаға шөкөр, ауылда мәҙәни тормош гөрләп тора.

Был аҙнала беҙгә Миәкә, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан шылтыратып, ауыл яңылыҡтары менән таныштырҙылар. Ә һеҙҙә ниндәй хәбәрҙәр бар? Шылтыратығыҙ, “Йәшлек”тең дежур телефоны һандары – 8-965-923-20-00.


Мәрйәм ДИНЕЕВА,
Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылы:

– Ауыл китапханаһында бик матур кисә үтте. Китапханасы Розалия Базарова алып барған сара “Данлы йылдар – шаулы йылдар” тип аталды һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналды. Унда һуғыштың михнәтле йылдарын үҙ йөрәге аша үткәргән оло быуын кешеләре саҡырылғайны. Улар “Бөтәһе лә – фронт өсөн, бөтәһе лә – Еңеү өсөн!” тигән өндәмә-саҡырыу аҫтында ал-ял белмәй эшләүе, совет һалдаттарының дошманды еңеүенә ҙур өлөш индереүе хаҡында тулҡынланып һөйләне. Кисәлә шулай уҡ ветерандар советы рәйесе Клара Ғатина, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, китап һөйөүселәр сығыш яһаны. Ололар айырыуса уҡыусыларҙы иғтибар менән тыңланы.
Әйткәндәй, балалар китапхананың иң яҡын дуҫтары тиергә лә була, улар бында йыш килә. Әлеге осрашыу, минеңсә, Әҙәбиәт йылының да матур бер сараһы булып иҫтә ҡаласаҡ.

Рәшиҙә МАЛЫБАЕВА,
Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылы:

– Беҙҙең ауылда 60 йыл бергә йәшәгән ике пар бар. Улар – ауылдың имам-хатибы Мөждәбә Хәкимйән улы менән Фәрзәнә Төхфәт ҡыҙы Ҡәғәтуллиндар, Мөслимә Мөжәһит ҡыҙы менән Ҡәйүм Мәхмүт улы Нәбиуллиндар. Юбилярҙар хөрмәтенә ауыл клубында матур сара үтте. Ғаилә парҙарын ҡотларға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, ауылдаштары йыйылды. Сараны ветерандар советы рәйесе Рәжәп Малыбаев менән ағинәйҙәр клубы етәксеһе Сәриә Малыбаева матур итеп алып барҙы. Балаларына матур тәрбиә биреп, бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп татыу ғүмер кисергән күркәм ғаиләләр ауылдаштарына һәр яҡтан өлгө булып тора. Мөждәбә ағай менән Ҡәйүм ағайҙың бала сағы һуғыш осорона тура килһә лә, ауырлыҡтарға бирешмәй, колхозда ең һыҙғанып эшләп, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнашалар, әле лә ҡулдарынан килгәнсә ауылдаштарына ярҙам итеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп йәшәйҙәр.


Лена АЛСЫНБАЕВА,
Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылы:

– Урам-урам менән концерт ҡуйыу – беҙҙең ауылда элек-электән килгән матур йола. Быйыл да, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы менән кәңәшләшеп, һәр байрамға урамдарҙың концертын ойошторорға булдыҡ. 23 февралдә Тау урамының концерты булды. Ул бик матур үтте. 8 Мартта ауылдаштар Тыныслыҡ урамының концертын ҡарап кинәнде. Әйткәндәй, халыҡ бындай концерттарға бик теләп йөрөй. Зал шығырым тулы була. Беҙҙең ауыл клубында – 120 урын, буш урын ҡалмай, хатта йәштәр баҫып тороп ҡараны.
Әле Йәштәр урамы менән Түләш урамы байрам сығыштарын әҙерләй. Ул ғына ла түгел, күрше ауылдар ҙа килеп концерт ҡуя. Ауылдаштар бындай сараларҙы көтөп кенә тора. Йыл аҙағында клуб ремонтланғандан һуң, уның эше лә йәнләнеп китте, йыл башынан алып бөтәһе биш концерт ойошторолдо. Әле, спектакль ҡуяйыҡ, тип дәртләнәләр. Аллаға шөкөр, ауылда мәҙәни тормош гөрләп тора.
Читайте нас: