Махсус биттәр
30 Апреля 2013, 11:03

Ауыл хужалығында миллион һумһыҙ ғына нисек эш башларға?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Йәшлек” гәзите ойошторған “тура бәйләнеш”тә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин яуап бирҙе “Йәшлек” гәзитендә Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин менән “тура бәйләнеш” ойоштороласағы тураһында хәбәр иткәйнек. Сара бик ҡыҙыу үтте, шылтыратыуҙар ҙа, алдан хат яҙыусылар ҙа күп булды. Бөгөн Азат Салауат улына килгән һорауҙарға бирелгән яуаптарҙы гәзит битендә баҫабыҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙ күтәргән ҡайһы бер мәсьәләләр өҫтәмә асыҡлау талап итә, шуға ла тағы ла тулыраҡ яуаптарҙы гәзиттең киләһе һандарында уҡыр­һығыҙ.

Читайте нас