Йәш белгестәрҙең 60 проценты һөнәре буйынса эшләмәй
Рәсәй медицина юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың 60 проценты үҙ һөнәре буйынса эшләмәй. Һөҙөмтәлә квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ. Был хаҡта А. Вишневский исемендәге Хирургия институты директоры Валерий Кубышкин РФ Йәмәғәт палатаһы ултырышында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, йәш белгестәрҙең күбеһе диплом алыу менән үк һайлаған һөнәренә “хыянат итә”. Етмәһә, кадрҙарҙың әҙерлек кимәленә дәғүә белдереүселәр артҡандан-арта. Хатаны төҙәтеү өсөн һәр медицина вузына инеүҙә өҫтәмә һынауҙар булдырылырға тейеш, тигән фекер яңғырай. Шулай уҡ буласаҡ белгестәргә яҡшы практика алырға вуздың үҙ клиникаһы эшләһә лә бик шәп. Был революцияға тиклемге Рәсәйҙә булған, ә сит илдәрҙә әлегәсә шулай.