ВИЧ-инфекция (СПИД) ҡатын-ҡыҙҙар сиренә әүерелә
Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө алдынан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы. СПИД-ты һәм йоғошло сирҙәрҙе профилактикалау һәм уларға ҡаршы көрәшеү республика үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Сергей Зайцев менән Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы начальнигы урынбаҫары Нәсимә Күсемова журналистарҙы һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.