Дауыл ҡыйыҡтарҙы ҡаурый кеүек уйнатты
Нисәмә йыл дауам иткән ҡоролоҡ үҙәгенә үткән баймаҡтар көнө буйы яуған йылы ямғырға ҡыуанып, көтмәгәндә килеп еткән ғәрәсәтте һиҙмәй ҙә ҡалды. Апрель аҙағында йәшнәгән йәшенгә һоҡланып та өлгөрмәнек, буғай. Сөнки ҡапыл көсәйгән ел-дауыл ҡойма-рәшәткәләрҙе ауҙара, шиферҙарҙы алып осора ла башланы. Баймаҡ метеостанцияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, төньяҡ-көнбайыштан иҫкән ел тәүҙә секундына 14 метр тиҙлектә була. Артабан ул секундына 20 метрға барып етә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, әгәр ел секундына 25 метрға етһә, үтә хәүефле һанала.