Балыҡтар нимә һөйләй?
Тауыҡтар «ҡыт-ҡыт» тип һөйләшә, йыландар «ыҫ-ыҫ» ти, бесәй «мыяу» тип әйтә, ә балыҡтар нимә тип һөйләшә икән? Һеҙ шуны белмәйһегеҙме, балалар? Ауыҙҙары асыла ла ябыла, тик бер өн дә сыҡмай. Был ни ғәжәп? Күп ваҡытын һыу өҫтөн күҙәтеп үткәргән баҡа шундай уйға бата. Бер балыҡ һикергән саҡта тиҙ генә һорағайны, ул ауыҙын асып япты ла бер нәмә лә тимәне. Баҡа уның артынан һыуға сумды. Һаман ауыҙын аса ла яба. Күперектәр генә сыға. Һыу аҫтында оҙаҡ йөрөй алмаған баҡа йәнә үҙ ташына менеп ултыра. Әһә, йыландан һорарға кәрәк! Ул ҡоро ерҙә лә, һыуҙа ла йөрөй ала бит. Ләкин балыҡтар уға ла һүҙ урынына күперек кенә ебәрәсе. Ныҡ итеп аптыраған баҡа балыҡ ҡармаҡларға килгән ағайға үтенесен әйтә. «Бәләкәй генә улымдың да белгеһе килә. Ул да, мин тотҡан балыҡтар ниндәй һүҙҙәр әйтә, тип һорай. Тик ул ҙур серҙер, күрәһең», – тип уфтанған балыҡсы.